6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Уматурман" төркөмө мәйетхана санитары һәм ди - джейҙан тора
09.08.05


       - Һеҙ мине уға ғашиҡ тип уйлайһығыҙмы Юҡ, әлбиттә! Эйе, ул миңә оҡшай, тик унан нығыраҡ оҡшаған актрисалар ҙа етерле к...
       - Беҙҙең ҡатын - ҡыҙҙарҙың уға оҡшарға теләге лә юҡ. Ауыр ыу түгел дә инде улар..
       Әле генә һеҙ үҙҙәренең төркөмөнә билдәле актрисаның исеме н ҡушҡан Владимир һәм Сергей Кристовскийҙың Ума Турман тураһындағы фекерен белдегеҙ. Үткән шәмбелә ағай һәм ҡусты
       Өфөлә концерт менән сығыш яһаны, концерт башланғанға тиклем
       журналистар менән осрашырға ла ваҡыт тапты.
       Күренеүенсә, ябай рус егетенең билдәле киноактрисаға булғ ан мөхәббәт тарихы килеп сыҡманы. Бары тик Ума тураһында шая н йыр ғына - ул 2003 йылда Мәскәүҙе әсир иткән 15
       композицияның иң сағыуылыр, моғайын, ә төркөмдөң ул ваҡытта
       күңелгә ятҡан исеме булмай. Бер аҙ кәңәш ҡороп алғандан һуң
       туғандар ошо исемдә туҡталырға ҡарар итә - шулай итеп "Уматурман" төркөмө барлыҡҡа килә. Хәйер, Владимир үҙе таныуынса, ул Квентин Тарантиноның музаһы менән осрашыуҙан б аш тартмай һәм иртәме - һуңмы был осрашыу барыбер буласаҡ ти п иҫәпләй, өҫтәүенә Ума үҙе лә Рәсәйҙә аҙашы барлығын белә. Бөгөн был егеттәр гастролдәр менән илде гиҙә, уларҙың "N
       ҡалаһында" альбомындағы композициялар хит - парадтарҙың беренсе юлынан төшмәй, ә үҙҙәрен танымаған бер кеше бик аҙҙыр, моғайын.
       Ағай менән ҡусты - өлкәне Сергей һәм кесеһе Владимир уңышҡа оҙайлы һәм төрлө юлдар менән килә.
       - Әммә беҙҙе сәхнәгә Земфира тартып сығарманы, бары тик беҙҙең Мәскәүҙәге тәүге сығышыбыҙ һеҙҙең яҡташығыҙҙың концертында булды, - ти Владимир. - Беҙҙең "Прасковья" йыры Земфираның күңеленә хуш килеүе асыҡланды, һәм бүләк
       сифатында - минең тыуған көнөм ине - иптәштәр Земаның минең
       менән бергә йырлауын һораған. Ҡурҡынысыраҡ ине, әлбиттә, әммә мин, әммә мин батырсылыҡ иттем һәм был турала үкенмәйем. Шул көндән алып аралашабыҙ. Һуңғы арала күрешкән юҡ, телефон аша һөйләшеп торабыҙ.
       Хит - парадтар түбәһенә юл еңелдәрҙән булмай. 1998 йылда Владимир Мәскәүгә үҙенең тәүге демо - яҙмаһын алып килгәс, уға ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп, йырҙарының "бармауын" белдерәләр. Володя Нижегородкаға кире ҡайта, быға тиклем ул ҡалала күп һөнәр алмаштырырға өлгөрә: иретеп йәбештереүсе була, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарай, парикмахерлыҡҡа уҡый, хатта мәйетханала төнгө санитар булып та эшләй. Һәм, ниһайәт, кесе Кристовкий үҙе өсөн бары тик музыка менән генә аҡса эшләйәсәкмен тип ҡарар итә һәм музыка училищеһына уҡырға инә.
       Сергей ул ваҡытта музыкаль ижад йәһәтенән ярайһы уҡ уңышлы эш алып бара. Ул ди - джей булып эшләй, үҙ төркөмөн төҙөй, Нижнийҙа уны беләләр. Әммә билдәлелек Кристовскийҙарға бергә эшләй башлағас килә. Клубтарҙа ике гитара менән сығыш яһап, улар бының тамашасыларға оҡшауын
       аңлай. Бер төн эсендә улар урындағы студияла демо - альбом яҙа һәм Мәскәүгә ебәрә...
       Бөгөн ағалы - ҡустылы улар баш ҡалала йәшәй һәм яратҡан шөғөлдәрен дауам итә.
       - Тормошта беҙҙең мөнәсәбәттәр төрлөсә булды. Холоҡтар төрлөлөгө, йәш айырмаһы ла - биш йыл - үҙенекен иткәндер инд е, - тип һөйләй Володя. - Әммә бергә йәшәй башлағас - башта беҙ бер фатирҙа торҙоҡ - барыһы ла үҙ урынына ултырҙы һәм бе ҙ ысынлап та дуҫлаштыҡ.
       Журналистар менән осрашыу ваҡытында улар ниндәйҙер шоу эшләргә, төрлө ҡыланыштар менән беҙҙе таң ҡалдырырға тырышманы. Өфө тураһында матбуғат конференцияһы геройҙары:"Б ында һеҙҙең барыһы ла тыныс", - тип үҙ фекерен белдерҙе.
       Владимирҙың ағаһына ҡарағанда асығыраҡ икәнлеге аңлашылды.
       - Ул хәбәр һатырға ярата шул, - тип көлә Сергей.
       - Юҡсы, беҙ бында һөйләшер өсөн килдек тә инде, - тип аҡл ана Владимир.
       Дуэтта ул вокалист һәм текст һәм музыка авторы. Сергей аранжировкалар менән шөғөлләнә, бас - гитарала уйнай. Бөгөн
       Кристовскийҙар икенсе альбомдары өҫтөндә эшләй, уның исеме әлегә сер булып ҡала. Презентация быйыл көҙ үтәсәк, тип вәғәҙә итә егеттәр.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал