6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Юрий Шевчук пиар - кампанияларҙа ҡатнашырға теләмәй
28.10.03


       27 октябрҙә Өфөнөң Спорт һарайында легендар рокер, "ДД Т" төркөмө солисы Юрий Шевчук ҙур концерт менән сығыш яһарға
       тейеш ине. Әммә йырсы концертын кисектерергә мәжбүр булды. Яҡташыбыҙ бының сәбәбен үҙ исемен сәйәси уйындарҙа файҙаланы у ихтималлығынан хәүефләнеүе менән аңлата. Теләһә ниндәй хәб әрҙе лә сурытырға, төймәнән дөйә яһарға тырышыусы ҡайһы берә үҙәр был хәлде үҙ файҙаһына ауҙарырға ла тартынмай. Тик дөрө ҫлөк шунда: концерт буласаҡ. Юрий Шевчук, Башҡортостанда Пре зидент һайлауҙары үтеп, барыһы ла тынысланғас, декабрь айынд а концерт мотлаҡ ҡуйыласаҡ тип ышандыра. Шевчук ҡара пиарға ҡаршы!
       Хәтерегеҙҙәлер, Башҡортостан президенты вазифаһына дәғ үә итеүселәрҙең береһе йәйгеһен эфирға видео ролигы сығарғай ны. Пиарсылар республикабыҙҙың абруйлы кешеләренән, атап әйт кәндә, Мостай Кәримдән, хоккейсы Ирек Ғимаевтан, йырсы Юрий Шевчуктан документаль фильм өсөн Башҡортостан тураһында йылы
       һүҙ әйтеүҙәрен үтенеп, интервью алған. Һуңынан был кадрҙар һайау алды ролигына индерелгәйне. Яҡташтарыбыҙҙы был оятһыҙл ыҡ ныҡ нәфрәтләндерҙе, рәнйетте. Юрий Шевчук реклама ролигын ан үҙен алыуҙарын талап иткәс, төрлө янауҙар, ҡурҡытыға мата шыуҙар ҙа булған. Хатта ул "ҡара пиарсылар"ҙы судҡа бирмәксе
       лә иткәйне.
       Әле Ю. Шевчуктың Рәсәй ҡалаларында гастролдәре бара. Ту рнеға сығыр алдынан ул "Комсомолка"ға хат ебәргән. Унда Башҡ ортостандың халыҡ артисы тигән юғары исем биреүҙәре өсөн йыр сы яҡташтарына рәхмәт белдерә. Үҙенең ижадын ихтирам итеүсел әрҙән һәм концертты түҙемһеҙләнеп көтөүселәрҙән ғәфү үтенә, уларҙың аңлауына ышана.
       - Мин үҙем дә, ғаиләм дә ҡайһы бер кандидаттарҙың бысраҡ
       сәйәси технологияларының йоғонтоһон татыныҡ инде. Ғүмер буй ы шуға ғәжәпләнәм һәм аңламайым: бәғзе бер әҙәмдәр донъяла х акимлыҡ итеү өсөн теләһә ниндәй алымдарҙы ҡулланып, үҙҙәрене ң кешелек йөҙөн, намыҫын юғалта. Быға Аллаһы Тәғәлә үҙе шаһи т, --тип белдерә Ю. Шевчук.
       Әйткәндәй, концертты күсереү "ДДТ" төркөмөнә үтә ҡиммә ткә төшә икән. Быны яҡташыбыҙ, беҙҙә кеше аҡсаһына ҡул һуҙыу
       ғәҙәте юҡ, сығымдарҙың барыһын да үҙебеҙ ҡаплаясаҡбыҙ. Азат лыҡ аҡсанан ҡиммәтерәк тип билдәләй.
       Популяр рок йырсыһы үҙенең аҡыллы фекерҙәре менән, "ҡ арар пиарсылар" тауҙай аҡса вәғәҙә иткәндә лә, сәйәси уйында рға ҡыҫылмаясағын да әйтеп бирә кеүек.

Әлим Фәйезов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал