6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Бөйөк рус юлы" Дим районы аша үтә
15.08.05


       "Бөйөк рус юлы" эстафетаһында ҡатнашыусы Рәсәй - Британ ия вәкилдәре Владивостоктан Башҡортостанға килеп етте. Кисә кис спортсыларҙы Силәбе өлкәһенең Аша районы һәм республикабыҙҙың Иглин районы сиге ндә сәк - сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
       "Бөйөк рус юлы" - 15 этаптан торған эстафета. Спортсылар ( 12 рәсәйле һәм 12 британиялы) бер - береһен алмаштырып йүг ерә. Дүртәүһе аяҡ менән эшләгән арала ҡалған 20 кеше ял итә - 12 саҡрымдан һуң яңы " дүртәү" юлға
       сыға.
       Улар стартҡа 28 майҙа Владивосток ҡалаһынан сыҡты һәм сен тябрҙең беренсе декадаһында Санкт - Петербургта туҡтаясаҡ. Еңел атле тика тарихында бындай оҙайлы йүгереүҙәр булғаны юҡ ине әле. Тымыҡ
       океан ярҙарынан Балтикаға тиклем эстафетела ҡатнашыусылар 11 мең к илометрҙан ашыу ара үтергә тейеш. Һәр этапта төп составҡа йө ҙәр, хатта меңәрләгән еңел атлетика яратыусы ҡушыла - беҙҙең республика ла был сар анан ситтә ҡалмаясаҡ. Әлеге ваҡытта эстафетала өс яҡташыбыҙ ҡатнаша.
       Беҙҙең республикала спортсылар Иглин, Шишмә, Благовар, Бү здәк, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы аша үтәсәк. Өфөгә улар инеп тормай. "Бөйөк рус юлы" Башҡортостандың баш ҡалаһының Дим районы эрг әһенән
       үтә. Артабан спортсылар Шишмә районына, Благовар районының Языково ҡасабаһына инә. Кисен унда проект вәкилдәре һәм Башҡортостан
       йыйылма командаһы араһында иптәштәр матчы планлаштырыла. 17 августа маршрут буйынса спортсыларҙы Бүздәк һәм Туймазы райондары көтә. 20. 00 - дә улар Октябрьский ҡалаһында булырға тейеш. 18 август
       көнө, иртә менән эстафета Һамар өлкәһенә юл тота.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал