6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ойошма менеджеры "урынына" 21 кеше, йәки Уҡырға ҡабул итеүҙең быйылғы үҙенсәлектәре
09.08.05


       Илебеҙ вуздарында студенттарҙы уҡырға ҡабул итеү буйынс а эштәр аҙағына яҡынлаша. Абитуриенттар һөйләшеү үтте һәм өс
       ҡабул итеү имтиханы тапшырҙы. Дөрөҫ, имтихандарға йомғаҡ тулыһынса яһалмаған әле. Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса эксперименттар арҡаһында уҡырға инеү тураһындағы приказдарға ҡул ҡуйыу элеккесә теүәл 1 августа башҡарылмай. Хәҙер ваҡытты бер ни тиклем һуҙырға тура килә. Әлегә 2005 йылда вуздарҙа уҡырға ҡабул итеү кампанияһының нисек үтеүен хәтергә төшөрөп алайыҡ.
       Быйылғы йылға ҡабул итеүҙең контроль һандарын, һуңғы өс йылдағы кеүек үк, республика вуздары конкурс нигеҙендә Рәсәй
       Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы аша алды. Дәүләт юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө уҡыу буйынса бюджет у рындары 7 846 тәшкил итте, йәғни үткән йыл менән сағыштырғанда 127 урынға аҙыраҡ. Был дөйөм ил буйынса студенттар һанының ҡыҫҡарыуы менән аңлатыла. Беренсе
       сиратта уҡыу йорттары иҡтисад һәм гуманитар профилдәр буйынса студенттарҙы аҙыраҡ ҡабул итә башлаған.
       Факультеттарҙа яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, республиканың төп классик вузы - Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ике яңы йүнәлеш менән сикләнгәндәр: "Рекламаны филологик тәьмин итеү" һәм "М әғлүмәт - нәшриәт эшмәкәрлеген филологик тәьмин итеү".
       Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары 1 сентябрҙән "Полиграфия", "Документтар алып барыу һәм идаралыҡты документтар менән тәьмин итеү", "Музеология" һәм "Психология" (классик) һөнәрҙәрен үҙләштерә башлаясаҡ.
       Шулай уҡ Бөрө дәүләт социаль - педагогия академияһында ла
       яңы һөнәр алыу мөмкинселеге барлыҡҡа килде - "Биоэкология",
       "Документтар алып барыу һәм идаралыҡты документтар менән
       тәьмин итеү". Химия һәм социаль эш буйынса бакалавриат индерелеүе вуздың заман менән бергә атлау теләге тураһында
       һөйләй.
       Ҡабул итеү кампанияһы күрһәтеүенсә, яңы һөнәрҙәр абитуриенттарҙың күңеленә хуш килгән. Мәҫәлән, "Биоэкология"
       буйынса конкурс бер урынға 8,8 кеше тәшкил иткән.
       Уҡырға инеү һынауҙарына 34 074 кеше ғариза биргән ( үткән
       йыл - 40 055). Республика буйынса уртаса конкурс бер урынға 4,34 ғариза (сағыштырыу өсөн: 2004 йылда - 4,5, 2003 йылда -
       4,6, 2002 йылда - 4,7).
       Быйыл иң ҙур конкурс Өфө дәүләт сервис институтында күҙәтелгән - бер урынға ете кеше. Башҡорт дәүләт
       университетында бер урынға 6,7, Башҡорт дәүләт аграр
       университетында - 5,8, Башҡорт дәүләт педагогия
       университетында - 5, 08, Бөрө дәүләт социаль - педагогик академия - 4,2, Өфө дәүләт авиация техникумы - 3,98 кеше дәғ үә иткән. Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогик академияһында күрһәткестәр бер үк - 3,2. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында бер урынға өс кеше дәғүә иткән. Өфө дәүләт нефть техник универсиеттында уртаса
       конкурс 2,4 кеше.
       Абитуриенттар араһында Башҡорт дәүләт университетының "Ойошма менеджменты" ( бер урынға 20,9 кеше) һәм "Социаль эш" (18,5) айырыуса ҙур һорау менән файҙалана.
       Өфө дәүләт сервис институтының "Финанстар һәм кредит" йүнәлеше буйынса бер урынға 15,3 кеше дәғүә иткән. Өфө дәүләт авиация техник университетының "Стандартлаштырыу һәм сертификатлаштырыу" һөнәре лә һорау менән файҙалана
       (бер урынға 13 кеше).
       Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Профессиональ
       уҡытыу, дизайн" һәм "Культурология" буйынса уҡырға теләүселәр байтаҡ (12 һәм 11, 5).
       Үткән йылдарҙағы кеүек үк, филология, педагогика, техник
       профиль, шулай уҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә конкурстың
       түбән булыуы күҙәтелә.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал