6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Оҫталар ҡалаһынан Өфөгә бына ошондай бүләк!
15.08.05


       "Сәнғәттең иң юғары төрө, иң талантлыһы - быуаттар дауам ында һаҡланып килгән халыҡ сәнғәте" - был һүҙҙәр "Урал" халыҡ ижады үҙәген дә ойошторолған экспозицияның үҙенсәлекле девизы булып яңғыран ы.
       - Бөгөн галерея залдарында иҫ киткес сафлыҡ һәм киңлек һи ҙелә, һәм был матурлыҡтың әкиәт ҡалаһы Сибайға, уның 50 йыллыҡ юбилейына а рналыуы икеләтә ҡыуаныслы, - тине экспозицияны асып Сибай хакимиәтен ең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт
       эшмәкәре Гөлназ Аҡназарова.
       - Был күргәҙмәлә үҙешмәкәр һәм профессиональ рәссамдар, ш ул иҫәптән Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы, 24 - се һанлы һөнәрселек лицейы, педагогия һәм политехник колледж, Өфө дәү ләт сәнғәт академияһының Сибай филиалы студенттары һәм уҡытыусылары, шу лай уҡ
       художество мәктәптәре, балалар ижады үҙәге уҡытыусылары һәм
       уҡыусылары ҡатнашты, - тип күргәҙмә авторҙарын һанап китте Гөлназ Вәкил ҡыҙы.
       - Ҡаланың тыуған көнөн беҙ октябрь айында билдәләйәсәкбеҙ , әммә сентябрь башында уҡ профессиональ һәм үҙешмәкәр рәссамдарҙың
       юбилей
       күргәҙмәләре асыласаҡ. Сәнғәткә һөйөү һәм матурлыҡ тойғоһон
       беҙ
       балаларҙа ла тәрбиәләргә тырышабыҙ: Сибайҙа балалар өсөн ик е художество мәктәбе эшләй, унда сәнғәт оҫталары йәш быуынды
       тәрбиәләү менән шөғөлләнә.
       Педагогтарҙың тырышлығын, мәҫәлән, БДУ - ның Сибай филиал ы студенттарының эштәренән күреп була - һынлы сәнғәт, сигеү, к оллаж, аппликация...
       Башҡорт милли биҙәктәре, шаҡмаҡ тауарҙар, бал, сәк - сәк,
       биҙәкле шаршауҙар ел ыңғайына сайҡала, тәҙрә артында - үләндәр балаҫ ы. Сағыу төҫтәр менән сигелгән был гүзәллек студенттарҙың оҙайлы һәм ныҡышмал эш һөҙөмтәһе.
       "Сигелгән" һүрәттәр галереяға килеүселәрҙең барыһының да иғтибарын йәлеп итә. Диңгеҙ, сәскә гөлләмәләре, ап - аҡ йыйнаҡ йорттар , аҡсарлаҡтар...
       Сибай педагогик колледжы туҙҙан эшләнгән һауыттары менән,
       БДУ - ның Сибай институты студенттары - "Ҡышҡы этюдтар" тип исемләнгән
       ҙур панно
       менән иҫтә ҡалды.
       - Ҡалабыҙ ҙур түгел, әммә ижадҡа беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ.
       Был күргәҙмә өфөлөләрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырыр һәм беҙҙең залдарыбыҙ б уш булмаҫ, тип ышанабыҙ, - ти Сибай оҫталары - художество м әктәбе директоры, рәссам Сергей Николаев һәм ташта һүрәт эшл әү оҫтаһы Александр Иршин. - Барыһын да ысын күңелдән һәм саф йөрәктән алып килдек, - ти улар.
       - Өфөнөң "Урал" галереяһында матурлыҡ менән осрашыуҙар үт кәреү күптән инде изге йолаға әүерелде. Бөгөн, ошондай оҫтал ар менән осрашҡандан һуң Баймаҡ халҡының киң күңеллелеге тур аһында бик күп һөйләргә мөмкин. Өфө халҡы исеменән сибайҙарға ҙур рәхмәт белдерергә һәм ошо йүнә лештә уларға артабан да уңыштар теләргә рөхсәт итегеҙ, - тине Бөтә
       донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Әхмәт Сөләймәнов. - Бөгөн һеҙ с ибайҙар
       адресына әйткән йылы һүҙҙәрегеҙҙе беҙ уларға мотлаҡ еткерәс әкбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал