6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү һөҙөмтәлерәк
12.08.05


       Ҡош грибы үҙе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Уның Рәсәй буй лап йылдам таралыуы борсолоу тыуҙыра. Әгәр бер аҙна элек ауы рыу осраҡтары өс төбәктә асыҡланһа, бөгөн инде ул биш - Ново сибирск, Томск, Алтай, Төмән һәм Ҡурған өлкәләрендә теркәлгән. Унда ҡош - ҡорттоң ҡырылыуы кү ҙәтелә.
       Һәм әлегә вирус беҙҙең республикаға килеп етмәһә лә, яңы мәғлүмәттәр буйынса, ул Ҡаҙағстандың төнъяҡ өлкәләрендә хөкөм һөрә, унан
       беҙҙең Башҡортостанды ни бары Ырымбур өлкәһе генә айырып тора.
       Ҡош грибы тураһында киң мәғлүмәт сараларында күренгән хәү ефле
       хәбәрҙәр ҡурҡыта, өҫтәүенә был афәт тураһында аныҡ ҡына мәғ лүмәт тә юҡ. Шулай итеп, нимә һуң ул ҡош грибы һәм уға нисек
       итеп ҡаршы торорға
       "А" тибындағы вирус кешене генә түгел, хайуан һәм ҡош - ҡ орттоң ҡайһы бер төрҙәрен дә зарарлауға һәләтле. Хәүеф зонаһына тауыҡ, өй рәк, сусҡа, йылҡы малы, көҙән, тюлень һәм киттар инә. Ҡош - ҡортҡа йоғоу сы вирустар ҡош (тауыҡ) грибы тип атала. Был сир менән барлыҡ ҡош - ҡорт тар ҙа ауырыуы мөмкин, хәйер, ҡайһылары уға бирешеп бара, ҡайһылары
       бик бирешмәй. Ҡыр ҡоштары араһында эпидемия булмай, ә бына йорт ҡоштары
       араһында вирус ауыр сир тарата һәм уларҙың ҡырылыуына сәбәп
       була.
       Ҡош грибынан һаҡланыу өсөн берҙән - бер ышаныслы юл - инф екциялы
       ҡоштарҙы юҡ итеү.
       Ҡош грибы ңыҡ итеп туңдырыуға ла бирешмәй, әммә юғары тем пературала - ҡайнаған һыу йәки эҫе табала бер нисә секундта
       һәләк була. Шуға күрә зарарланған ҡоштоң ите тейешле итеп әҙерләгән осраҡта ашауға
       яраҡлы.
       Ғәҙәттә ҡош грибы вирусы кеше өсөн хәүеф тыуҙырмай, әммә 1997 - 99 һәм 2003 - 04 йылдарҙа Көньяҡ - Көнсығыш Азияла ке ше ауырыуы, хатта һәләк
       булыу осраҡтары теркәлде. Зарарланған ҡош менән бәйләнешкә инеп йәки уның сей итен ашап ауырыу эләктергән кеше был осраҡта грипп вирусының таралыу юлында һуңғы звено булып тора, буғай. Вирустың бер к ешенән икенсеһенә күсеү осрағы әлегә тиклем теркәлмәгән.
       Кешелә ҡош грибы билдәләре ябай грипп ауырыуы симптомдары нан (юғары температура, тын алыуы ҡыйынлашыуы, йүтәл, тамаҡ һәм мускулдар ауыртыуы) күҙ инфекцияһына (конъюнктивит) тикл ем. Вирус тиҙ арала пневмонияға
       алып килеүе, йөрәк һәм бөйөргә зыян килтереүе мөмкин булыуы
       менән хәүефле. Ауырыуға ҡаршы ябай грипп ваҡытында файҙаланған дар ыуҙар ярҙам итә, әммә ваҡыт үтеү менән уларҙың вирусҡа ҡаршы үҙ кө сөн юғалтыуы ихтимал.
       Грипп ауырыуының таралыуында осар ҡоштарҙың роле ҙур. Асы лда уларҙы "А" тибындағы грипп вирустары "йөрөтөүселәре" тип
       әйтергә мөмкин: вирус
       уларҙың эсәктәрендә була һәм тирә - яҡ мөхиткә тарала.
       Беҙҙең көндәрҙә ҡош грибына иғтибарҙың көсәйеүенә сәбәп н имәлә Был
       ауырыу кешегә йоҡмау сәбәпле, унда әйтелгән вирустарға ҡарш ы иммунитет бик түбән йәки бөтөнләй юҡ. Ә грипп ауырыуының барлыҡ вирустары ла
       үҙгәреүгә һәләтле булыуын иҫәакә алғанда, ҡош вирусы кешегә
       лә йоғоуы
       мөмкин.
       Беҙҙең республикала был ауырыуҙы булдырмау йәһәтенән етди
       саралар
       күрелә. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫ арҙары Фидус Ямалетдинов һәм Шамил Вәхитов, БР ауыл хужалығы минист ры Григорий Горобец, Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортост ан буйынса идаралығы етәксеһе Юлай Ниғмәтуллин, башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашлығында ҡош грибы таралыуын киҫәтеү һәм пандемияны бул дырмау
       мәсьәләләре буйынса ултырыш булып уҙҙы.
       Сарала ҡатнашыусылар ҡош грибы республика территорияһына эләкмәһен
       өсөн ниндәй саралар күрелергә тейешлеген тикшерҙе. Туғыҙынс ы августа БР Хөкүмәте быға ярашлы ҡарар ҡабул итте һәм иҫкәр теү саралары планын раҫланы.
       Григорий Горобец ҡайһы бер һандар менән таныштырып үтте. Әлеге ваҡытта Башҡортостан йомортҡа етештереү буйынса Рәсәйҙә дүрт енсе
       урында тора, республикала 20 миллиондан ашыу ҡош - ҡорт бар , уларҙың биш миллион тирәһе - республиканың ҡошсолоҡ предпр иятиеларында. Хәлде контролдә тотоу һәм вирустың республикаға үтеп инмәүен тәьми н итер өсөн республикала барлыҡ ҡошсолоҡ фабрикалары ябыҡ режимда эшләй.
       Унда
       даими рәүештә ҡоштарҙың ҡан анализы алына, барлыҡ биналар т икшерелеп
       тора. Республикаға индерелгән һәм транзит менән үткән прод укция тикшерелә. Бының өсөн Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, авиация, тимер юл һәм автомобиль юлдары хеҙмәттәре менән берлектә пос тар ойошторолдо. Ҡошсолоҡ предприятиеларында ветеринария - санит ария ҡағиҙәләрен һаҡлау, инеү системаһын нығытыу, предприятиеларҙ ың ябыҡ типтағы режимда эшләүен күҙәтеү талаптары көсәйтелә.
       Юлай Ниғмәтуллин иҫкәртеү сараларына һәр урында ла тейешл е яуаплылыҡ менән ҡарамайҙар тип белдерҙе. Ҡайһы бер, мәҫәлә н, Өфө, Благовар
       ҡошсолоҡ фабрикаларында эш бөтөнләй насар. Ул шулай уҡ респ убликаның ҡошсолоҡ предприятиеларыа яҡын урынлашҡан һыу ятҡылыҡтарында
       осар
       һыу ҡоштарын атыуҙы ойошторорға тәҡдим итте. Был ҡыр ҡоштар ы һанын
       , тимәк улар менән контактты кәметергә булышлыҡ итәсәк.
       Шамил Вәхитов "имен булмаған" төбәктәрҙән ҡошсолоҡ продук цияһын
       ҡайтарыуҙы тыйырға, шулай уҡ иҫкәртеү сараларын көсәйтергә тәҡдим итте:
       - Иҫкәртеүгә аҡса йәлләп, барыһын да юғалтыуыбыҙ ихтимал!
       Шулай уҡ вазифаларын үтәмәгән ҡошсолоҡ фабрикалары етәксе легенә
       ҡарата ҡаты саралар күреләсәк.
       - Бер - беребеҙҙе өгөтләп торорға ваҡыт юҡ, - тине Вәхито в. - Әммә көҙгә эпидемия китер тип ышанабыҙ, һәр хәлдә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡ лау ойошмаһы шулай тип күҙаллай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал