6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Цой тере, әммә инде 15 йыл ул беҙҙең арала юҡ
15.08.05


       Цой тураһында тәүге тапҡыр мин ике туған ағайымдан ише ттем, ул минән һигеҙ йәшкә өлкән. Юҡ, ул миңә, ун йәшлек ҡыҙ сыҡҡа, Цой тураһында бер нимә лә һөйләмәне тип әйтергә була, уның яҙмаларын да тыңлат маны, табыуы бик ҡыйын булған "Черный альбомдың" нимәнән ғиб әрәт булыуын да
       аңлатманы, нисек кенә үтенеүемә ҡарамаҫтан, йырсының бер һү рәтен дә (плакат тураһында әйтеп тораһы ла түгел) бүләк итмәне. Был у ның биләмәһе, уның Цойы ине. Миңә унда инергә ярамай. Цойҙың таланты алдын да баш эйеүселәр был донъяла унһыҙ йәшәргә өйрәнергә тырышҡан ваҡы т ине был...
       Шулай итеп мин Цойҙың кем икәнлеген дә йүнләп аңламайынса , уға ғашиҡ
       булдым. Бер генә нимәне аңлай инем мин: Цойҙы яратырға кәрә к. Һәм мин
       Сашканың үҙе өсөн был музыкантты тере сағында асыуына бик к өнләшеп ҡараным. "Гарин һәм гиперболоидтарҙың" "Киноға" әйләнеп улар ҙың тәүге - "Ҡырҡ биш" альбомы донъя күргән ваҡытта миңә ни
       бары бер йәш булған, "Энә" һәм "Ҡан төркөмөнә" бәйле "киномания" тулҡыны шаулаған да ете йәшемде "билдәләнем", 90 - сы йылда Лужники һарайында үткән , өҙлөкһөҙ гастролдәрҙең тамамланышы булған һуңғы концерт та мине ситлә п үтте...
       Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Виктор Цойҙың ижады минең ө сөн ул тамамланғас башланды. Был һүҙҙәр "Кино" төркөмөнөң лидерына тап киләме һуң Цой бөгөн дә радиоэфирҙарҙа һәм ихата эскәмй әләрендә яңғырай, бөгөнгө рок - йырсылар уның йырҙарын ҡабатларға баҙнат иткән дә лә был процесты тик "Кинопроба" тип кенә атай, тимәк уның ижады там амланыуҙан алыҫ...
       Нисек кенә булмаһын, "Һуңғы геройҙы" йырлаған һәм үҙе лә бик күптәр өсөн Һуңғы геройға әйләнгән легендар рокерҙың эргәбеҙҙә булм ауына инде ун биш йыл. 1990 йылдың 15 авгусында Цой юл фажиғәһендә һәлә к булды. Шул саҡта уның икенсе тормошо башланды. Хәҙер инде "Цой" исе мен ишетеү менән мейелә "тере" тигән һүҙ уяна. Арбат стенаһы нда "Цой - тере" тигән
       яҙыу уның фанаттарының августа булған мәғәнәһеҙлеккә ҡаршы протест
       белдереүе (ул үлергә тейеш түгел ине) әле лә Ҡояш исемле Йо ндоҙҙо үҙ йөрәгендә һаҡлаусылар өсөн ниндәйҙер ҡотолоу мөмкинселегенә әйләнде.
       Миңә әле 24 йәш һәм мин Виктор Цой тураһында күп нимә бел әм. "Ҡырҡ биштән" башлап "Акустик концертҡа" тиклем. Уның һүрәттәренән
       башлап нецкеға тиклем. Совет эстрадаһындағы триумф һәм концерттарҙы ң тыйылыуына тикклем. Цой тураһында бик күп һөйләргә була. Тик
       алдыңа был мәсьәләне ҡуйғандан һуң уның бик ябай булмауын а ңлайһың. Халыҡ әлегә Цой менән хушлашырға әҙер түгел, тимәк йыл һайын некрологты төҙәтеүҙән мәғәнә юҡ Һәм берәй ваҡыт әҙер буласаҡмы ул
       Үҙ һорауыңа "юҡ" тип яуаплауҙарына шатлыҡ кисергән һирәк
       осраҡтарҙың береһе. Үҙ ваҡытында " Кино" төркөмөнөң концерт тарында Цойҙың исемен телдән төшөрмәүселәр, яңы сыҡҡан альбомдар менән бергә "кухн яла" эшләнгән "ярым фабрикаттарҙы" ла ҙур теләк менән шунда уҡ һа тып алыусылар "Юҡ", - тип яуаплай. Бөгөнгө йәштәрҙең бойҙайҙы ун ың ҡабығынан айыра белеүсе вәкилдәре лә "Юҡ", - ти.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал