6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тыуым ниңә кәмей
15.08.05


       Статистика күрһәтеүенсә, тыуымдың кәмеүе кеүек не гатив тенденция Башҡортостанда ғына һаҡлана тип уйлауы дөрө ҫ түгел. Халыҡ һаны кәмеүе Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә күҙәтелә һәм борсолоу тыуҙы ра.
       - Рәсәй күләмендә, дөйөм алғанда, эштәр бик хөрт түгел, -
       ти Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы б уйынса территориаль органының демографик статистика һәм халыҡ иҫәбе н алыу бүлеге начальнигы Ирина Үтәшева. - Башҡортостан өсөн 2000 йы л һынылыш йылы булды, ә Рәсәй Федерацияһында халыҡ һанының ҡырҡа кәмеү е 1992 - 93 йылдарҙа уҡ башланды.
       Бөгөн ғаилә беренсе, хатта икенсе урында ла түгел. Ирина Борисовнаның фекере буйынса, бында бер нисә фактор йоғонто яһай, уларҙың береһе - ғаиләнең социаль нормалары үҙгәреүе. Карьера һәм аҡса эшләү беренсе
       урынға ҡуйыла, тыуым кәмей. Әсәләрҙең беренсе бала табыу й әше лә арта ( 26,8 йәш) һәм беҙ ҡатын - ҡыҙҙың бала табырға һәләтле ваҡы ты 15 йәштән 49 йәшкә тиклем булыуы хаҡында йышыраҡ хәтергә төшөрәбеҙ. Ға иләлә балалар һаны ҡыҫҡара: берәүҙән артыҡ бала табырға баҙнат ите ү - ата - әсәләрҙең геройлығы һанала, кемдер быға һоҡланып ҡарай, кемд әлер аптырау тойғоһо уята.
       - Европа илдәрендә аҙ балалы ғаиләләр ваҡыты ун туғыҙынсы
       быуат
       аҙағында башланды, ә Рәсәй һуңыраҡ ҡушылды. Хатта Советта р Союзы осоронда ла ғаилә ҡиммәттәре ярайһы уҡ көслө ине, әммә ул ва ҡытта уҡ "енестәр тигеҙлеге" - ир - ат һәм ҡатын -ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары , мөмкинселектәре һәм бурыстары бер төрлө булыуы тураһында ише телә башланы, - ти Ирина Үтәшева. - Әлеге ваҡытта социаль - иҡтис ади көрсөк арҡаһында ғаилә ҡиммәттәренең юҡҡа сығыуы барлыҡ үҫешкән илд әрҙә лә күҙәтелә.
       Тик шулай ҙа тыуым ни өсөн кәмей һуң
       - Был йәһәттән күп төрлө сәбәптәр тураһында һүҙ йөрөтөргә
       мөмкин, - тип яуаплай Ирина Борисовна. - Беренсе сиратта, ул тыуымдың факт ор концепцияһы, уға ярашлы халыҡ һаны бер нисә фактор буйынса а рта йәки кәмей (ҡатын - ҡыҙҙарҙың йәмәғәтселек эштәрендә мәшғүл булыу ы, ауырға
       ҡалыуҙан һаҡланыу саралары үҫеше һ. б.). Демографик күсеш к онцепцияһы ҙур ғаиләнән ( 11 - 12 бала) ябай, йәғни аҙ балалы ( биш бал анан кәмерәк) ғаиләгә күсеүҙе аңлата. Ҡатын - ҡыҙҙың репродуктив тәртибе т еорияһы социаль, иҡтисади һәм психологик факторҙарҙы иҫәптә тотоп, б алаларға мохтажлыҡты һаҡлау тураһында һөйләй, - тип аңлата Ирина Бори совна. - Ата - бабалар заманы өсөн бала капитал, ғаиләне туйындырыусы
       булған, тимәк балалар ни тикем күберәк булған һайын яҡшыраҡ . Ваҡыт үтеү менән иҡтисади факторҙы социаль фактор алмаштыр а - атай - ғаилә башлығы, балалары - уның уңышлы булыуына дәлил. Бөгөнгө донъяла иң көслөһө "тере
       ҡала", психологик мотивтар ҙур роль уйнай - ғаилә әсәлек һәм аталыҡ инстинкттарында ғына һаҡлана.
       Ирина Үтәшева һөйләүенсә, 2000 йылдың социологик тикшереү ҙәре 83 проценттың тыуым иҡтисади факторҙан, йәғни халыҡтың йәшәү ки мәле түбәнәйеүенән тора тип иҫәпләүен күрһәтә. Республика йәштәре нең төп проблемаһы - йәшәү шарттарының тейешле булмауы. 18 - 25 йәшл ектәр уҡыуын тамамларға йәки үҙҙәре өсөн йәшәп ҡалыу тураһында хыя ллана, 25 - тән үткәндәрен матди ҡыйынлыҡтар һәм торлаҡ мәсьәләһе ҡурҡыт а.
       - Тыуым күрһәткестәре кәмемәһен өсөн 10 ҡатын - ҡыҙға 22 тыуым тура килергә тейеш, тимәк бер ҡатын - ҡыҙға - 2,2 тыуым тигән һүҙ , - ти Ирина Үтәшева. - Беҙҙең республика был сиккә 90 - сы йылдар башынд а, ә Рәсәй - 60 - сы йылдар аҙағында килде. Шул ваҡыттан алы п беҙ был сиктән сыҡтыҡ - бөгөн республикала бер ҡатынға 1,5 тыуым, Рәсәйҙә - 1,3 тыуы м тура килә. Һуңғы бер нисә йылда тыуымдың бер ни тиклем артыуы күҙәтелә,
       әммә хәлде ҡотҡарыу өсөн был һан бик түбән.
       Ни өсөн Башҡортостанда күрһәткестәр Рәсәй менән сағыштырғ анда юғарыраҡ Ирина Борисовна беҙҙе ҙур ғаиләлә йәшәү, ғөрөф - ғ әҙәттәр, йолалар һаҡланыуы ҡотҡара тип иҫәпләй.
       Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, республика халҡы үҙ күҙаллауҙ арында ике балаға иҫәп тота, һәм бары тик 18, 2 проценты ғына 1 бала пл анлаштыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал