6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Маричев һәм уның жирафтары филдәр илендә
12.08.05


       "Нефтяник Башҡортостана" волейбол клубы остазы Юрий Маричев быйыл йәй Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһына ла етәкселек и тә. Әлегә эштәр
       уңышлы ғына бара: Һиндостанда үткән йәштәрҙең (21 йәшкә тик лем) донъя беренселегендә беҙҙең илдең милли командаһы еңелеү белмәй.
       Рәсәйлеләр филдәр һәм йогтар илендә дүрт матч үткәрҙе һәм
       һәр ваҡыт майҙандан баштарын жираф кеүек юғары күтәреп сыҡты. Тәүге уй ында
       полководец Юрий Маричев һәм уның армияһы Куба командаһына ҡ аршы
       уйнаны, әйткәндәй, уның составында "Нефтяник Башҡортостана"
       командаһы уйынсыһы Османи Гуанторена ла бар. Маричев үҙ тәр биәләнеүселәренә Өфө клубы легионерына ҡаршы нисек көрәшергә кәрәклеге тураһында һөйләгәндер, моғайын, әммә ул көнө беҙҙең волейболистарға "ж ирафтарға кеүек" оҙаҡ
       барып еткәндер, күрәһең. Османи иһә үҙен команданың иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүсе уйынсыһы итеп күрһәтте. Әммә ул ни тик лем тырышһа ла, Азатлыҡ утрауынан килеүселәр Өфө командаһына
       биреште.
       Киләһе матчта беҙҙең оҙон буйлы егеттәр (тағы жираф менән
       сағыштырыу теләге тыуа) Көньяҡ Корея волейболсыларына ҡаршы торҙо. Рәсә йлеләр ике
       старт партияһын отҡандан һуң, өсөнсөһөндә теҙгенде бер аҙ ҡ улдан
       ысҡындырҙы һәм 23 : 25 иҫәбе менән еңелде. Әммә уйындың кил әһе өлөшөндә Маричев тәрбиәләнеүселәрен кәрәкле кәйефкә көйләй а лды - һәм тағы ла ышаныслы еңеү - 25 : 20.
       Артабанғы ярыш беҙҙең "йәштәр" өсөн бала - саға уйыны ғын а булды - Марокко командаһы тулыһынса тар - мар ителде. Улар хатта бер
       тапҡыр ҙа 20 мәрәйгә тиклем дә барып етә алманы.
       Һуңғы уйында Маричев егеттәренә көслө сербтар ҡаршы торҙо , әммә беҙҙекеләр дүрт партияла барыбер уларҙы еңеүгә өлгәште.
       13 августа беҙҙең команда алдында ярымфинал ярыштары тора . Рәсәйлеләргә ҡаршы Нидерланд йыйылма командаһы сығыш яһар,
       моғайын.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал