6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Күршеләр юбилейға әҙерләнә
15.08.05


       Рәсәйҙә байрамдар йыш үтеп тора. Тормоштоң еңелдән булмау ы ла, эске
       тулайым продукцияның икеләтә арта алмауы ла ҡамасауламай бы ға. Мәскәүҙең 850 йыллығы һәм Санкт - Петербургтың 300 йыллығын уҙғарыуҙар
       төрлө тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бюджеты менән артыҡ маҡтана алм аған ҡалалар федераль үҙәк ярҙамына өмөтләнә һәм байрамдарын
       артыҡ шашынмай ғына үткәрә. Бына күрше Татарстандың баш ҡал аһы Ҡазан да иң лайыҡлы юбилейҙарҙың береһен - ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 1000 йыллығын
       билдәләргә әҙерләнә. Әйткәндәй, беҙҙең күп кенә хоҡуҡ һаҡсы ларыбыҙ был көндәрҙә коллегаларына боронғо ҡалала тәртип һаҡларға ярҙам итәсәк.
       Беҙҙә көнләшеү тойғоһо юҡ - бары тик федераль статуста б улған байрамға конструктив ҡыҙыҡһыныу ғына. Бер йыл элек Өфө
       үҙенең 430 йәшен билдәләне, 2007 йылда иһә тағы бер датаның шаһиты буласаҡбыҙ
       - Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тула. Был әһәмиәтле ваҡиға тирәләй үтәсәк тантаналарға шулай уҡ фе дераль статус бирелә. Саралар планы республикала күп һанлы с оциаль һәм инфраструктура объекттары төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Һ әм бында Ҡазандың федераль хөкүмәт
       менән үҙ - ара бәйләнеш тәжрибәһе әһәмиәткә лайыҡ - иң башт а Татарстандың социаль - иҡтисади үҫеш программаһы сиктәрендә.
       Ситтән ҡарағанда яҡшыраҡ күренә тиҙәр. "Йәмәғәтселек феке ре" фонды Рәсәй халҡынан Ҡазан һәм уның меңенсе тыуған көнө тураһында нимә
       белеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Татарстандың баш ҡалаһын илебе ҙҙә яҡшы
       беләләр. Һорау бирелгән граждандарҙың дүрттән өс өлөшө уның
       ниндәй төбәк үҙәге булыуына дөрөҫ яуап бирҙе. Ҡазан исеме һеҙҙә нин дәй ассоциация тыуҙыра тигән һорауға рәсәйлеләр "унда татарҙар й әшәй" тип яуаплай. Һәр бишенсе кеше Татарстандың баш ҡалаһын һоҡланып һүрәтләй: "боронғо ҡала", "бөйөк ҡала", "кремле матур". Халыҡтың тарих и хәтере лә ярайһы уҡ ныҡ: һорау бирелгәндәрҙең ете процент тирәһе "тата р - монголдарҙың баҫып алыуы", Ҡазанды буйһондорған Иван Грозный , Лениндың Ҡазан университетында белем алыуы тураһында ла хә тергә төшөрҙө. Ҡаланың мең йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәге рәсәйлеләрҙең 52 п роцентына ғына мәғлүм булыуы ғәжәпләндермәй. Юбилейҙың урынд ағы халыҡ өсөн генә әһәмиәткә эйә булыуы йәки бар халыҡ өсөн
       дә байрам булып тороуы тураһында фекерҙәр төрлөсә. Һуңғылары үҙ фекерен Ҡазандың да , Татарстандың да Рәсәйҙең бүленгеһеҙ өлөшө булыуы менән аңлат а. Ҡайһы берҙәре "татарҙарҙың бөтә ил буйлап йәшәүе", тимәк Татарста ндың баш
       ҡалаһының юбилейы барлыҡ күп милләтле дәүләт өсөн дә байрам
       булырға тейеш тип бара.
       Рәсәйлеләрҙең күпселеге Ҡазан һәм тотош төбәк тураһында к иң мәғлүмәт саралары яҙғандан сығып фекер йөрөтә. Һәр хәлдә Татарстан фә ҡир төбәк
       түгел, ти улар, ә рәсәйлеләрҙең дүрттән бер өлөшө татарҙар башҡа Рәсәй
       төбәктәре менән саыштырғанда байыраҡ йәшәй тигән фекер яҡлы . Һорау бирелгәндәрҙең өстән бер өлөшө Татарстан башлығы Минтимер Шә ймиевҡа ыңғай ҡарашта. Дөрөҫ, рәсәйлеләрҙең ҡайһы берҙәре (17 процен т самаһы) күрше республика өсөн көнүҙәк булған проблемаларҙы атап әйтә
       алды. Бик аҙы ғына Татарстанда "милли һорау", "рустарҙы ҡыҫырыҡлау ", "суверенитетҡа ынтылыш", "Татарстандың исламлашыуы", "мосолм ан һәм христиан диндәре араһындағы проблемалар" барҙыр, моғайын, ти гән фекерҙә ҡала.
       Әйтелгәндәрҙең барыһын да шәхси тәьҫораттары менән раҫлай
       алыусылар бик һирәк, һорауҙарға яуап биреүселәрҙең күпселегенә ( 82 пр оцент) Ҡазанда бер ҡасан да булырға тура килмәгән. Бына Өфө һәм уның тарихи үткәне тураһында ла белмәүселәр барҙыр, моғайын. Конкрет кеше йәки
       ҡала һәм төбәккә хас билдәләргә булған ассоциациялар тотороҡлораҡ. Ба шҡорт балы, Салауат Юлаев, Бөрйән ҡорто, башҡорт троллейбусы , Земфира йәки Юрий
       Шевчук һәм башҡалар беҙҙе берләштерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал