6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Күргәҙмәнән һуң - һыу буйына!
18.08.05


       - "Акватория 2005" күргәҙмәһе һыуға бағышланған , сөнки беҙ һыуҙан барлыҡҡа килгәнбеҙ һәм 80 процентҡа һыуҙа н торабыҙ. Һыу тормошобоҙҙоң иң мөһим өлөшө. Бөгөн бик ҡыҙыҡлы экспозиция йыйылды, шуға к үрә был башланғыс тәүге ҡоймаҡ төҫлө булмаҫ, тип ышанам, - тип башла ны үҙ һүҙен
       рәссам Владислав Пегов. - Беҙҙең проектты Башҡортостан Респ убликаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитеты, РФ рәссамдары иж ади союзының башҡорт бүлеге, ЮНЕСКО рәссамдарының Халыҡ - ара федерацияһы , БР
       фоторәссамдар союзы бик хуплап ҡаршы алды. Әйтергә кәрәк, б илдәле
       рәссамдар менән бер рәттән бында йәш башҡарыусыларҙың ижады
       ла урын алды, улар - күпселек, һәм был бик һәйбәт! Тимәк, Өфө р әссамдарының киләсәге бар тигән һүҙ.
       Күргәҙмәлә картиналарҙың күбеһе йәшел - зәңгәр төҫтәрҙә э шләнгән - һыуға табыныу билдәһе. Диана Фәисова, мәҫәлән, еңе лсә аквамарин төҫтәргә
       ҡабырсаҡтар өҫтәй, бынан уның алтын балыҡтары йәйғор төҫтә ре менән балҡый, ә диңгеҙ хазиналары ысынбарлыҡты хәтерләтә.
       Йәш авторҙарҙың береһе Сергей Михеев "Өмөттө" зәңгәр диңг еҙ тулҡындарында бәүелгән аҡ елкән итеп күҙ алдына килтерә. Зөф әр Ғизетдинов тамашасылар иғтибарына балыҡ һүрәттәре тәҡдим итә .
       Елена Литвиненконың һүрәттәре еңел һәм үтә күренмәле. Тик
       уның темаһы - йылға һәм күлдәр, рәссам башҡалар кеүек диңгеҙ һәм алыҫ ил дәр тураһында хыялланмай. "Изге шишмә", "Камала томан", "Ҡоҙ оҡ", "Яҙғы Ашҡаҙар" - бына уның һүрәттәре. Билдәле рәссамдар
       ҙа йәш авторҙарҙы хуплап, күргәҙмәгә үҙ эштәрен алып килгән . Владимир Жигулин, Михаил Спиридонов, Алексей
       Власов, Владислав Пегов, Рәмил Латипов ҡаты "һыу" ҡанундары на буйһонмай - әгәр ер йөҙөндә барлыҡ терлек һыуҙан барлыҡҡа
       килгән икән, тимәк "Акватория 2005"ө исеме аҫтындағы күргәҙмә лә үҙ эсенә бары һын да һыйҙырырға һәләтле...
       "Акватория 2005" күргәҙмәһенең маҡсаты - тамашасыларҙың
       иғтибарын
       йәлеп итеү һәм йәйҙе хәйерле юл теләп оҙатыу ғына түгел, йә ш авторҙарға
       ярҙам күрһәтеү, уларҙы дәртләндереү ҙә, - ти Владимир Жигул ин. - Был проект бик ваҡытлы һәм һуңғыһы түгелдер, моғайын. Беҙ көҙгә иң яҡшы эштәрҙән яңы коллекция төҙөргә ниәтләйбеҙ.
       Телмәр аҙағында рәссам йәйҙең әлегә беҙҙе йылы ҡояш нурҙа ры менән иркәләүен онотмаҫҡа, шуға күрә күргәҙмәнән һуң барыһына ла б ергәләп һыу батшалығына, йылға буйына сығырға саҡырҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал