6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Башҡала гастролерҙары һайлау дистанцияһынан сыға
28.10.03


       Башҡортостан Президентын һайлау кампанияһының тәүге эт абы -- кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Уның төп йомғағы -- республиканың юғары башҡарма вазифаһына дәғүәселәр исемлеге һирәгәйҙе. ЛДПР - ҙың юғары советы тарафынан күрһәтелгән һәм
       партияның төбәк бүлексәһе тарафынан хупланған Рәсәйҙең Либе раль - демократик партияһы вәкиле, Дәүләт Думаһы депутаты, " чекист" Александр Новиков беренсе булып дистанциянан сыҡты. Урындағы Үҙәк һайлау комиссияһына телеграмма ебәреп, ул һайл ау алды ярышынан сығыуы хаҡында рәсми хәбәр итте.
       Һәләтле йәбешкәктәр партияһының ни өсөн үҙ вәкиленә я рыштансығырға ҡушыуына күрәҙәлек итмәйек. Новиковтың партия буйынса коллегаһы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Митрофанов тың яңғырауыҡлы, килделе - киттеле сығыштары әле булһа хәтер ҙә. Үҙен аҡыллыларҙан - аҡыллы тип иҫәпләүсе баш ҡала гражда ны республика халҡына бәхет килтереү һәм илдең иң ҙур төбәкт әренеңбереһе менән идара итеү теләге менән янып - көйҙө. Ә б ының өсөн дәғүәсе арта ҡалған провинция халҡына ҙур шоу - сә фәр ойошторҙо. Әйткәндәй, ошо әфәнденең республика буйынса с әфәре, һайлаусылар менән осрашыуы, сығыштары президентлыҡҡа кандидаттарҙың береһе тарафынан күсермә итеп алына, билдәле булыуынса, күсермә оригиналдан күпкә ҡайтышыраҡ була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был популистик демонстрация ауырыу дөйән ең сәләмәт, яҡты мөхиткә һулыш бөркөүен хәтерләтә. Был һулыш танситкә ҡасып өлгөргән -- уңа, ә йоғошло бысраҡ эләккәндәр -- туңа. Мәҫәлән, башҡорттарҙың милли костюмында ҡулына башҡ орт теле дәреслеге тотоп, матбуғат конференцияһына килгәс, у л төкөрөк сәсеп: "Мин әлегә демократия ҡағылмаған республика ның һайлау киңлеген дер һелкетергә теләйем", -тигәйне. Бында й тирадаларҙан һуң санитарҙар тейәлгән "ашығыс ярҙам"ды саҡы ртырға кәрәк. Аллаға шөкөр, республика юғары осҡан ҡош өсөн ваҡ - төйәк булып күренде. Ҡайҙа бөгөн Митрофанов Иң элек у л Мәскәү мэры вазифаһына дәғүә итергә ҡарар итте, ә әле, ҡай һы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мәскәү өлкәһенә ҡул һуҙа. Ә Башҡ ортостан буйынса эстафета таяғын ул Александр Новиковҡа тапш ырҙы. Уның федераль именлек хеҙмәтенә ҡарауы матбуғаттың иғт ибарын йәлеп итергә тейеш ине. Республиканы белмәгән Мәскәү вәкиле традицион популистик кредиттар -- бар нәмәне арттырыр ға, яҡшыртырға, тәртипкә килтерергә вәғәҙә биреп, һайлау алд ы көрәшенә ҡушылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш барып сыҡманы. Халы ҡ был вәғәҙәләргә ышанманы. Александр Новиков етди ведомство нан булараҡ, һәр яҡлап уйлап, көрәштең перспективаһыҙ булыуы н аңлағандан һуң кандидатураһын алды. Башҡортостан хаҡында у йлап янып - көйөүсе сит - яттарҙың хәстәрлеге хурлыҡ менән т амамланды. Ҡыҙыҡ, сиратта кем икән

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал