6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дмитрий Шостакович - Башҡортостандың халыҡ артисы
10.08.05


       Бар донъяға билдәле композитор Дмитрий Шостакович ( 1906
       йылдың 25 сентябрендә донъяға килә - 1975 йылдың 9 авгусынд а вафат була) 1964 йылдың сентябрь айында Башҡортостанда булып китә. Рәсәй композиторҙар ойошмаһы етәксеһе булараҡ, ул башҡорт композиторҙарының ижады менән электән таныш була. РСФСР композиторҙар Союзының күсмә пленумы һәм башҡорт көйө аҙнаһына бәйле Өфөгә килгәс, Шостакович Башҡортостан композиторҙарының яңы әҫәрҙәре менән танышыу мө мкинселегенә эйә була. Ул Заһир Исмәғилевтың "Шәүрә" операһы, Нариман Сабитовтың "Буратино" балеты менән таныша, башҡорт авторҙарының башҡа әҫәрҙәрен башҡарыуҙа, уларҙы тикшереүҙә ҡатнаша.
       "Был көсөргәнешле эш аҙнаһы булды, - тип хәтерләй Заһир
       Исмәғилев. - Әммә шул уҡ ваҡытта мәңгегә хәтерҙә ҡалырлыҡ мөғжизәле байрам көндәре лә ине. Опера театры сәхнәһенән тамашасыларға башҡорт көйө аҙналығының иң хөрмәтле ҡунағы Дм итрий Дмитриевичтың сығышын иғлан иткән ваҡытта кисергән тул ҡынланыуым... Залдың алҡышлауы, сәскәләр, сағыу байрам мөхите...
       Күренекле композиторҙы Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һ арайында ла бик йылы ҡаршы алалар.
       - Башҡортостандың эшсе синыфы вәкилдәрендә ҡунаҡта булыу беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, - ти Дмитрий Шостакович. - Бәлки миң ә һығымталар яһарға иртәрәктер ҙә, башҡорт көйө аҙналығы әле гә тамамланмаған, әммә башҡорт композиторҙарының ижад кимәле
       беҙҙе бик шатландырҙы. Шул уҡ ваҡытта тәнҡит һүҙҙәрен дә әйтмәйенсә булмай. Башҡорт композиторҙарының беҙҙең эшсе синыф тураһында яҙылған әҫәрҙәре әлегә аҙ. Уның көндәлек тормошон, хеҙмәт ҡаҙаныштарын, ҡыйыулыҡтарын данлау - ижад к ешеһенең беренсе сираттағы бурысы һәм улар тиҙ арала был бурыстарын үтәр тип ышанам.
       Ул йылда Башҡортостанға күп кенә билдәле композиторҙар килә. Уларҙың дуҫтарса кәңәштәре, теләктәре башҡорт көйөнөң үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә бөгөн, күп йылдар үткәндән һуң, Дмитрий Шостаковичтың роле айырыуса һиҙелә.
       - Совет Башҡортостанының музыкаль культура кимәле бик юғары, - тип билдәләй ул пленумдың тамамлау ултырышында.
       Шостаковичтың ярҙамы менән 1968 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты асыла һәм эшләй башлай (бөгөн Өфө дәүләт сәнғәт академияһы). Башҡорт хор капеллаһын булдырыу тураһындағы идеяны ла композитор бик хуплап ҡаршы ала. Дмитрий Дмитриевичтың фатихаһын алған күп кенә йәш башҡарыусы һәм ко мпозиторҙар оло юлға сыға. Дмитрий Шостаковичҡа Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исем бирелә. Беҙҙең опера һәм балет театры сәхнәһендә уның "Екатерина Михайлова"
       операһы ҡуйыла.
       Башҡорт АССР - ының халыҡ артисы Д. Д. Шостакович республиканың театр коллективтарының ижади тормошон күҙәтеп бара. Журналист Н. Марға һуңғы арала барлыҡҡа килгән
       ҡыҙыҡлы яңылыҡтар тураһында бәйән иткәндә ул: "Минең ҡарамаҡҡа ғәҙәти булмаған эш - фантастик операны билдәләйем.
       Был яңы жанрҙың барлыҡҡа килеүе беҙҙе ҡыуандыра ғына. Мин Ч апек буйынса "Война с саламандрами" операһын күҙ уңында тотам. Уның авторы - Владислав Александрович Успенский... Бы л опера тәү башлап Өфөлә ҡуйылған. Композиторҙың сағыу операһы башҡа театрҙарҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр тип ышанам", - тип һөйләй.
       Илебеҙ Шостаковичтың ҡаҙаныштарын юғары баһалай. Уға СССР - ҙың халыҡ артисы исеме, музыканттар араһында тәүгеләрҙән булып Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелде.
       Башҡортостанда бөйөк композиторҙың исеме мәңгеләштерелгән. 1997 йылдың 12 декабрендә Бәләбәйҙә 7 - се
       симфония ("Ленинградская") башҡарылған бинала Шостакович иҫтәлегенә мәрмәр таҡтаташ асылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал