6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Һыра шешәһе тирәләй
10.08.05


       Дефицит осоронда өндәшмәй генә "йотҡан" күңелһеҙлектәрҙе
       бөгөн беҙ эшлекле рәүештә тауар етештереүсе һәм хеҙмәтләндереүселәргә юллайбыҙ. Дөрөҫ, әлегә был механизм көйлө эшләүҙән алыҫ, тик нисек кенә булмаһын, "процесс урынынан ҡуҙғалды" тип әйтергә мөмкин.
       Бөгөн беҙгә аҡсабыҙҙы ҡайтарыуҙары, ғәфү үтенеүҙәре йәки
       сифатһыҙ тауарҙы сифатлыһы менән алмаштырырға тәҡдим итеү г енә аҙ. Хәҙер инде ҡулланыу ваҡыты үткән йәки башҡа кәмселектәре булған тауар йәки дарыу һатыуҙарының мотлаҡ сәбәбен белергә теләйбеҙ. Йәки, мәҫәлән, ниңә йәмәғәтселек
       транспортында урынынан йомшаҡ ҡына ҡуҙғалып китә, шулай уҡ итеп туҡтата белмәгән водителдәр эшләй Салонда боҙолған сәс
       өсөн кем яуап бирергә тейеш һ. б. Һәм ошондай көндәлек проблемаларҙың әүҙем һәм асыҡ тикшерелеүе бик яҡшы.
       Ошондай уйҙар менән "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе үҙенең
       коллегалары менән "Пятерочка" сауҙа селтәренең Цюрупа урамында урынлашҡан "Океан" магазинына йүнәлде. Маҡсат - ошо сауҙа нөктәһендә һатып алынған, эсендә ниндәйҙер сит әйбер йөҙөп йөрөгән бер шешә һыраны "тикшереү".
       Һатыусы - контролер бик мөләйем йөҙ менән беҙ алып килгән бер шешә "Белый медведь" тип исемләнгән алкоголһеҙ һыраны и кенсеһенә алмаштырырға йәки аҡсаһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Тик беҙҙең килеүебеҙҙең сәбәбе һыраға тотонолға н 13 һум 10 тин түгел, әлбиттә, ә шешә эсендәге һыраның сифа ты: ярты литрлыҡ шешәнең өҫкө өлөшөндә һыраға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған ниндәйҙер сит әйбер асыҡ күренә. Хәйер, дәғүәләрҙең бер өлөшөн магазинға ла йүнәтергә була - тауарҙы ң тышҡы йөҙө үк уның ҡулланыуға яраҡһыҙ булыуы тураһында һөйләй. Шуға күрә беҙ округта популярлыҡ менән файҙаланған
       магазин кәштәһендә был продукцияның ҡайҙан барлыҡҡа килеүе менән ҡыҙыҡһындыҡ.
       - "Амстар" һыра ҡайнатыу компанияһы продукцияһын беҙ "Рейд" һәм "Наше пиво" күмәртәләп һатыу базаһынан алабыҙ, - тип яуап ҡайтарҙылар беҙгә.
       Магазинда ошонан да тулыраҡ мәғлүмәт биреүсе кеше табылмағас, үҙебеҙгә хәрәкәт итергә тура килде. "Амстар" асы ҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡабул итеү бүлмәһендә телефонды бе р кем дә алмай, икенсе номер буйынса автоответчик өҫтәлмә номер йыйыуҙы талап итә, ул номер, тәбиғи, абонентҡа билдәле түгел.
       Ниһайәт магазинға тауар ҡайтарыусылар менән туранан - тур а эшләүсе вәкил аша - әйткәндәй, спутник элемтәһе аша тип т ә әйтергә була (телефон номеры сер булып ҡалды) - "ул беҙҙе ү ҙе табасаҡ" тигән хәбәр килде. Детектив тарихҡа оҡшай башлан ы, шулай бит. Бер көн, бер аҙна үтә, ә Ул беҙҙе һаман эҙләй. Ин де шикләнә лә башланыҡ: бәлки, эҙләмәһен, юҡһа табыр ҙа...
       Ә асылда иһә бары тик ике аҙнанан һуң ғына өҫтәлмә номер йыйыуҙы үтенгән автомат аша элемтәгә инеүгә өлгәштек. Телефонды секретариат хеҙмәткәре Гүзәл Әмирова алды һәм беҙҙе бик ҙур иғтибар менән тыңлағандан һуң тейешле белгестә р "Башинформ" агентлығының сайтына инеп, ризаһыҙлыҡ тыуҙырған хәлдең асылы менән танышасаҡ тип вәғәҙә бирҙе.
       Телефон теүәл бер тәүлектән һуң шылтыраны.
       Гүзәл үҙ тикшереүҙәре буйынса "бындай" хәлдең булыуы мөмкин түгеллеген белдерҙе һәм беҙгә килеп, әйтелгән шешәне үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм шешәне беҙҙән алып, уны төрлө
       яҡлап тикшереү өсөн белгестәргә тапшырырға тәҡдим итте.
       Вәғәҙә ителгән осрашыу булырмы һәм була ҡалһа ниндәй һөҙөмтәләргә алып килер, әлегә билдәһеҙ. Уҡыусыларҙы был
       ваҡиғаларҙың дауамы менән таныштырып барырға вәғәҙә итәбеҙ һәм ошондай хәлдәр менән осрашҡанда битараф ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ.

Шамил Үтәшев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал