6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Лилиә Шобухова - туғыҙынсы
15.08.05


       Финляндияла еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты тамамланд ы. Белорет ҡыҙы Лилиә Шобухова бик тырышыуына ҡарамаҫтан, 50 00 метрға йүгереү буйынса финал ярышында Эфиопияның еңел һөйәкле һәм сыҙамлы ҡыҙҙарына ҡаршы тора алманы.
       Ярыш барышында Лилиә үҙен ышаныслы тотто һәм лидерҙар арт ынан ҡалышманы. Тик һуңғы әйләнәлә генә ул бер аҙ биреште һәм һөҙ өмтәлә
       туғыҙынсы булып килде. Финалда Шобухова шәхси рекорд ҡуйҙы һәм Европа вәкилдәре араһында иң яҡшы күрһәткескә өлгәште. Л илиә чемпионатта
       еңеүсе Турунеш Дибабанан һигеҙ секундҡа ҡалышты. Тәүге дүрт
       урынды Эфиопия спортсылары алды. Лилиә иһә финалда ғына түгел, ике ярымфиналда ла рәсәйлеләрҙән бер үҙе булды.
       Башҡортостандың тағы бер вәкиле Георгий Андреев классик д истанцияла бары тик 46 - сы булып килде. Уның ваҡыты 2 сәғәт 23 минут 50 секунд. Еңеүсе, Марокко спортсыһы Джвад Гхарибтың ваҡыты 13 минут 40
       секундҡа аҙыраҡ. Тағы бер рәсәйле Олег Болховец 56 - сы урында.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал