6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Авария була ҡалһа...
17.08.05


       Мәскәүҙә булып үткән билдәле энергетика кризисы ваҡыты минең
       баш ҡалаға төбәк журналистары семинарына барған ваҡытҡа ту ра килде. Шул саҡтағы ваҡиғаларға һылтанып, күп кенә эксперттар ғәҙәттән тыш хәлде ң сәбәптәрен асыҡларға, уның эҙемтәләрен күҙалларға маташып ҡараны. Әгәр ҙә баш ҡалала бындай авария тотош мегаполистың тормошон туҡтатырға һәләтле икән, төбәктәрҙә бындай хәлде күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡын ыс. Өс көнлөк һөйләшеүҙәрҙә энергетик һәләкәттең төп сәбәбе - Рәсәйҙә "оҙон" аҡсаларҙың булмауы тигән фекер һыҙыҡ өҫтөнә
       алынды. Мәскәүҙең электр станцияһы үҙ мөмкинселектәрен фай ҙаланып бөткән - тимәк аварияны көт тә тор. Ә яңыһы юҡ - сөн ки уны төҙөү ҡыйбат, төҙөгән хәлдә лә бары 10 - 15 йылдан һ уң ғына үҙен аҡлаясаҡ...
       Был темаға бик оҙаҡ һөйләшергә, хатта бәхәсләшергә лә мөм кин. Тик ҡаланың энергия системаһында берәй хәл була ҡалһа ҡоро һүҙҙ әр кемгә
       ярҙам итер һуң Белгестәр ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерме, тиҙ
       арала эште көйгә һала алырҙармы Ошо һорауҙарға яуап бирер өсөн Өфөлә к оманда - штаб күнекмәләре ойошторолдо. Уның төп маҡсаты - республикан ың энергия системаһында ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта башҡарылырға те йеш булған эштәрҙе көйгә һалыу.
       Күптәр бындай яһалма рәүештә булдырылған сараларға скепти к ҡараш ташлай, әммә күнекмәләрҙе реаль шарттарға мөмкин тиклем яҡын айтҡанда, ул ғәҙәттән тыш хәлдә төрлө структураларҙың эшен д өрөҫ көйләүгә ярҙам итергә мөмкин.
       "Һуңғы ваҡытта Рәсәй һәм БДБ илдәре территорияһында энерг ия системаһында авария осраҡтары йышая, был күп матди юғалтыуҙа рға алып килә, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль
       Байдәүләтов. Республикала энергетик комплекстың үҫешкәнлеге н иҫәпкә алғанда, беҙҙә лә энергия системаларында авария хәл е булыу ихтималлығы бар. Технологик ҡорамалдар иҫкереүе - бер, һауа торошо шарттары - ике, өсөнс ө сәбәп - диверсия мөмкинлеген дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, тип билдәләне
       Премьер - министр ( быйыл яҙ баш ҡаланы тәьмин итеүсе иң ҙу р подстанция
       эргәһендәге линияның шартлатыуҙан саҡ ҡалыуын барыбыҙ ҙа х әтерләй).
       - Бөгөнгө көндә энергия системаһында авария хәлен иҫкәрте ү - дөйөм дәүләт бурысы, - тип билдәләне ул. - Тикшереүҙәр күрһәтеүенс ә, башҡарма власть органдарының барлыҡ кимәлдәрендә лә хәрәкәттең аныҡ
       координацияһын билдәләү авария хәлдәренә ҡаршы уңышлы көрәш ергә
       мөмкинселек бирә, ә күнекмәләр үҙ ваҡытында үткәрелә һәм ул ар көнүҙәк булыуҙан туҡтамай.
       Күнекмәләр барышында ике авария хәле тикшерелде. Мөмкин
       тиклем аҙыраҡ юғалтыуҙар менән уларҙы төҙәтер кәрәк. Дауахана һәм м әктәптәр утһыҙ ҡалған, агросәнәғәт комплексында вентиляция эшләмәү сә бәпле мал
       ҡырыла, предприятиеларҙа етештереү циклы туҡтаған һ. б. Төп
       яуап биреүсе "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Ғәҙә ттән тыш хәлдәр министрлығынан алып Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тиклем барыһ ы ла ғәҙәттән тыш хәл шарттарында эшләүҙең үҙ варианттарын тәҡдим
       итәләр.
       "Генераль репетиция" һөҙөмтәләре буйынса фекер йөрөткәндә, дөйөм алғанда, унда ҡатнашҡан структуралар ҡапыл килеп сыҡҡан бәлә гә ҡаршы тороуға һәләтле. Энергия менән тәьмин итеү туҡтатылғандан һу ң дауаханалар ниндәй шарттарҙа эшләйәсәк һуң, тигән һорау ки леп баҫҡанға тиклем барыһы ла план буйынса бара. Беренсе сир атта, операция бүлмәләре һәм реанимация бүлектәре. Дауалау у чреждениелары араһында автономиялы энергия менән тәьмин итеү системаһы булмағандары, операция бүлмәләрендә р езерв лампалар етешмәүе асыҡланды. Һәм тағы бер нисә етешһеҙлек кү ҙгә ташланды. Аллаға шөкөр, улар ысын авария ваҡытында түгел, ә күнекмәләр ваҡытында табылды. Шулай ҙа беҙҙең республикала команда - шт аб
       күнекмәләр репетиция ғына булып ҡалыр тип ышанғы килә.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал