6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йәштәрҙе тәрбиәләү - тағы ла август кәңәшмәһенең көн тәртибе ндә
18.08.05


       Уҡытыусылар өсөн август иң мөһим айҙарҙың береһе. Был ваҡытт а улар йыл дауамында йыйылған проблемаларҙы тикшерер өсөн кәңәшмәгә йый ыла.
       Быйыл әйтелгән сараны үткәреү бурысы Ишембайға төштө. Ише мбайҙар уға бик төплө әҙерләнгән. Республика Президенты Морт аза Рәхимов та быға инана алды. Ул Сәлих, Әхмәр, Ҡанаҡай, Биксән, Һайран ауылдар ында,
       Петровское ҡасабаһындағы белем биреү учреждениеларында булд ы. Ыңғай үҙгәрештәр етерлек. Мәҫәлән, Ишембайҙа урынлашҡан Башҡорт ре спублика гимназия - интернатында уҡыу бүлмәләре яңыса йыһазландырылға н, бинаның икенсе ҡаты өлкән синыф уҡыусылары өсөн дөйөм ята ҡ итеп үҙгәртелгән, медпункт урынына массаж бүлмәһенә тиклем булған һауыҡтырыу ү ҙәге
       барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, был бөтә республикаға билдәле г имназия, унда халыҡ - ара шашка уйындары буйынса донъя чемпи онкаһы Тамара Танһыҡҡужина белем алған. Бөгөн дә гимназияла билдәле шашкас ы ҡыҙҙар - рус шашкаһы буйынса өс тапҡыр донъя чемпионкаһы исемен яулау сы Айгөл Иҙрисова һәм халыҡ - ара шашка уйындары буйынса ике тапҡыр Р әсәй чемпионкаһы Әлиә Әминева уҡый.
       Август кәңәшмәһе алдынан Ҡарайған ауылында әһәмиәтле ваҡи ға булып үтте. Унда төҙөүселәр мөһим социаль - мәҙәни объект - башлан ғыс мәктәп, клуб, китапхана, Рамазан Ҡотошов исемендәге музей, фельдшер - акушер пункты, спорт залы, балалар баҡсаһын үҙ эсенә алыусы үҙәкте файҙаланыуға тапшырҙы.
       Бөгөнгө август кәңәшмәһенең көн тәртибендәге төп һорау - йәштәрҙе тәрбиәләү. Әйткәндәй, был һорау үткән йылғы осрашыуҙа ла күт әрелгәйне. БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина шул ваҡытт а башланған һөйләшеүҙе дауам итте һәм үткән уҡыу йылын тәрбиә "ренессансы" тип атан ы.
       - 2004 йылда йәш быуынды рухи - әхләҡи тәрбиәләү программ аһы төҙөлгәйне. Бөгөн ул уңышлы ғына тормошҡа ашырыла. Башҡортос тан тәрбиә буйынса барлыҡ федераль проекттарҙа ла ҡатнаша, М акаренко исемендәге икенсе бөтә Рәсәй конкурсы, Рәсәй мәғариф форумы, граждандар ҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү конкурсы йомғаҡтары буйынса яҡшы яҡтан бил дәләнде, - тип һөйләй Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
       Йәштәрҙе тәрбиәләүҙән тыш, министрҙың һүҙҙәре буйынса, мә ктәпкәсә һәм дөйөм урта белем биреү системаһында ла үҙ - ара
       бәйле мәсьәләләр комплексын хәл итергә кәрәк буласаҡ. Уларҙың тәүгеһе - балал арҙы мәктәпкәсә әҙерләүҙе үҫтереү өсөн тейешле шарттар булдырыу. Инде күп йылдар дауамында республикала "буласаҡ беренсе синыф уҡыусыһ ы мәктәбе", "бәләкәстәр мәктәптәре" һәм башҡалар эшләп килә.
       Министр берҙәм дәүләт имтиханы тураһындағы һорауҙы ла күт әрҙе.
       - Уның ыңғай мәлдәре лә, кире мәлдәре лә бар. Әммә берҙәм
       дәүләт имтиханы белем сифатын контролдә тотоуҙың берҙән бер механиз мы булырға тейеш түгел, - тип билдәләне Зөһрә Рәхмәтуллина. - Уны олимпиада һәм конкурстар тулыландыра ала, был үҙ сиратында һәләтле йәштәрҙ е асыҡлауға һәм уларға ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.
       Белем биреү өлкәһендә төрлө эксперименттарға килгәндә, ре спублика Президенты уларға һаҡ ҡарашта булырға кәрәк тигән фекер белд ерҙе. Ә бөгөн юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү тәртибе менән
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡәнәғәт түгел.
       - Институттарға уҡырға ингәндә уҡытыусылар йыш ҡына абиту риенттың белеменә түгел, уның ата - әсәһенең янсығының ҡалынлығына ҡа рай. Ә бит һәр уҡыусының, айырыуса ул төпкөл ауылдан булһа, юғары белем
       өсөн түләргә мөмкинселеге юҡ.
       Был хәлдән сығыу юлын, Мортаза Рәхимовтың һүҙҙәре буйынса , ректорҙар
       советы ярҙамында эҙләргә кәрәк. Был орган абитуриенттарҙың маҡсатлы уҡырға инеүен контролдә тота алыр ине.
       Әлбиттә, бер кәңәшмә сиктәрендә генә барлыҡ һорауҙарҙы ла
       хәл итеү
       мөмкин түгел. Әммә конференцияла белем биреү өлкәһендә эште ң тейешле йүнәлештәре билдәләнде. Алдағы уҡыу йылының төп бурысы - бел ем биреү һәм тәрбиәләүҙе сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығарыу.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал