6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бәхтизин тигән комдив булған
17.08.05


       Вәзих Исхаҡовтың башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан "Яланғ ас ҡылыстар" ( "Бәхтизин") романының төп геройы - Әхтәм Мөсә лим улы Бәхтизин - ысынбарлыҡта йәшәгән кеше, Башҡортостан улы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройы.
       Әхтәм Бәхтизин - Үрге Аташ ауылында йәшәгән (Саҡмағош рай оны) ярлы
       Мөсәлимдең улы була.
       Ун биш йәшенә тиклем Әхтәм ауылда йәшәй. Ҡышын мәҙрәсәлә уҡый, йәйҙәрен атаһы менән бергә көтөү көтә. 1910 - 1915 йылдарҙа Себер һәм Урал заводтарында, шахтала тир түгә.
       Беренсе империалистик һуғыш йылдарында егет батша армияһы на
       саҡыртыла һәм фронтҡа оҙатыла. Унда офицер исеменә лайыҡ бу ла. Оҙон буйлы, киң яурынлы Әхтәм лейб - гвардия полкында хеҙмәт итә.
       Дүрт тапҡыр Георгий тәреһе менән наградлана.
       1917 йылдың ноябрендә Әхтәм Бәхтизин 16 - сы атыусылар ди визияһының
       хәрби - революцион штабында хеҙмәт итә. Уны пулемет команда һы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр, командаһы менән бергә Бәхтизи н Псков һәм Нарва эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша.
       1918 йылдың апрель айында яраланғандан һуң Әхтәм Мөсәлим
       улы Өфө хәрби - инструкторҙар мәктәбенә уҡырға инә.
       1918 йылдың йәйендә Башҡортостан юлдары буйлап Фрунзе һәм
       Чапаев, Азин һәм Чеверевтың полктары үтә. Был ваҡытта Әхтәм Бәхтизин
       тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҙылдар дружинаһы төҙөй һәм тиҙҙән Чеверев отрядына
       ҡушыла. Ижевск ҡалаһын аҡтарҙан азат итеүҙә, Азин дивизияһы
       составында
       Екатеринбург өсөн һуғыштарҙа, Деникин, Врангелдең отрядтары н тар - мар итеүҙә ҡатнаша.
       Батырлыҡтары өсөн күп төрлө наградаларға лайыҡ була.
       Граждандар һуғышы тамамлана. Ҡыҙыл командир Әхтәм Бәхтизи н Ҡыҙыл
       Армия сафтарында хеҙмәтен дауам итә, йәштәрҙе яңы һуғыштарғ а әҙерләй. Ҡулына хәрби ҡорал алырға ла тура килә. 1938 йылда Хәсән кү лендә япондарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, 1939 йыл аҙағында совет - фин
       һуғышында полкка етәкселек итә. Ауыр йәрәхәтләнә. Әммә Бөйө к Ватан һуғышы башлана һәм Әхтәм Мөсәлим улы Юғары командование ҡара мағына күсә. Уны 1943 йыл башында Брянск фронтына оҙатыласаҡ 323 - се атыусылар дивизияһына командир итеп тәғәйенләйҙәр.
       1943 йылдың сентябрь айында дивизия Брянск ҡалаһын азат и тергә әҙерләнә. Ҡаланың яҙмышын хәл итеүсе һуғыш алдынан, 1943 йыл дың 16
       авгусында комдив полковник Әхтәм Бәхтизин батырҙарса һәләк
       була.
       Билдәле башҡорт скульпьторы Зөлфәт Басиров Әхтәм Бәхтизин дың образын мәңгеләштерә. 1985 йылдың майында Саҡмағош район ының Юғары Аташ ауылында, геройҙың тыуған төбәгендә, Әхтәм Бәхтизинға һәйкәл
       асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал