6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Атыу һәм йүгереү генә етмәй, төҙөргә лә кәрәк
16.08.05


       Теүәл бер йылдан һуң Өфөлә йәйге биатлон буйынса дон ъя беренселеге уҙасаҡ. Бындай әһәмиәтле ваҡиға баш ҡалабыҙҙа
       тәүгә үткәрелә. Беҙҙә халыҡ - ара шашка уйыны, боҙ өҫтөндә мотоуҙыш, кикбоксинг буйынса донъя ярыштары ойошторолғаны бар, әммә уларҙы үткәреү өсөн айырым бина төҙөү мотлаҡ түгел. Мотоуҙыш беренселегендә 18 кеше ҡатнашты һәм у л "Строитель" стадионында үтте. Шашка чемпионатындағы дүрт финалист "Башҡортостан" ҡунаҡханаһының ике өҫтәле артында яр ышты. Чемпион исеме өсөн көс һынашыусы кикбоксерҙар икәү генә булды.
       Йәйге биатлон буйынса ярыштар иһә егерменән ашыу илдән д үрт йөҙҙән артыҡ кеше йыясаҡ - өс йөҙгә яҡын спортсы баш ҡалабыҙға киле ргә йыйына,
       ҡалғандары - уларҙы хеҙмәтләндереүсе персонал. Был кимәлдәг е ярыштар үтәсәк урын да юғары сифат талап итә.
       Чемпионат беренсе сираты 2001 йылда файҙаланыуға тапшырыл ған "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексында үтәсәк. БР Хөкүмәт е был комплексты төҙөү өсөн Ағиҙел ярында "В. Комаров урамы" район ында 70 гектар майҙан бүлде. Әлеге ваҡытта унда 70 урынлыҡ ҡунаҡхана , кафе - бар, конференция залы, судьялар коллегияһы өсөн тейешенсә йыһазла ндырылған
       бүлмәләр, медицина кабинеты, саңғы инвентаре әҙерләү өсөн 2 0 бүлмә һ. б. үҙ эсенә алған дүрт ҡатлы бина бар. Ярыштар өс өн атыу урыны, ярым ябылған, яҡтыртылыусы тир, ике саңғы - роллер, өс саңғы трас саһы төҙөлгән.
       Әммә былар барыһы ла Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштар ү ткәреү өсөн генә ярай. Бөгөн, донъя чемпионатына әҙерлек сик тәрендә, бында бик ҙур эш йәйелдерелгән. БР Хөкүмәте бинаны ң икенсе сиратын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте.
       "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексының директоры Павел
       Мөслимов һөйләүенсә, бинаға фундамент һалынған, төҙөүселәр бөгөн бере нсе ҡатта эш алып бара. Бинала саңғыларҙы әҙерләү буйынса та ғы 14 бүлмә, спорт һәм тренажер залдары, спортсылар өсөн 70 урынлыҡ ял бүлмәһе бул асаҡ. Ҡышҡа тиклем бинаның түбәһен ябырға планлаштырыла, ноя брь - декабрь айҙарында эске биҙәү эштәре башланасаҡ.
       Бынан тыш трибуналар өҫтөндә комментаторҙар өсөн кабинала р эшләнәсәк. Ҡаҙанлыҡты газ менән йылытыуға күсереү өҫтөндә }xrәр алып барыла. Төҙөлөш 2005 йылдың аҙағында тамамланасаҡ.
       Трассалар әҙерлек һыҙығында тип әйтергә була, кросс трасс аларын бысҡы
       онтағы, саңғы - роллер трассаһын тағы бер тапҡыр асфальт ме нән ҡапларға
       кәрәк, әйткәндәй, был бер ҙә арзан тормай, уны башҡарыуға миллион һум самаһы тотонола.
       Мөслимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, донъя чемпионатына әҙерл ектең иң ҡатмарлы һәм ҡыйбатҡа төшөүсе проблемаларының береһе - телетапшырыуҙар алып барыуҙы тәьмин итеү. Телевизион ҡорама лдар
       сифатына талаптар бик юғары, тура эфирҙы тәьмин итеү өсөн к амералар 24 - тән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Киләһе йыл телетран сляция һәм интернетҡа
       тоташтырыу өсөн кабель үткәрергә планлаштырыла. 2005 йылдың
       сентябрь айында ДТРК - ның өс хеҙмәткәре Рәсәй делегацияһы составында Финляндияла үтәсәк ярыштарға йыйына. Уларҙың маҡсаты - әйтел гән
       сараларҙы үткәреү тәжрибәһен өйрәнеү.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал