6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡорт балының туғыҙҙан бер өлөшө Америкаға китәсәк
15.08.05


       Августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәй ҡортсолары үҙҙәренең про фессиональ байрамын билдәләне. Башҡортостан өсөн был айырыус а ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки башҡорт балы күптән инде беҙҙең республиканың айырылғы һыҙ бер өлөшө булып тора. Ул Рәсәйҙә лә ҙур абруй яуланы, хәйер, был
       продукттың даны бар донъяға тарала, буғай.
       Ошо көндәрҙә Американың Ҡушма Штаттарға аҙыҡ - түлек прод укттары ҡайтарыу менән шөғөлләнеүсе "Natural Products Inc." корпорац ияһы делегацияһы Башҡортостанда булып китте. "Башҡортостан ҡортсо лоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми - тикшеренеү үҙәгендә" әйтеүҙәренсә , апрель айында американдар башҡорт балының алты төрөн алып ҡараған һ әм был уникаль продуктты тейешенсә баһалаған, күрәһең. Өс лаборатор ияла
       үткәрелгән анализдар башҡорт балының Американыҡы менән сағы штырғанда өс - дүрт тапҡыр сифатлыраҡ булыуын асыҡлаған. Әле ге ваҡытта улар беҙҙән 500 тонна бал һатып алыуға килешеү төҙөлгән.
       Башҡортостанда йылына башлыса 4,5 мең тонна бал етештерел еүен иҫәпкә алғанда, 500 тонна - барлыҡ башҡорт "уңышының" т уғыҙҙан бер өлөшө. Германия шулай уҡ мең тонна бал алырға теләк белдерә. Бал я ратыусылар, ҡышҡылыҡҡа запасланып ҡалығыҙ, юҡһа өлгөрмәй ҡалыуығыҙ ихтим ал.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал