6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Операға, әфәнделәр! Бер юлы башты ла йыуырбыҙ!
18.08.05


       Күптән түгел мин Мәскәүҙә етештерелгән шампунь һатыуҙары на шаһит булдым. Ул төрлө үҫемлектәрҙе файҙаланып эшләнгән. Һауыттары на уларҙың
       исемдәре яҙылған - "Ҡайын", "Гөлйемеш", "Дегәнәк" һ. б. Ә с ерияның уртаҡ исеме берәү - "ТРАВИАТА". Шампунь хаҡы ҡыйбат түгел, шуға күрә уны һатып алырға теләүселәр ҙә етерлек. Һәм
       мин һатып алыусыларҙың бик аҙының ғына был исемдең үләнгә б ер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмауы тураһында
       уйланыуына иманым камил. Ә етештереүселәр үҙ продукцияһын " ТРАВИАТА" тип атағанда нәҡ үләнде күҙ уңында тотоуы ла шик т ыуҙырмай.
       "Травиата" һүҙенең төп мәғәнәһен онотоусыларҙың иҫенә төш өрөп үтәм, итальян теленән тәржемә иткәндә "травиата" "юлдан яҙған" тиг әнде аңлата.
       Һәм төрлө үҫемлек нигеҙендә эшләнгән шампунь менән йыуыныр ға яратыусылар өсөн тағы бер дәрес. Джузеппе Верди әҫәре донъя
       опера
       сәнғәте өлгөләренең береһенә әүерелгән "Травиата" операһы, асылда, куртизанка, йәғни фәхишәнең тормош тарихы. Был операның ниге ҙендә Александр Дюманың "Камелиялы ханым" ("Дама с камелиями") ро маны ята. Тимәк, аҙағына тиклем ғәҙел булырға теләһәк, ғөмүмән ал ғанда, үҫемлек менән барыбер ниндәйҙер бәйләнеш бар. Беҙҙең вариантта тимәк был "Дегәнәкле ханым" һ. б. тип яңғырарға мөмкин.
       Ошо темаға бер аҙ уйланғандан һуң мин, дөйөм алғанда, баш
       ҡала етештереүселәре халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырып яҡшы эш башҡара
       тигән
       фекергә килдем. Ысынлап та, беҙҙең заманда китап уҡыу һирә к, операға барырға ваҡыт табыу тураһында әйтеп тә тораһы юҡтыр. Эйе, ҡ айҙалыр был төшөнсәләр йәшәй, әлбиттә, тик уларҙың үҙ тормошо. Мәҙән иәт бөгөн халыҡтан бик алыҫ. Ә башын һәр кем йыуа! Тимәк, барыбер нинд әйҙер логика бар. Кешеләр шампунь һатып алып, уның исеменә к үҙ һалғандан һуң бәлки китапханаға, хатта театрға ла юл тотор. Һәм шампунь арзаныра ҡ булған һайын халыҡты мәҙәниәткә йәлеп итеүселәрҙең мөмкинс електәре лә арта бара.
       Ошоға бәйле халыҡты әҙәбиәт һәм опера сәнғәтенә йәлеп ите ү маҡсатында эште тағы ла тулыландырырға тәҡдим итәм. Мәҫәлә н, "Риголетто" исеме Ригала йәйге ялды рекламалауға бара. Бөгөн Рәсәйҙә йыш күрер гә мөмкин булған Африка континенты вәкилдәренең һәр береһен башҡорт һә м инглиз
       телдәрен бергә ҡушып "Кармен" тип атарға мөмкин. Әҙәби сыға наҡтарҙы ла йәлеп итәйек, әйтәйек, итальян олигархтарын "Король лир" тип
       атай башлаһаҡ, улар үпкә белдермәҫ, моғайын.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, әгәр һеҙ "ТРАВИАТА" шампунен, уны ң да, мәҫәлән, "Дегәнәк" тигәнен һатып алһағыҙ, аптырамағыҙ ҙа, үпкәләргә лә ашыҡмағыҙ, киреһенсә, үҙегеҙҙе сәнғәткә яҡынайған тип хис итегеҙ. Өҫтәү енә башығыҙҙы ла йыуырға мөмкин буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал