6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Крайҙы өйрәнеүселәрҙең мөғжизәле хазинаһы
11.08.05


       Башҡортостанда крайҙы өйрәнеүселәрҙе яҡшы беләләр тип ә йтеүе ҡыйын. Уларҙың бишәүһен булһа ла хәтерегеҙгә төшөрөп ҡ арағыҙ әле. Күптәр өсөн был ауыр йәки бөтөнләй мөмкин булмаған һынау.
       Бәхеткә ҡаршы, Зинаида Гудкованың исеме күптәргә таныш. У л Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, "Башҡортостан" энциклопедияһында ла уның исемен табырға була . "Зинаида Ивановна Гудкова ( Трунина) 1933 йылдың 10 авгусы нда Пенза өлкәһе Чембар районы Ключи ҡасабаһында тыуған. 195 5 йылда Ленинград инженер - төҙөлөш институтын тамамлай. Өфө нөң проектлау һәм төҙөлөш ойошмаларында эшләй. Тормош иптәше
       Георгий Федорович Гудков менән бергә улар крайҙы өйрәнеү буйынса китаптар сығара, персоналийҙар, географик об ъекттар, тарихи ваҡиғалар тигән бүлектәр буйынса (350 меңдән ашыу кар точка)
       картотека төҙөй" тип яҙылған унда.
       Беҙ был материалды "Крайҙы өйрәнеүсенең мөғжизәле хазинаһ ы" тип атаныҡ. 350 мең карточка хазина түгелме ни! Донъяла бер кра йҙы өйрәнеүсенең дә бындай шәхси картотекаһы юҡ. Бик ҙур коллект ивтың хеҙмәтен үҙ эсенә алған һуңғы 30 томлыҡ Ҙур совет энциклопед ияһына, мәҫәлән, 20 меңдән ашыу ғына персоналийҙар индерелгән.
       "Гудков картотекаһын" төҙөү өсөн кәм тигәндә 50 йыл буйын а арымай - талмай эшләргә кәрәк. Георгий Гудковтың 1972 йылға 50 мең ка рточкаһы була, әммә уның бер үҙенә ауырға тура килә. Шул ваҡытта уның
       тормош
       юлында "Башкиргражданпроект" инженеры Зинаида Ивановна тап була. Иң башта ныҡышмал холҡо менән күңеленә ята. Ул бөгөнгө Аксаков
       музейы урынындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң чертеждарын тапшырырға тейеш була (буласаҡ ир менән ҡатын Аксаков мемориаль комплексын булдыры у инициаторҙары), бының өсөн иҫке йортто емерергә кәрәк. Зинаи да Ивановна быға ҡаршы төшә. Ә Георгий Федорович танышыуҙың өсөнсө көнөнә уға тәҡдим яһай. Өйләнешкәс, улар картотеканы икәүләп тулыландыр а башлай, китаптар әҙерләп сығара ( "С. Т. Аксаков. Крайҙы өйрәнеү оче рктары", "С. Т. Аксаковтың тамамланмаған повесы "Наташа"). Ш улай уҡ Гудковтарҙың ике томлыҡ "17 - 19 быуаттарҙа көньяҡ Урал тау заводтарының тари хынан"
       хеҙмәте, "Крайҙы өйрәнеү. Теория һәм практика" китаптары ба ҫыла.
       Гудковтың вафат булыуына ун йыл, уның эшен Зинаида Иванов на дауам итә. Картотека тулыландырыла, китаптар сығарыла, кр айҙы өйрәнеү тураһында материалдар баҫыла. Хәҙер инде бер ҡултамға аҫтында. Бик күп
       хаттарға яуаптар, телефондан кәңәштәр бирергә тура килә. Быны эшләргә
       "мөғжизәле хазина" - картотека һәм тарихи - крайҙы өйрәнеү архивы ярҙам итә.
       Зинаида Ивановна инде өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан уны ң эшһөйәрлеге, эшен мауығып башҡарыуы, үҙ тәжрибәһе менән урта ҡлашыу теләгенә һоҡланырға ғына мөмкин.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал