6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Һауа киңлектәрен иңләп
11.08.05


       Советтар Союзы Геройы исеме СССР - ҙа 1934 - се йылда инд ерелә. Икенсе бишйыллыҡтың тыныс осоро. Гәзиттәр, радио төҙө лөштәрҙә, заводтарҙа, колхоздарҙа эштең нисек барыуы, совет халҡының ниндәй кинока ртиналар ҡарауы тураһында һөйләй. Һәм 13 февраль көнө ил буйлап хәүеф ле хәбәр тарала. Чукотканан 130 километр алыҫлыҡта "Челюскин" пароход ы боҙҙар аҫтында ҡалған. Йөҙ кеше боҙ өҫтөнә төшөп ҡотолған. Диңгеҙсе ләр бер аҙ аҙыҡ - түлек, рацияны ла һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Әммә хәл бик
       ауыр, сөнки пассажирҙар араһында ҡатын - ҡыҙҙар һәм балалар ҙа бар. Сове т хөкүмәте "челюскинсыларҙы" ҡотҡарыу буйынса комиссия төҙөй.
       Һәм шунда уҡ һәләкәт булған урынға совет летчиктары Анато лий
       Ляпидевский, Сигизмунд Леваневский, Василий Молоков, Никола й Каманин, Маврикий Слепнев, Михаил Водопьянов һәм Иван Доро нин оса.
       Самолеттар ул ваҡытта ышанысһыҙ була. Михаил Водопьянов, мәҫәлән, үҙ
       самолетын Мәскәүҙән поезда алып бара. Тик Чукоткала ғына ун ы һауаға күтәрә. Һауа торошо ла ҡамасаулай, әммә 13 апрелгә ҡотҡарыу буйынса операция тамамлана.
       Ете ҡыйыу осоусы тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       Михаил Васильевич Водопьянов Арктиканы үҙенә буйһондороуы н дауам итә. Боҙ өҫтөнән "папанинсыларҙы" ул ҡотҡара. Иван П апаниндың иҫтәлектәренән: "1937 йылдың 21 майында М. В. Водо пьянов ултырыу өсөн урын һайлап, ауыр самолетты тәүге тапҡыр боҙ өҫтөнә ултыртты. Бының өсөн сикһеҙ оҫталыҡ, ҡатмарлы поляр шарттарында осоу тәжрибәһе булыуы мо тлаҡ".
       Советтар Союзы Геройы Михаил Водопьяновты Башҡортостан эш селәре БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлай. Ул Өфөгә 1938 йылды ң сентябрь айында килә, эшселәр, колхозсылар, пионерҙар, мәк тәп уҡыусылары менән осраша.
       "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите уның килеүе хаҡында былай тип
       хәбәр итә: "14 сентябрь көнө Башҡортостанға Советтар Союзы Геройы, Башҡ орт АССР - ының Юғары Совет депутаты Михаил Васильевитч Водо пьянов килде. Михаил Васильевич Водопьяновты ҡаршылар өсөн Ө фө авиаотряды аэродромында унлаған мең эшсе йыйылды.
       ... Йыйылыусыларҙың барыһының да йөҙҙәре шат. Һәр ҡайһыһы
       тиҙерәк яратҡан геройҙарын күрергә теләй. Ваҡыты - ваҡыты менән улар
       баштарын күтәреп, зәңгәр офоҡҡа текләй, самолет күренеүен көтә.
       Сәғәт биштә төнъяҡта Советтар Союзы Геройы Михаил Василье вич Водопьяновтың самолеты күренде. Халыҡты сәләмләп аэродром өҫ төнән бер әйләнгәндән һуң ул түбәнәйә башланы. Бына машина ергә ултыра
       һәм бер нисә минут аэродром буйлап бара. Михаил Васильевич майҙан ур таһына йүнәлә. Рапортты ҡабул иткәс, ул байраҡтар, тере сәскәләр ме нән биҙәлгән
       трибунаға табан атлай...
       Артабан Михаил Васильевич Водопьянов сығыш яһай. Уның сығ ышы көслө алҡыштарға күмелә..."
       Гәзит 17 сентябрь көнө Водопьяновтың моторҙар заводы эшсе ләре менән осрашыуы тураһында ла хәбәр итә.
       1938 йылдың октябрендә Нуриман районы уҡыусылары Михаил Водопьяновтан ошондай йөкмәткеле хат ала:
       "Ҡәҙерле балалар!
       Һеҙҙең турала уйлаһам, бала сағым хәтеремә төшә: ҡараңғы,
       шатлыҡһыҙ үтте ул. Мин уйынсыҡтың, күңелле балалар уйындарының нимә и кәнен белмәй үҫтем. Үҫкәсерәк уҡыуға, белемгә ынтылдым, мине
       бының өсөн туҡманылар. минең кеүек миллиондарса ауыл балала ры өсөн белем алыу артыҡ һаналды.
       Бары тик 19 йәштә генә миңә уҡыр өсөн мөмкинселек барлыҡҡ а килде. Был мөмкинселекте Бөйөк Октябрь революцияһы бирҙе,
       ысын тормош башланды. Мин бик күп эшләнем, төндәрен шөғөллә ндем. Миңә ярҙам иттеләр, осоусы һөнәрен үҙләштерҙем. Халыҡ миңә ышаныс белдерҙе: СССР Юғары Советы депутаты һәм Башҡорт АССР - ы депутаты итеп һайланылар..."
       Водопьянов мәктәп уҡыусыларына тормошҡа юлды алдан билдәл әргә, һөнәр һайларға кәңәш итә. "Тик, балалар, кем генә булһ ағыҙ ҙа, - тип яҙа ул, - беренсе сиратта һеҙ ысын совет кешеләре, батыр, ялҡынлы патр иот булырға тейешһегеҙ... Һеҙҙең өсөн Ватанға сикһеҙ тоғролоҡтоң меңләгә н миҫалдары бар. Тик хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: Тыуған илгә файҙалы булыр өсөн
       уҡырға, төплө белем алырға кәрәк...
       Үҙегеҙҙең тормошоғоҙ һәм уҡыуығыҙ тураһында яҙығыҙ!
       Советтар Союзы Геройы М. В. Водопьянов".
       Водопьяновтың тағы бер хаты республикабыҙ колхозсыларына адресланған.
       "Иптәш колхозсылар, - тип яҙа ул. - Һеҙ яҡшы йәшәйһегеҙ, Һәр берегеҙ белә: үҙегеҙгә эшләгәндә һеҙ ил өсөн эшләйһегеҙ,
       ил өсөн эшләгәндә, үҙегеҙгә эшләйһегеҙ.
       Баҫыуҙар, фабрикалар, заводтар - барыһы ла беҙҙеке. Стаха новсыларҙың, геройҙарҙың ҡаҙаныштары ла беҙҙеке - барлыҡ Совет халҡыныҡы.
       Беҙ, СССР
       граждандары иң ҙур капиталистарҙан да байыраҡ...
       Минең күңелем һеҙҙең бай уңыштарығыҙға, шылтыратыуҙарығыҙ ға, шат йырҙарығыҙға ҡыуана. Бындай йырҙарҙы бары тик азат, бәхетле халыҡ ҡына йырлай ала!
       Үҙ байлығығыҙ - үҙ Тыуған илегеҙ байлығын тағы ла арттыры р өсөн эшләгеҙ, иптәш колхозсылар.
       Советтар Союзы Геройы М. Водопьянов".
       1939 йылдың июнь айында республика эшсәндәре Башҡорт АССР
       - ның 20
       йыллығын билдәләй. Юбилей сессияһында беҙҙең депутат Михаил Васильевич Водопьянов та ҡатнаша. Был уның Башҡортостанға һу ңғы тапҡыр килеүе булғандыр, моғайын.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Водопьянов авиация дивизияһ ына етәкселек итә, фашистарҙың тәрән тылында, Берлинда объекттар ҙы бомбаға тотоуҙа ҡатнаша.
       1946 йылдан авиация генерал - майоры Водопьянов отставкал а, әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1980 йылдың 1 авгусында Мәскәүҙә
       вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал