6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡ хаҡын кәметеү өсөн барлыҡ алымдар ҙа һәйбәт
12.08.05


       Күптән түгел генә ҙур панелле йорт төҙөү трестары йылдам
       эшләй ине,
       сөнки бар урында ла панель йорттар төҙөлдө. Өйрәнелгән биш ҡатлы "хрущевкаларҙан" аҡрынлап бер - береһенән бик аҙ айырылған т уғыҙ ҡатлы йорттар һалыуға күстек. Бөгөн панель йорттарҙы ни тиклем хур лаһаҡ та улар
       үҙ эшен эшләне: бер - ике тиҫтә йыл эсендә күп кенә ҡала ха лҡы барактарҙан айырым фатирҙарға күсеү бәхетенә иреште. Өҫт әүенә бушлай! Хәйер бөгөн дә рәсәйлеләрҙең күпселеге күпте күргән ошо йорттарҙа йәшәүе н дауам итә - коттедждарға барыһының да аҡсаһы етмәй шул.
       Бөгөнгө, кем әйтмешләй, социаль торлаҡтың өҫтөнлөгө нимәл ә Уны төҙөүҙең тиҙ һәм арзан булыуында. Йорт төҙөү стратегияһында тап ошо сифаттар етмәй түгелме Һуңғы арала элиталы матур йорттар тө ҙөү менән мауығып киттек, ябай халыҡ был квадрат метрҙарҙы һатып алыу мөмкинселегенә эйә түгел. Хәйер, ғәҙәти торлаҡ йорттар ҙа ҡы йбатлыҡ буйынса уларҙан артыҡ артта ҡалмай. Ә шул ваҡытта меңдәрсә ғ аилә торлаҡ
       шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Үҙҙәренең көнүҙәк проблемалары н уларға нисек хәл итергә Белгестәр лайыҡһыҙ рәүештә онотолған йыйыл ма конструкцияларҙан йорт төҙөү тәжрибәһенә кире ҡайтыу кәрәк т ип раҫлай.
       Бына, мәҫәлән, балалар конструктор деталдәренән төрлө фигур алар йыя - тиҙ ҙә, күп көс тә талап итмәй. Төҙөүселәр ҙә ошо
       принцип буйынса эшләй ала,
       тик уларҙы яраҡлы материалдар менән генә тәьмин итергә кәр әк.
       Төҙөүсе көнө алдынан "Өфө тимер бетон заводы - 1" асыҡ ак ционерҙар йәмғиәте территорияһында мөһим ваҡиға булып үтте - йыйылма -
       монолит каркас йорттар төҙөү изделиелары етештереү буйынса технологи к линия
       сафҡа баҫты.
       Яңы производствоны асыуҙа республика Президенты Мортаза Р әхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров, төҙөлөш индустрияһы
       вәкилдәре ҡатнашты. Тәбрикләү һүҙҙәрендә республика башлығы  барыһы ла һатып ала алырлыҡ, арзан социаль торлаҡ төҙөүҙең кәрәклегенә баҫым яһа ны. "Заманса төҙөлөш технологиялары был мәсьәләне хәл итергә
       мөмкинселек бирә", - тине Мортаза Рәхимов. Ул яңы производс тво линияһы менән танышырға ла ваҡыт тапты. "Өфө тимер бетон заводы - 1" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ге нераль директоры Сергей Кузнецов яңы системаның төҙөлөш индустрияһы эшсәндәре алдында яңы мөмкинселектәр асыуын билдәләне. Был конструкцияларҙы ҡулланыу даирәһе бик киң. Төрлө планировкал ы торлаҡ йорттарҙан тыш сауҙа үҙәктәре, күп ҡатлы гараждар, социаль -
       мәҙәни әһәмиәткә эйә булған объекттар төҙөргә лә мөмкинселек бирә. Улар бөгөнгө
       хаҡтар менән сағыштырғанда 30 процент самаһына арзанғараҡ төшә. Әйткәндәй, бер ай эсендә өс мең квадрат метр торлаҡ төҙөргә мөмкин.
       Каркас конструкциялар етештереү линияһы урынлашҡан цех үҙ енең ҙурлығы менән хәтерҙә ҡала - уның оҙонлоғо йөҙ метрҙан ашыу. Бында ҙур габаритлы изделиелар йыйырға мөмкин. Материа лдар ҡайтарыу йәһәтенән проблемалар булырға тейеш түгел, ула р барыһы ла республиканың үҙендә етештерелә. Параллель рәүештә эш менән тәьмин итеү һорауы ла хәл ителә, линия эшкә ебәрелеү менән яңы 45 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
       Тантанала ҡатнашыусылар каркас конструкцияның нисек әҙерл әнеүенә лә
       шаһит булды. Бригадирҙың командаһына буйһоноп, аҡыллы техни ка ҡуйылған мәсьәләне бер нисә минут эсендә башҡарып сыҡты.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал