6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Әсә һөйөүенең сәйерлектәре хаҡында
11.08.05


       Ирма - аҡыллы ҡыҙ. Иркә, тыңлаусан. Әсәһенең кәйефен ҡырыу у ның башына ла инеп сыҡмай, әммә нисектер үҙенән - үҙе килеп сыға шул, йыш ҡына ул
       кәйефһеҙ йөрөй һәм тауышы ауыл урамының икенсе осона тиклем
       ишетелә. Күрше - ауылдаштары Рәүфәгә күптән үҙ "вердиктын" сығарған и нде: ғауғасыл ҡатын тиҙәр. Тик Ирма ғына бының менән ризалаш май. "Әсәйемдең холҡо
       ауыр, шуға үҙенә лә ҡыйын", - тип уфтана ҡыҙ.
       Рәүфәне бәхетһеҙ, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған тип әйте ргә тел
       әйләнмәй: төҙөк йорт - ҡаралтыһы, ныҡлы хужалығы, өндәшмәҫ,
       эсергә яратмаған ире, тыңлаусан улы һәм ҡыҙы бар. Хатта Рәүфәнең ат а - әсәһе лә, Аллаға шөкөр, иҫән, күрше районда йәшәйҙәр. Тик шулай ҙа... Ҡатын әйтерһе ң дә үҙ өлөшөнә төшкән көмөшө менән ҡәнәғәт түгел. Һ әм йыш ҡына ул асыуын көсһөҙ һәм үҙенә яҡын йән эйәһенә - ҡы ҙына төшөрә. Өлкән улдары армияла хеҙмәтен тамамлағандан һуң
       "оҙон" аҡса һәм ғаилә бәхете эҙләп Себергә китеп барҙы. Һирәк - һаяҡ булһа ла ҡыҫҡа ғына хаттар ы, күстәнәстәре килгеләп тора.
       - Ҡара һин уны! Йәшник ебәргән! Ә үҙе ҡайтһасы! Аңлашыла , юлға аҡсаһын йәлләй! Үҙең ҡайтһаң бер йәшник кенә етмәй шу л. Бына бит, үҙ башыма үҫтерҙем!
       Атаһы ҡатынына ауыр ҡараш ташлай, соланға инә һәм шунда ғ ына йәне көйөп бер төкөрөп ҡуя. Ирма иһә ҡулдарын ғибәҙәт ҡылғандай б ергә ҡушып үтенә:
       - Әсәй, һуң туҡта инде! Улар бәпес көтә бит...
       Рәүфә уны шунда уҡ туҡтата:
       - Әсәйеңә аҡыл өйрәтергә башың йәш! Һин түгел, мин уны йө рәк аҫтында йөрөттөм, таптым, төндәрен йоҡламайынса ҡараным!
       Ирма оләсәһенең һөйләүе буйынса ағаһының бик тыныс бала б улыуын, ҡарттарҙың да ул ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыуын белә, әммә әсәһе
       менән бәхәсләшергә баҙнат итмәй. Һағыҙаҡ ояһына таяҡ тыҡҡан менән бер бит.
       Һүҙ ҙә юҡ - Рәүфә бына тигән хужабикә, уның һарайында тиһ еңме, өйөндәме, баҡсаһындамы - иҫ киткес тәртип. Барыһына ла
       өлгөрә, барыһын да белә ул. Ҡайһы ваҡыт иренә, әйтәйек, ҡой ма алмаштырырға ла өйрәтеп маташа ул. Әммә уныһы күп йылдар эсендә ҡатынының холҡона күнеккән, шуғ а күрә сираттағы тәмәкеһен ауыҙына ҡаба ла ашыҡмай ғына үҙ эшен эшл әүен белә.
       Рәүфә сәрелдәп туйғандан һуң ("Дөрөҫ эшләмәйһең! Эшкинмәгән , яңынан эшләргә тура киләсәк бит!"), иренән ҡаршы яуап ала алмағас, ҡулын һелтәй ҙә үҙ эштәре менән булыша башлай. Тик Ирма әсәһ енә ҡаршы тороп өйрәнмәгән. Үҙ тәжрибәһе буйынса ҡыҙыҡай әсәһенә өндәшмәҫкә тырыша - мәктәптә һәм урамдағы "штаттан тыш" хәлдәрҙе үҙе йырып сыға.
       Әсәһе былай ҙа йә күрше ҡатыны, йә һатыусы менән әрепләшеп алырға өлгөрә бит. Әммә туғыҙынсы синыфты тамамлағанда Ирма нисектер башҡа ҡыҙҙар ме нән бергә тимер - томор ташыуы тураһында әйтеп ысҡындыра. Әс әһенең күҙҙәре
       ҡыҫыла һәм былай ҙа нәҙек ирендәренең ептәй тарая башлапған ын күреп, ҡыҙ бала хәлде төҙәтергә маташа:
       - Уй, әсәкәйем! Мин үҙем ярҙам тәҡдим иттем... Аҙ ғына та шыныҡ беҙ,
       башлыса егеттәр.
       Әммә һуң инде. Рәүфәнең алдында яңы "маҡсат" - уҡытыусы.
       Бик ҙур ғауға ҡуба, эҙемтәләре лә йүнленән булмай - Ирма өс өн, әлбиттә. Әсә кеше мәктәп коридорында ҡып - ҡыҙыл булған уҡытыусының танау төбөндә Ирманың медицина картаһын һелкеп аҡыра:
       - Нимә, уҡый белмәйһеңме әллә хәтереңде юғалттыңмы Минең
       Ирмамдың йөрәге ауырыу икәнлеген белмәйһеңме ни, педагог!
       Үҙ - ара ғәйепләүҙәр менән генә тамамланмай был хәл. Үт еп барыусы уҡытыусыларҙың береһе ҡыҫылғас Рәүфә бөтөнләй ҡыҙып китә, мә схәрәләп ҡысҡырынырға тотона. Ирма үҙенең бүлмәһенә бикләнеп кис буйы
       илап сыға. 11 синыфта уҡыу хыялы менән хушлашырға ла мөмкин
       икәнлеген аңлай ул. Ә бит ул юғары уҡыу йортонда уҡырға хыяллана ине.
       Әсәһенән тиҙерәк айырылыу теләге лә бәлки ҡыҙҙың иртә кей әүгә сығыуына сәбәп булып торғандыр. Һәр хәлдә 17 йәш тулып уҙғас уҡ Ирма үҙенән бер йәшкә генә оло оялсан бер егетте ата - әсәһе менән таныштыры рға алып килә. Әсәһенән нимә көтөргә белмәгән Ирма бер ҡауш ап та ҡала: төртмә телләнһә лә Рәүфә никахҡа ҡаршы килмәй.Ша у - шыуһыҙ ғына үткән туйҙан һуң бер өс ай үткәс, Ирма ҡайҙа лыр юҡ була. Магазиндан ҡайтып килеүсе Рәүфә күрше ҡатындың һорауына иҫе китмәй генә яуап бирә:
       - Бала табыу йортонда ул, һаҡланыуҙа.
       - Ҡыҙыңдың йөрәге ауырыу, балаһы һау ғына булһа ярар ине,
       - тип һүҙ ҡуша күрше ҡатын. Быға Рәүфә көтмәгәндә бик ҡаты итеп:
       - Эй, үлһә лә бер нимә лә түгел. Ирмаға мәшәҡәт аҙыраҡ бу лыр. Ире маңҡа малай булыуы ғына түгел, бер эшкинмәгән шунда ® Бында тағын бала! - ти ҙә, ҡаты баҫып үҙ тыҡрығына борола. Ә күрше ҡатын ауыҙын асып бе р аҙ уның артынан ҡарап тора әле...

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал