6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Баш ҡалабыҙ байый һәм күркәмләнә
11.08.05


       Ошо көндәрҙә булып үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова, дөйөм алғанда , ҡала бюджетына
       ингән һалым өлөшөнөң кәмеүенән башҡа бер ниндәй ҙә проблема ны атап әйтмәне.
       Пресс - релиз ғына ла дүрт биттә булып сыҡты. Һәм журнали стар уның менән танышҡан арала Альбина Сәғит ҡыҙы тағы ла байтаҡ стати стика миҫалдары килтереп өлгөрҙө. Шулай итеп, баш ҡалабыҙҙың ғинуа р - июль айҙарындағы социаль - иҡтисади үҫеше дөйөм Рәсәй иҡтисадына етмәгән нимә, ҡыҫҡаса ғына итеп әйткәндә, йылдам иҡтисади үҫеш менән
       һүрәтләнә. Етештерелгән продукция һәм хеҙмәтләндереү күләме ете айға 10 1,3 миллиард һум тәшкил итә. Был һан үткән йыл менән сағышты рғанда ике тапҡыр күберәк. Сәнәғәт производствоһы 6,5 процен тҡа артҡан (йыл аҙағына ете процент күҙаллана). Әгәр Рәсәй Башҡортостандың баш ҡалаһы кеүек эшлә һә, Грефҡа Фрадков алдында, уныһына үҙегеҙ беләһегеҙ кем алд ында, ҡыҙарырға тура
       килмәҫ ине.
       Килем йәһәтенән дә Өфөлә барыһы ла тәртиптә - ярты йыл эс ендә баш ҡаланың предприятие һәм ойошмалары 17,4 миллиард һумлыҡ эшлә гән, был
       үткән йыл ҡаҙаныштарынан ике тапҡырға күберәк. Һис шикһеҙ,
       килемдең 70 процентын нәҡ сәнәғәт предприятиелары биреүе ө мөтләндерә. Альбина Йосопованың һүҙҙәренә ҡарағанда, килемһеҙ эшләүсе йәки ошо с иккә яҡынлашҡан предприятиелар менән индивидуаль эш алып барыу ың ғай һөҙөмтәләр бирә. "Свет" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә йәки "К онди" фабрикаһында етештереү күләме кәмейме, УЗАМ бурыстарынан ҡот ола алмай йонсоймо - күҙгә - күҙ ҡарап һөйләшеүҙән һуң уларҙ ың етәкселәре "төҙәлергә" вәғәҙә бирә. Мәҫәлән, "УМПО" акцио нерҙар йәмғиәтендә Өфөнөң автомобиль моторҙары заводын тағы ла үҙ ҡанаты аҫтына алырға
       ҡарар иткәндәр, йәнәһе, етер, инде өсөнсө йыл килемһеҙҙәр иҫәбендә
       йөрөй. Башҡаларҙың да эш һөҙөмтәһе яҡшырасаҡ, әлбиттә, хәйер, баш ҡ алала һәр бишенсе предприятиеның килемһеҙ эшләүен билдәләргә кәрәк.
       Өфө сит илдәр менән күберәк сауҙа итә башланы. Һәм бөгөнг ө хаҡтар буйынса беҙ ҡайтарылғандан ун тапҡыр күберәк һатыуыбыҙ шатла ндыра. Өфө предприятиелары экспорты 2004 йылдың ярты йыл күл әменән ике тапҡыр тип әйтерлек артыҡ һәм 1,37 миллиард долла рға яҡынлаша. Инвестициялар тураһында бер генә нимә әйтергә була - улар кәмемәй, һәм кап италь
       һалымдарҙың яртыһынан ашыуын сәнәғәт предприятиелары индерә . Ә был
       дүрт миллиард һумдан ашыу. Ҡала байығанға күрә, унда йәшәүс еләр ҙә янсыҡтарының ҡалынлығы буйынса именлек яҡынлашҡанын һиҙә. Өф ө хеҙмәткәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 8860 һумға тиклем артты.
       Дөрөҫ, һаулыҡ һаҡлау ( 5533 һум) һәм финанс өлкәләренең (16500 һум ) килемен
       сағыштырып ҡарау шатлыҡ өҫтәмәй, нефть эшкәртеү, химия, эне ргия менән
       һатыу итеү тармаҡтары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Икенсе яҡтан, Альбина Йосопова билдәләүенсә, уртаса айлыҡ эш хаҡыны ң ҙурлығы буйынса Өфө Волга буйы федераль округында беренсе, Урал федераль округы буйынса
       икенсе урынды биләй. Дөрөҫ, үткән йыл эсендә баш ҡалабыҙҙа эшһеҙҙәр
       һаны кәмемәгән, әммә артыҡ артмаған да.
       Тик ентеклерәк ҡарағанда, ҡала власы уңайы тура килгәндә маҡтанырға яратҡан күп һанлы социаль объекттар төҙөлөшө ҡала аҡсаһына т үгел, ә федераль маҡсатлы программалар сиктәрендә алып барыла. Һәм б ыл программа, әйтәйек, "Башҡортостан Республикаһының 2006 йылға
       тиклем социаль - иҡтисади үҫеше" программаһы тамамланғас, әлеге ваҡ ытта барған
       йәки башланырға торған төҙөлөштөң яҙмышы нисек булыры ҡыҙыҡ һыныу уята, әлбиттә. Бына бөгөн Өфөлә төҙөлөп ятҡан өс мәктә п тә беренсе сиратта
       республика ҡаҙнаһынан һәм икенсе сиратта муниципаль бюджетт ан финанслана.
       Яҡынлашып килгән урындағы үҙидара реформалары фонында Өфө нөң үҙ
       бюджет килемдәре йәһәтенән булған хәл мауыҡтырғыс күренә. Е те ай эсендә ҡала бюджеты 3,33 миллиард һумға тулыландырылға н ( йыллыҡ пландың 56
       проценты). Бюджеттың сығымдары бер ни тиклем күберәк. Өфө ҡ аҙнаһының дүрттән өс өлөшө тип әйтерлек ҡаланың социаль өлкә һе һәм торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа тотонолғанын иҫәпкә алғанда, ярайһы уҡ х Ьүефле динамика күҙ алдына баҫа. Әйткәндәй, баш ҡала аҡсаны иҫәпләп
       тотонорға өйрәнә. Альбина Йосопованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала заказд ары конкурс нигеҙендә урынлаштырылыу иҫәбенә Өфө тауар, эш һәм хеҙмәтлән дереүҙә 34 миллион һум самаһы һаҡлап ҡалған.
       Транспорт проблемаһын хәл итеүҙе лә бер һүҙһеҙ ҡала хаким иәте ҡаҙаныштары иҫәбенә индерергә була. Ярты йыл эсендә Өфөлә 22 0 миллион кеше транспорт менән файҙаланған, был халыҡтың яртыһын тип ә йтерлек үҙ өҫтөнә алған маршрут таксиҙарын айырыуса билдәләп үтергә кәр әк. Ә бына
       электр транспортында йөрөргә теләүселәр һаны 2, 2 миллионға
       кәмегән.
       Төҙөлгән, индерелгән һәм һалынғандарҙың исемлеге буйынса фекер йөрөткәндә, Өфө шул тиклем "ыңғай" тормош менән йәшәй, - хат та Альбина Йосоповаға журналистар биргән һорауҙар ҙа ике - өстән артман ы. Сөнки былай ҙа аңлашылалыр: баш ҡала нисек йәшәй, нимә иҫәбенә бай ый, ниңә... "Беҙ барыбыҙ бергә уңайлы тормошҡа ынтылабыҙ", -
       тип нөктә ҡуйҙы Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары журналистар менән осрашыуға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал