6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Предприятиеларҙың эш потенциалы етерлек
08.08.05


       Илдең оборона - сәнәғәт һәм машиналар төҙөү комплек сы предприятиеларындағы хәлде бер ниндәй арттырыуһыҙ уның иҡтисади торошоноң барометры тип атарға була. Сөнки был тармаҡтағы эш һөҙөмтәләренән бик күп нимә тора, ә проблемалар етерлек әле. Был башлыса федераль милек предприятиеларына ҡағыла, уларҙың ҡайһы берҙәрендә әле лә эш хаҡы буйынса бурыстар һаҡлана, бюджет һәм бюджеттан тыш ф ондтарға түләү буйынса ла бурыстар бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, был предприятиелар тиҙ арала финанс һауыҡтырыуға
       мохтаж.
       Хәл - торошо ярайһы уҡ яҡшы булған предприятиеларҙа
       юғары технологиялы, конкурентлыҡҡа һәләтле продукция етештереү, производствоны яңыртыу, производство - ара һәм тармаҡ - ара бәйләнештәрҙе нығытыу алғы планға сығарыла. 200 5 йылдың ярты йылында республиканың оборона - сәнәғәт һәм машиналар төҙөү эштәренә йомғаҡ яһау буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә лә һүҙ ошо турала барҙы.
       Сара "Өфө моторҙар төҙөү етештереү берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә барҙы. Ул тармаҡтың лидерҙары
       иҫәбенә инә һәм, бынан тыш, юбиляр ҙа: күптән түгел
       Башҡортостанда был предприятиеның 80 йәшен билдәләп үтелде.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучниндың доклады ул үҙе куратор булған предприятиеларҙың хәлен
       күҙ алдына килтерергә мөмкинселек бирҙе. Был тармаҡтың күп планлы булыуыһәм предприятиеларҙың бер нисә төркөмгә бүленеүенән тыш, уларҙың эсендә лә хәлдең бер төрлө генә
       булмауы асыҡланды.
       Шулай итеп, ҡайһы бер һан һәм факттарға иғтибар итәйек. Беренсе ярты йылда эшкәртеү производствоһына бәйле предприятиелар әйләнеше 159, 4 миллиард һум, ә сәнәғәт производствоһы индексы - 108,9 процент тәшкил иткән.
       Иҡтисади эшмәкәрлектең төп төрҙәре буйынса үҫеш барышы түбәндәгесә: машина һәм ҡорамалдар етештереү - 103,1
       процент, электр ҡорамалдары, электрон һәм оптика ҡорамалдары етештереү - 118, 6 процент, транспорт средстволары һәм ҡорамалдары етештереү - 120, 8 процент, резина һәм пластмасса изделиелар етештереү - 106,5 процент.
       Машиналар төҙөүҙең экспорт күләмен арттырыу дауам итә, ул
       алты айҙа 109, 7 миллион доллар тәшкил иткән.
       Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән йыл менән
       сағыштырғанда, сәнәғәт етештереү күләме буйынса күпкә арттырып эшләүселәрҙе билдәләп үтергә кәрәк, улар - "Вагонда р ремонтлау заводы"(182 процент), "ИНМАН" (174, 4),
       "Уралтехнострой - Туймазыхиммаш" (158, 9), "ОЙО - ГЕО Импульс Интернэшнл" (149, 9) акционер йәмғиәттәре, "ОЗНА" (146, 3) һәм башҡалар.
       Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер предприятиелар эшенең финанс йәһәттән эш һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип билдәләне
       Николай Пучнин. 26 предприятиеның етештереү күләме үткән
       йыл менән сағыштырғанда кәмей төшкән, улар араһында "БЭТО -
       Хуавей", "Геофизприбор", "Салауатнефтемаш", "Концерн "Инмаш" һәм башҡалар. Ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар: үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда машиналар төҙөү
       предприятиелары араһында килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һа ны 20 процентҡа ҡыҫҡарған.
       Предприятиеларҙың етештереү күләме һәм килеме түбәнәйеүенә нимә сәбәп булып тора Сәбәптәр бер нисә - металға хаҡ артыуҙан башлап ҡайһы бер изделиеларға заказ һәм
       һорауҙың кәмеүенә тиклем.
       Тармаҡта эш хаҡы ниндәйерәк Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уны юғары т ип әйтеүе ҡыйын, әммә бер ни тиклем үҫеш тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың биш айында эшкәртеүсе производство хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ эш хаҡы 7800 һумдан артҡан. Үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда ү ҫеш 22,3 процент тәшкил иткән.
       "УМПО" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ю рий Пустовгаров әйтеүенсә, быйыл берекмәлә эш хаҡы туғыҙ меңгә яҡынлаша. Республикала машиналар төҙөү тармағында уның иң юғарыларҙан булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
       Предприятиела һуңғы ярты йылда етештерелгән юғары технологиялы продукция менән танышҡанда, бында новаторлыҡ
       та йоҡламай тигән уй тыуа. Мәҫәлән, эшкәртеү производствоһы нда был ваҡыт эсендә инновацион продукция күләме ике тапҡыр артҡан.
       Тотороҡло эшләүсе һәр предприятиела тип әйтерлек яңы,
       конкурентлыҡҡа һәләтле изделиеларҙы үҙләштереү бара, уларҙы
       халыҡ - ара баҙарға сығарыуы ла оят түгел. Әле, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә әҙерлек барған ваҡытта, был айырыуса көнүҙәк.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал