6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Беҙҙең наркомандар бәшмәк менән шаярмай
11.08.05


       Һәр йыл наркополиция хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә "тәбиғәт кә сыға" - тик ҡояшта ҡыҙыныу һәм шөшлөк менән һыйланыу өсөн
       түгел. Улар яландарҙа һәм баҡсаларҙа үҫкән мәк һәм киндер баҫыуҙарын эҙләй һәм юҡ итә. Билдәле булыуынса, үҙ ихатаһында мәк йә киндер үҫтереүс еләр закон алдында яуап тота.
       Август айынан республикала "Мәк" операцияһының икенсе эта бы башланды. Башҡортостандың наркотиктарҙы контролдә тотоу х еҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тәүге һөҙөмтәләр ярайһы уҡ һиҙелерлек. Мәҫәлән,
       Көйөргәҙе
       районының Юшатыр ҡасабаһынан алыҫ түгел дүрт мең квадрат ме тр майҙанда өс ҙур киндер "баҡсаһы" табылды. Үләндең ауырлығы 1 2 тонна тәшкил итте. Наркоконтролерҙар асыҡлауынса, был ерҙәрҙең эйә һе Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы. Уның рәйесе аңлатыуынс а, бында элек картуф сәскәндәр, һуңғы йылдарҙа был эш туҡтап ҡалған.
       Наркополицияға уның һүҙҙәрендә шикләнергә тура килмәй, сө нки киндерҙе эшкәртеү эҙҙәре юҡ. Кооператив етәкселегенә тиҙ
       арала составында наркотик булыусы был үләнде юҡҡа сығарырға
       ҡушылды.
       Операцияның тәүге этабында 20 гектарҙан ашыу майҙанда ҡыр ағай мәк һәм киндер үҫеүе асыҡланды. 27 тоннанан ашыу үлән ю ҡ ителде, 20 килограмдан артыҡ наркотик тартып алынды. Операция барышында галлюцинаци яға килтереүсе бәшмәктәр (псилоциндар) табылмаған.
       Операцияның тәүге этабында республикала үҫемлектән эшләне үсе наркотиктарға бәйле 259 закон боҙоу осрағы теркәлгән. 70 енә йәт эше асылған. Һалынған административ штраф 40 мең һумға барып баҫ ҡан.
       Наркополицияға ярҙам итеүселәр ҙә байтаҡ: 50 - 20 - 30 но меры буйынса йәки 8 - 181 (абонент "Наркоконтроль") номеры буйынса пейдже рға мәк һәм
       киндер үҫтереү урындары тураһында хәбәр итеүселәр бар. Нарк оманияға
       ҡаршы көрәшкә һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал