6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Самолет осоусының хатаһы арҡаһында һәләкәткә осраған
17.08.05


       Быйылғы йылдың унынсы июлендә ике урынлыҡ А - 27м самолетыны ң Өфөнән алыҫ түгел һәләкәткә осрауы осоусының хатаһы арҡаһы нда булыуы асыҡланды, тип хәбәр итте "БАШвестЪ" гәзитенә Өфө
       транспорт прокурорының өлкән
       ярҙамсыһы Руслан Вәлиев.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "кеше факторынан" тыш тикшере ү органдары самолеттың техник яҡтан төҙөк булмау мөмкинселег ен дә иҫәптә тота ине. Әммә был раҫланманы. "Һәләкәткә осраған самолетты тикшереп с ыҡҡандан һуң эксперттар уның ергә бәрелеүгә тиклем техник йәһәттән тө ҙөк булыуын асыҡланы", - тип әйтелә эксперт һығымтаһында.
       "БАШвестЪ" гәзите быға тиклем А - 27м ("Ҡошсоҡ") самолеты ның уҡыу - күнекмә осоштарын башҡарыу ваҡытында ҡолауы хаҡында хәбәр ит кәйне. Һөҙөмтәлә 60 йәшлек осоусы - конструктор һәм 35 йәшлек пасса жир һәләк
       булды, улар икеһе лә Өфө кешеһе. "Ҡошсоҡтоң" капитаны үҙ эш енең оҫтаһы булараҡ билдәле: дөйөм алғанда ул һауала 6 мең с әғәт үткәргән. Уларҙың ике йөҙө А - 27 тибындағы самолеттарҙ а.
       Билдәле сәбәптәр буйынса, "Хәрәкәт хәүефһеҙлеге һәм самол етҡа идара итеү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың кешеләрҙең үлеменә алып килеүе" ст атьяһы буйынса асылған енәйәт эше туҡтатылды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал