6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Төҙөүселәр үҙҙәренең байрамын билдәләй
12.08.05


       Август айының икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәй төҙөүс еләре үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Быйыл ул ай ырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки байрамдың билдәләнә башлауына бы йыл теүәл 50 йыл тула.
       Төҙөүсе көнө - тыныс тормошто һүрәтләүсе байрамдарҙың бер еһе. Был өлкә эшсәндәре - төҙөүселәр, архитекторҙар, ғалимда р, төҙөлөш материалдары сәнәғәте эшселәре. Нәҡ уларҙың тырышлығы менән ҡалаларыбыҙҙы ң тышҡы йөҙө йылдан йыл күркәмләнә, йәшәү шарттары уңайлыраҡ була ба ра.
       Беҙҙең республикала торлаҡ төҙөү һәм граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү - хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрене ң береһе. Башҡортостанда йәшәүсе төрлө категория граждандары н торлаҡ менән тәьмин итеү концепцияһында 2002 - 05 йылдарҙа торлаҡ төҙөүҙә дәүләт яҡла уы торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу, торлаҡ баҙарының аяҡҡа баҫы уы һәм
       үҫешенә булышлыҡ итте тип әйтелә.
       "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә БР Төҙөлөш, архитектура һәм
       транспорт министрлығында әйтеүҙәренсә, ағымдағы йылдың беренсе яртыһын да 593,8 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған, был үткән йыл ким әленән 10,1 процентҡа күберәк.
       Ҡалаларҙа 354 мең квадрат метр, райондарҙа - 240 мең квад рат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.
       Ҡалалар араһында файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме б уйынса Өфө алда бара - 200, 5 мең квадрат метр, Стәрлетемаҡт а - 32, 4 мең, Нефтекамала - 13, Мәләүез һәм Бәләбәйҙә - 12 - шәр, Октябрьскийҙа - 10 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыу ға тапшырылған.
       Райондар араһында Өфө районы айырылып тора, бында 30 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Шишмәлә - 14 мең, Игли н һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында - һигеҙәр мең квадрат метр торлаҡ тө ҙөлгән.
       Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың ҡайһы бер төбәктәре ндә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләме кәмеүе күҙгә ташлана. Бындай хәл Мәсетле, Благовещен, Шаран райондарында, Салауат һәм Күмертау
       ҡалаларында күҙәтелә. Ағиҙелдә иһә ярты йылда бер метр торл аҡ та файҙаланыуға тапшырылмаған.
       Заказсы - төҙөүселәр араһында иң әүҙем эшләүсе ойошма "БР
       торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар предприятиеһы, ул файҙаланыуға
       тапшырған торлаҡ күләме 35 мең квадрат метр тәшкил итә. Үтк ән йылдың ярты йыл
       кимәле менән сағыштырғанда шулай уҡ МУП "ИСК Уфы", ГУП "Стәрлетамаҡстройзаказчик" предприятиелары ла үҙ күләмен арт тырыуға өлгәшкән.
       Подрядсы ойошмалар араһында "КПД" һәм Стәрлетамаҡстрой" а сыҡ акционерҙар ойошмалары алдан бара. "Генподрядный трест "БНЗС ", "Стронег", "Трест 21" асыҡ акционерҙар ойошмалары, киреһе нсә, артта һөйрәлә.
       Республикала шәхси торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән дә эш туҡталмай. БР Хөкүмәте ҡарары менән ҡала һәм район хакими әттәренә шәхси төҙөлөш барған урындарҙа инженер коммуникациялары ҡоро лмаһына
       55 миллион һум бүленгән. Шул уҡ ваҡытта район һәм ҡала хаки миәттәренә
       дәүләттән ярҙам көтөп кенә ултырмаҫҡа, халыҡтың, предприяти еларҙың, банкыларҙың бюджеттан тыш средствоһын йәлеп итеү буйынса эш ойошторорға тәҡдим ителә. Әммә беҙҙең республикала йәшәүсел әрҙең үҙ проблемаһы - торлаҡ күп талап ителә, түләү һәләте шәптән түг ел. Оҙайлы торлаҡ кредиты был осраҡта ҡотҡара алыр ине лә, әлегә ул беҙ ҙә бик үк үҫешеп етмәгән. Әлеге ваҡытта республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж 193 мең ғаилә иҫәптә тора. Уларҙың 34 меңе нең килемен юғары булыуҙан алыҫ, 77 меңе дәүләт һәм предприятиелар ярҙамына мо хтаж.
       Башҡортостан Республикаһының 2005 - 2010 йылдарға маҡсат лы торлаҡ проекты әҙерләнгән, әлеге ваҡытта ул БР Хөкүмәтендә раҫлау с тадияһында. Уның сиктәрендә республиканың "2003 - 2010 йылдарға граждан дарҙы
       иҫкергән һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү" прог раммаһы тормошҡа ашырылырға тейеш, был программа буйынса 50 миллион һум
       күләмендә үҙәкләштерелгән капиталь һалымдар ҡаралған, шула й уҡ "Башҡортостан Республикаһында 2010 йылға тиклем ауылдың соци аль үҫеше", "2003 - 2010 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуғ а мохтаж йәш ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы" республика программаһ ына үҙәкләштерелгән капиталь һалымдар 100 миллион һум тәшкил итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал