6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Нефтяник" был миҙгелдә өсөнсө ҙур еңеүгә өлгәште
10.08.05


       Икенсе Рәсәй лигаһының Өфө футбол клубы "Нефтяник" был миҙгелдә өсөнсө тапҡыр ҙур еңеүгә өлгәште. Беренсе матчта
       5 : 1 иҫәбе менән ул Ҡазандың "Рубин - 2" командаһын тар - мар итте. Быға тиклем "Нефтяник" үҙ территорияһында дүрт туп ҡа
       айырма менән ике еңеү яулағайны инде. Әммә ул клубтарҙы бик
       үк көслөләр иҫәбенә индереп булмай - әлеге ваҡытта 14 - се урында килеүсе "Металлург - Метизник" (Магнитогорск) һәм "Урал - Волга буйы" аутсайдеры, 19 - сы урын биләүсе "Сатурн " (Яр Саллы).
       Һуңғы осрашыуҙа өфөлөләргә үҙенең көслө оборонаһы менән
       дан тотоусы "Рубин - 2" ҡаршы торҙо. Хатта Стәрлетамаҡтың
       супер һөжүм итеүсе "Содовик" командаһы ла өс көн алдан тата р командаһына ҡаршы уйнағанда ныҡышмал ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына ин бары ике генә гол индерә алды, уның да береһе - пенальти. Өфөлөләр иһә был йәһәттән уңышлыраҡ булып сыҡты.
       22 - се минутта Милушкин өфөлөләрҙе алға сығарҙы, ҡазанлы Әхмәтйәнов шунда уҡ тип әйтерлек иҫәпте тигеҙләне, әммә тәнәфескә тиклем "Нефтяник" тағы ла алға ынтылды, Әбделхалиҡов индергән голдан һуң иҫәп 2 : 1. Икенсе таймда и һә бары тик хужалар ғына индерҙе - Лоҡманов, Халиҡов һәм тағ ы ла Лоҡманов. Еңеү - 5 : 1 - өфөлөләр почетлы дүртенсе урын
       өсөн көрәште дауам итә.
       Матчтан һуң ойошторолған матбуғат конфеенцияһына команда тренерҙары төрлө кәйеф менән сыҡты.
       Владимир Ежуров, "Рубин - 2" клубы тренеры:
       - Иҫәп таблола, башҡа бер ниндәй ҙә баһа юҡ.
       - Һеҙҙең команда Стәрлетамаҡтан һуң хәл ала алмаймы
       - Аңлайһығыҙмы, беҙҙең команда парһыҙ уйнай. Беҙгә ҡаршы тороусы икенсе команда ял итә, ә беҙ уйынға хәлдән тайып киләбеҙ... Һәм был һәр ваҡыт шулай. Стәрлетамаҡта ла күп көс сарыф иттек.
       - Һеҙҙең коллектив алдында ниндәй бурыс тора
       - Республиканың төп командаһы өсөн уйынсылар әҙерләү. Мин
       даими рәүештә "Рубиндың" баш тренеры Ҡорбан Бердыев менән а ралашам. Ул беҙҙең үҙебеҙҙә үткән матчтарға килә. Хәҙер беҙҙә дөйөм алғанда тик үҙебеҙҙең урындағы егеттәр генә уйна й.
       - Үҫеш бармы һуң
       - Әгәр һеҙ был һорауҙы миҙгел башында бирһәгеҙ, мин биш - алты кеше үҫте тип яуаплар инем, ә хәҙер - юҡ...
       Виктор Хәйҙәров, "Нефтяник" футбол клубының баш тренеры вазифаһын башҡарыусы:
       - Мин был уйындан ҡурҡҡайным. Беренсе таймда ҡанаҡтарҙың хәрәкәт итеүе йылдамыраҡ күренде. Уйын һөҙөмтәһе һәм спортсыларҙың кәйефе менән ҡәнәғәтмен.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал