6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йәш вундеркиндтарыбыҙ призлы урындар биләне
09.08.05


       Йәштәр араһында Халыҡ - ара шашка буйынса Ключбо рк (Польша) ҡалаһында үткән Европа беренселегендә Айнур Шәйбәков беренсе урынды ҡулдан ысҡындырҙы. Дүрт еңеүҙән һуң башҡорт вундеркинды биш тапҡыр рәттән тигеҙ иҫәп менән
       сикләнде, һөҙөмтәлә икенсе урын ғына яулауға өлгәште.
       Башта Айнур бик уңышлы уйнаны. Тәүге өс ярышта ул Нидерланд вәкиле Юэн Вонгты, украин Станислав Яхнисты, латыш Каспар Шулкты артта ҡалдырҙы. Артабанғы ярышта
       рәсәйле Николай Гуляевты еңде.
       Йәштәр беренселегендә еңеүсе триумфы беҙҙең кеҫәлә тип тә
       уйларға була ине инде - ҡалған уйынсылар менән һаҡ ҡына уйнауыңды дауам ит, мәрәйҙәр йый. Тик шул ваҡыт тигеҙ иҫәп менән тамамланған уйындар осоро етте.
       Шәйбәковтың украин Александр Сапоненкоға ҡаршы уйыны еңеүсене асыҡламаны. Ҡулдан ысҡынған мәрәйҙе фажиғә тип булмай әле, сөнки ҡаршы яҡта уйнаған шашкасы ярайһы уҡ көслө . Артабан - латыш Брантевикс Наурис. Һәм тағы ла көстәр тиге ҙ. Киләһе уйындың - Беларусь һәм Эстония вәкилдәренә ҡаршы - һөҙөмтәләре лә шул уҡ. Ҡыҙыҡ, әгәр һуңғы турҙа Айнур молдава н Денис Дудконы еңһә, Башҡортостандың йәш вәкиле чемпион исемен яулар ине. Тик был уйын шулай уҡ Шәйбәковтың кәйефен ҡырыусы иҫәп менән тамамланды. Һөҙөмтәлә Айнур икенсе урында. Хәйер, был һөҙөмтәнең дә ҡаҙаныш булыуын билдәләргә кәрәк, сөнки 12 йәшлек Айнур 15 - 16 йәшлек шашкасылар
       менән бер төркөмдә уйнай.
       Уның ҡарауы Европа беренселегендә беҙҙең Айгөл Иҙрисоваға
       етеүселәр булманы ( 10 йәшкә тиклемге категорияла). Ҡыҙға б ер тапҡыр ғына "юҡ" тип әйтеүсе, турнир хужабикәләренең бере һе, Польша ҡыҙы Габриэла Юк. Йәш ҡыҙҙарҙың осрашыуы тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Гөлназ Әбүбәкерова 20 ҡатнашыусы араһында етенсе урын биләне.
       Ключборкта тағы бер аҡыллы ҡыҙыбыҙ Әлиә Әминева лайыҡлы с ығыш яһаны ( 13 йәшкә тиклем). Ул еңеүсе Ольга Федорович
       менән бер үк мәрәй йыйыуға өлгәште, әммә өҫтәлмә күрһәткестәр буйынса белорус ҡыҙ уны артта ҡалдырҙы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал