6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Зыян күреүселәргә аҡсаны кем ҡайтарыр
17.08.05


       Бәләбәйҙә финанс пирамидаһы емерелде. 48 йәшлек Нәзирә Мусина уны ышанып барыусан яҡташтары иҫәбенә дүрт йыл буйына
       төҙөгәйне. Үткән йылдың декабрь айында "конструкцияның бейеклеге" 20 миллионд ан ашып
       киткәс, ниһәйәт, мут ҡатын ҡулға алынды. Хәйләкәр ҡатындан алданған ҡала
       халҡы тын да алмай был эштең нимә менән тамамланырын көттө.
       Һәм бына күптән көтөлгән көн килеп етте, ахыры.
       ... Февраль айында мөхәрририәткә өлкән йәштәрҙәге бер ир килеп инде:
       - Һеҙ бында "урлаған, талаған, алдаған" тип яҙаһығыҙ, дүр т ғаиләне фатирһыҙ ҡалдырған риэлтор ҡатын тураһында ла уҡыным. Ә бына
       беҙҙең Бәләбәйҙәге хәлдәрҙе ишетһәгеҙ!.. Судҡа килегеҙ, тиҙҙән бере нсе ултырыш
       буласаҡ
       Исем - шәрифтәрен әйтергә теләмәүсе был кеше, беҙ уны Вла димир
       Семенович Запалин тип алайыҡ - Мусина ханымдың күп һанлы ҡорбандарының береһе булып сыҡты. 2001 йылдың август айында ул машина һатҡандан ҡалған 50 мең һумын ҡатынға бурысҡа бирә . Килешеү бик мауыҡтырғыс күренә уға: Мусина алған бурысын тәүге һорауҙан һуң уҡ бирергә вәғәҙә итә, быға ай һайын йыйыла барған ун процентты
       ла өҫтәһәң...Үҙенең һүҙен ул ҡултамғаһы менән дә нығыта. Б ындай юғары ставка Владимир Семеновичты бер ҙә аптыратмай: с өнки Нәзирә Мусинаны ҡалала иң бай кешеләрҙең береһе тип әйтергә була. Эшҡыуар ҡатындың үҙ мага зин селтәре бар, Бәләбәйҙә иң ҙур универмаг та уныҡы.
       - Мусина аҡсаны эшҡыуарлыҡ үҫешенә алыуын белдерҙе - йәнә һе, тауар һатып алырға, банкылағы ссуданы ҡапларға кәрәк һәм башҡалар,
       - тип һөйләй төп башына ултырған кредитор. - Белеүемсә, мин ән башҡа тағы бер нисә
       кешенән дә бурысҡа алған ул, буғай.
       Өлгөр ҡатындың бындай кредиторҙары йөҙҙән ашыу була - тик
       улар "коллегалары" тураһында белмәй, әлбиттә. Барыһы ла юғары про цент тураһындағы әкиәткә алданып, үҙ теләктәре менән аҡсаһын Муси наға алып килә һәм ҡармаҡҡа ҡаба. Артабан айҙар буйына уның магазиндар ы һәм фатиры тупһаһын тапап, үҙ аҡсаларының кире әйләнеп ҡайтмаҫын а оҙаҡ ҡына ышана алмай йөрөйҙәр. Процент ул ваҡытта береһен ең иҫенә лә төшмәй, әлбиттә.
       Үҙен бер ниндәй ҙә яза көтмәүен һиҙгән Мусина оятһыҙ рәүе штә "бурысҡа" аҡса алыуын дауам итә - алтын йомортҡа һалыусы
       "тауыҡтарҙан" кем баш тартһын инде. Аҡрынлап аҡсаны әйләнешкә индерә, күсемһеҙ мил еккә һала һ. б. Әйткәндәй, ҡатындың юғары иҡтисади белеме уға үҙ афера һына финанс - хужалыҡ эшмәкәрлек төҫө бирергә ярҙам итә. Һат ып алынған бар мөлкәтте ул яҡындарына яҙҙыра. Һөҙөмтәлә, 200 4 йылдың декабрендә уны ҡулға алыу ваҡғытына ҡатындың исемендә бер ниндәй ҙә мөлкәт булмай, әмм ә ул кредиторҙарҙың барыһы менән дә хисаплашырға йыйыныуы, тик эш ҡыуарлыҡ буйынса партнерҙарының ошондай хәлдә ҡалдырыуы тура һында һөйләүен
       дауам итә.
       Ҡулға алыныусы ике статья буйынса ғәйепләнә. Ике айҙан аш ыу ваҡыт алған тикшереүҙәрҙән һуң Бәләбәй ҡала суды Нәзирә М усинаны ике статья буйынса ла ғәйепле тип таба һәм уны һигеҙ йылға иркенән мәхр үм итергә тигән хөкөм сығара. Үҙ ғәйебен танымаған эшҡыуар ҡатын был ҡ арарҙы Башҡортостан Юғары Судында ҡарауҙарын һорай. 14 томлыҡ енәйә т эшен тикшергәндән һуң, Юғары Суд судьяһы хөкөмдө үҙгәрешһеҙ ҡалды ра.
       Зыян күреүселәр был хөкөм менән ризамы (рәсми рәүештә ула рҙың һаны 114, ғәмәлдә иһә күберәк булыуы ла мөмкин) - әйтеүе ҡыйын. М усина төрмәлә ултырыр ҙа сығыр, ә аҡсаларҙы кем ҡайтарыр һуң 

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал