6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Евгений Гонтмахер: "Социаль пакеттан баш тартыу социаль көсөргәнешкә алып киләсәк"
08.08.05


       Башҡортостанда льгота менән файҙаланыусыларҙың өстән бер өлөшө 2006 йылда социаль пакеттан баш тартырға йыйыныуы хаҡында белдерҙе. 100 меңгә яҡын кеше уны аҡсалата компенсация менән алмаштырырға теләй. Хәтерегеҙгә төшөрөп үт әбеҙ, 122 - се федераль законға ярашлы, граждандарҙың социаль яҡлау федераль бюджет иҫәбенә башҡарылған категорияһы социаль пакет менән файҙаланыу хоҡуғына эйә. Унда дарыу менән тәьмин итеү, шифахана - курорттарға йүнәлтм ә, дауалау урынына барыу һәм кире ҡайтыуҙың бушлай булыуы, шулай уҡ тимер юл транспортында бушлай йөрөү инә. Республикала 374 312 кеше льгота менән файҙаланыусыларҙың федераль регистрына инде.
       Шул уҡ ваҡытта льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу тураһындағы закон был граждандарға соцпакеттың яҙмышын үҙаллы хәл итеү хоҡуғын бирә. Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш
       өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең территориаль идаралығы етәксеһе Салауат Дауытовтың һүҙҙәре буйынса,
       башлыса соцпакеттан баш тартыусылар иҫәбенә ауыл халҡы инә.
       Хәҙер 1 һәм 2 группа инвалидтары, йөрәк - тамыр сирҙәре, шәкәр диабеты, тын алыу органдары һәм хәрәкәт итеү аппараты ауырыуҙарынан интегеүселәр ҙә аҡсалата компенсацияға риза.
       Баш тартыуҙың сәбәптәре араһында беренсе урында " ауыл
       халҡын медицина тикшереүе һәм дарыу менән тәьмин итеүгә тейешле иғтибар бирмәү, дауалау учреждениеларында һәм аптекаларҙа сират арҡаһында дарыу алырға мөмкинселек булмауы, ауыл ерендә дарыу биреү һәм льготалы рецептар
       яҙыу пункттарының етерлек булмауы, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барылмауы" тора. Социаль тикшереүҙәр һәм инновациялар үҙәге (Мәскәү) етәксеһе Евгений Гонтмахер
       әйтеүенсә, соцпакеттан күмәк баш тартыуҙар һөҙөмтәлә социал ь көсөргәнеш тыуыуына килтереүе ихтимал.
       "Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы дарыуҙарға хаҡтың һиҙелерлек артыуын күҙаллай, - ти ул, - сө нки фармацевтика баҙары дарыуҙарҙың һорау менән файҙаланыуын а көйләнәсәк". Бынан тыш, һуңғы арала дауаханаларҙа дауаланы у һанының кәмеүе туҡталасаҡ, халыҡ бушлай дарыу алыр өсөн дауаханаларға ынтыласаҡ, тип иҫәпләй ғалим. "Федераль льгота
       менән файҙаланыусыларҙың күпселеге инвалид, аҙ тәьмин ителеүселәр, һәм нәҡ улар һайлау алдына ҡуйыла: бушлай дарыу , йүнәлтмә алырға, транспортта йөрөргә лә теләйҙәр, әлбиттә,
       тик күп ваҡытта икмәккә лә аҡса еткерә алмайҙар, - ти Гонтм ахер. - Соцпакеттан баш тартып, улар нимәгәлер өмөтләнә. Льг ота менән файҙаланыусылар үҙҙәре аҡса һайлауына ҡарамаҫтан, һөҙөмтәлә риза ҡалмаясаҡ, сөнки бында һүҙ өлкән, ауырыу, эҙемтәләрҙе күҙалларға һәләтһеҙ кешеләр тураһында бара".

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал