6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Алтын миҙалға өмөт бар
17.08.05


       Магнитогорск ҡалаһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты башла нды. 213 иң көслө спортсы 11 ауырлыҡ категорияһында еңеүселә рҙе билдәләү өсөн көс һынашасаҡ. Беҙҙең республиканан ярыштарҙа алты спортсы ҡатна ша ине, тик уларҙың өсәүһе тәүге көрәштәрҙә үк ярыштан сығып
       осто.
       60 килограмға тиклем категорияла беҙҙең Айҙар Ҡәҙимов Кра снодар вәкиле Эдуард Амбарцумяндан бер мәрәйгә генә ҡалышты ( 20 : 21). Спорт мастеры Игорь Ивановҡа ла ( 57 килограмға тиклем) был юлы уңыш йылмайманы - ул 31 : 48 иҫәбе менән Евг ений Градовичҡа биреште ( Ханты - Манси автономиялы округы).
       Спорт мастеры, талантлы Андрей Йәнгилдинды (54 килограмға т иклем) турнирҙан Зимнат Жандыбаев ( Омск өлкәһе) ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
       Уның ҡарауы ҡалған егеттәр үҙҙәрен көслө спортсы итеп күр һәтте. Беҙҙең
       Вячеслав Еремеев үҙенә ҡаршы тороусы бурят Амгалан Дылыковт ы тиҙ арала еңеүгә өлгәште. Илгиз Мәхмүтов та төнъяҡ баш ҡал аһынан килгән спортсы Артур Мусаевҡа оҫталыҡ дәресе үткәрҙе (24 : 11).
       "Башҡорт Кличкоһы" Нияз Фәйзуллин ( 91+) Себер егете Иван
       Михайликты тәүге осрашыуҙа уҡ бер проблемаһыҙ "арҡаһына һалды" ( 32 : 1 3).
       Дөйөм алғанда, беҙҙең мәктәп үҙ тәрбиәләнеүселәренең бынд ай абруйды форумда ҡатнашыуҙары менән ғорурлана ала ( был күрһәткес буй ынса Башҡортостан иң көслө туғыҙ төбәк иҫәбенә инә).
       Рәсәй чемпионатының кимәле бик юғары. Беҙҙең илдә үҙ ауыр лығыңда еңеү яулау - Европа беренселегенең алтын миҙалын 80 - 90 процентҡа тәьмин итеү тигәнде аңлата. Тренерҙарҙың һүҙе нә ҡарағанда, ҡалған өс спортсыбыҙҙың һәр береһе алтын миҙалға дәғүә итә ала.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал