6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Лилиә миҙалға барып етерме
12.08.05


       Финляндияла үткән еңел атлетика буйынса донъя чемпионатынан
       яҡшы хәбәр алдыҡ. Белорет ҡыҙы Лилиә Шобухова 5000 метр ара ға йүгереү буйынса финалға үткән.
       Бер ниндәй проблемаһыҙ квалификация үтер һәм финалда ҡатн ашыр өсөн ярышта алда килгән дүрт йүгереүсе араһына эләгер кәрәк. Лили ә был бурысты үтәне - ул лидерҙар төркөмөндә нәҡ дүртенсе булып ки лде, еңеүсе Месерет Дефарҙан (Эфиопия) ул ике секунд самаһына ғына артта
       ҡалды (икенсе урын шулай уҡ эфиопкала, өсөнсө урында Ҡытай спортсы һы).
       Икенсе ярымфиналда рәсәйлеләр йүгермәне. Беренсе һәм икен се урында
       шулай Эфиопия ҡатын - ҡыҙҙары, өсөнсө урын Бөйөк Британия в әкилендә, дүртенсе урында - Кения спортсыһы. Финалда ҡатнашасаҡ тағы е те спортсы
       ваҡыт һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде.
       Биш мең метрға йүгереүҙә миҙалға лайыҡ булыр өсөн 15 спо ртсы көс һынашасаҡ. Финалда призлы урындар өсөн көрәш бик көсөргәнешл е булыр
       тип көтөлә. Алдан килеүсе бишәү иҫәбенә инеү ҙә яҡшы ҡаҙаны ш. Һуңғы ярыштың көсөргәнешле булыуына финалға АҠШ ҡатын - ҡыҙҙарының
       бөтөнләй эләгә алмауы ла дәлил булып тора.
       Лилиәгә бик етди һынау аша үтергә кәрәк буласаҡ. Дүрт эфи опка берҙәм команда булып барлыҡ пьедесталды биләргә тырышыр, моғайын. Ҡ ытай һәм Кения спортсменкаларының да үҙ тактикаһы бар.
       Ә Башҡортостан ҡыҙы Шобухова барыһына ла ҡаршы бер үҙе сы ғыш яһай. Әммә, билдәле булыуынса, беҙҙекеләр бирешмәй һәм иң ауыр һәм
       ҡатмарлы мәлдәрҙә лә еңеүгә булған ихтыяр көсөн юғалтмай.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал