6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Евгений Петров яңы старттарға әҙерләнә
09.08.05


       "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе "Ағиҙел" олимпия уйындарына әҙерлек үҙәгенән Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Евгений Петровтың уйындарҙан сығарылмаясағы тураһында хәбәр алды. Тимәк, Рәсәй спортсыһын "Тур де Франс" велоуҙышынан сәбәпһеҙ ситләткәндәр килеп сыға - ҡабатлап үткәрелгән теста р Петровтың тыйылған препараттар ҡулланыуын раҫламаған.
       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, Евгений ярыштарҙан тест күрһәткестәре буйынса гематокрит кимәленең юғары булыуы сәбәпле, "сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар" тигән формулировка аҫтында ситләтелгәйне. Әммә организмда был
       матдәнең миҡдары күп булыуы өфөлөнөң тыйылған препараттар ҡ абул итеүенә дәлил түгел. Артабанғы тикшереүҙәр Петровтың "намыҫһыҙлығын" иҫбатлаған осраҡта ғына уны допинг ҡулланыуҙа ғәйепләргә нигеҙ булыр ине.
       "Ағиҙел" олимпия уйындарына әҙерлек үҙәге директоры Ринат
       Латипов Италиянан хәбәр итеүенсә, хәҙер инде барыһы ла артт а ҡалды, һәм Евгений үҙ командаһы составында 15 - 23 августа
       Германияла уҙасаҡ "Дойчланд тур" велоуҙыштарына әҙерләнә.
       Петров эшендә ике факт ҡына ҡыуандырмай. Беренсеһе - "Тур де Франс" ярыштарында Евгений яҡшы ғына сығыш яһай ине, "ситләтеү" ваҡытына ул дөйөм классификацияла 45 - се
       килеп , үҙ коллективында иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп өлгөрҙө.
       Допинг - комиссияның рәсәйлене көрәштән сығарыуы бер ҙә ғәҙел түгел. Ә бит Евгений лайыҡлы урын биләп яҡшы премия ла ала ине.
       Һәм тағы ла. Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары Петровтың
       уйындан сығарылыуынан сенсация яһаны, әммә береһе лә уның әле яңы старттарға әҙерләнеүе тураһында хәбәр итергә уйламай. Бына һиңә патриотлыҡ тойғоһо.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал