6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өфө финанстары нимә тураһында йырлай
17.08.05


       Быйылғы йылдың тәүге яртыһында ҡала ҡаҙнаһында көйҙәр ярайһы
       уҡ күңелле яңғырай. Һәм бюджет процесы ныҡ ҡына үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, Өфө хакимиәтенең финанс идаралығы уларға әҙер булыуын күрһәтте. Финанстар идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Порсева журналистар ме нән осрашыу ваҡытында бюджеттың үтәлеүе айырыуса иғтибар талап итә, тип белдерҙе. Ә был - бюджет учреждениеларының барлыҡ сығымдары н ҡаты контролдә тотоу, аванс йәки маҡсатһыҙ сығымдарға бер ниндәй ҙә өмөт юҡ тигәнде аңлата.
       Баҙар конъюнктураһы ҡала бюджетын пландан алда үтәргә мөм кинселек бирә. Ольга Порсеваның һүҙҙәре буйынса, ярты йыл эсендә ҡала
       бюджетына 2 332 миллион һум индерелгән.
       Ҡаланың бюджетына республика бюджетынан субвенциялар һәм предприятиеларҙың үҙ ирке менән ярҙам итеүе ыңғай һөҙөмтәләр гә килтерә. Ҡала бюджеты дефициты хәл ителде, бынан тыш "к өтөлмәгән" килемдәрҙе капиталь төҙөлөш һәм бюджет учреждениеларын капиталь ремонтл ауға
       йүнәлтеү мөмкинселеге барлыҡҡа килде. Ә баштағы план буйынс а был ҡаралмаған ине. Баш ҡала бюджеты былай ҙа социаль йүнәлештә тора. Бюджет сығымдарының 38 процентын мәғариф "ашай" (бер уҡыусығ а, мәҫәлән, 12 мең һум тирәһе тотонола), артабан һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ - коммуналь хужалыҡ килә. Пландан тыш килем һәм субвенциялар " Инорс 7" биҫтәһендә мәктәп, 26 - сы һанлы мәктәп һәм 1 - се Башҡорт г имназияһының уҡыу корпустарын төҙөргә, "Биатлон" комплексының икенсе сира тын төҙөй башларға мөмкинселек бирҙе. Шул уҡ ваҡытта "Трамплин" комплексында канат юл, Совет, Дим һәм Октябрьский райондарын да
       физкультура - һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа объекттар т өҙөү буйынса эш алып барыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал