6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Малкин теләй, әммә булдыра алмай, Волченков теләй, әммә бирмәйҙәр
08.08.05


       Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогына Милли хоккей л игаһында үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән, составында сағыу һәм
       перспективалы хоккейсылар булған командалар йыйылды. Беҙ иң билдәле уйынсыларға локауттан һуң лигаға ҡайтырға теләйһегеҙме, ниндәй шарттарҙа һәм Төнъяҡ Америкаға ҡайтыу ҡасан мөмкин буласаҡ, тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
       Станислав Чистов:
       - "Анахайм" менән минең арала төҙөлгән контракт тамамланд ы, хәҙер мин бында, Рәсәйҙә уйнаясаҡмын. Был миҙгелдә бер ке м дә мине Милли хоккей лигаһына һөйрәп тә индерә алмаясаҡ - мин быны үҙем теләмәйем. Артабан инде күҙ күрер.
       Александр Семин:
       - Мөмкинселек булһа, мин китергә теләр инем, тик был мөмк ин түгел. Мин Рәсәй Армияһында хеҙмәт итәм һәм әлегә Төнъяҡ Америкаға бара алмайым. Бына хеҙмәт итеп бөткәс, мөмкин.
       Әлегә мин бында уйнағанда контракт "туңдырылған" - тимәк, һуңынан мин Милли хоккей лигаһында ике миҙгел үткәрәсәкмен.
       Антон Волченков:
       - Минең "Оттава" менән килешеүем тамамланды. Был клуб вәкилдәре яңы тәҡдим яһаны, әммә ул "Сенаторҙар" менән контракт буйынса алғандан да кәмерәк. Ҡайтырға теләр инем, әммә барыһы ла Канада командаһының етәкселегенән тора - элеккеһенән кәм булмаған эш хаҡына иҫәп тотам. Ә "Оттава" көйәрмәндәренә әйтер һүҙем: Аллаға шөкөр, локаут тамамланды,
       әлегә көтөгөҙ, бәлки мин ҡайтырмын да.
       Алексей Морозов:
       - Милли хоккей лигаһында бер аҙ уйнарға теләк бар, әлбитт ә. Әммә мин "Аҡ Барс" менән бер йылға контракт төҙөнөм дә ине. Океан аръяғында агент һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был миҙгелдә минең ҡайтыуым икеле.
       Алексей Кайгородов:
       - "Оттава" минең менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Мин Милли хоккей лигаһында уйнарға теләр инем, һәм агент һөйләшеүҙәр ҙ ә алып бара, тик минең шартым бар - түбәнге лигаларға бер
       ниндәй ҙә һылтанма булырға тейеш түгел. Төп командаға тап килмәһәм - Рәсәйгә ҡайтырға тейеш буласаҡмын.
       Дмитрий Пестунов:
       - Миңә "Финикс" тәҡдим яһаманы, әммә улар мине үҙ составында күрергә теләһә лә, был миҙгелдә бер ҡайҙа ла бармаҫ инем. Әлегә Рәсәй суперлигаһында тәжрибә тупларға
       тейешмендер тип уйлайым.
       Евгений Малкинды интервьюға ризалатыуы иң ҡыйын бурыстарҙың береһе. Талантлы форвард репортер һәм телекамераларҙан ҡаса, ә инде журналистар ныҡышмаллыҡ күрһәтә башлаһа, һорауҙарға яуап бирмәҫ өсөн ниндәй ҙә булһа  сәбәп таба. Әммә "БАШвестЪ" хәбәрсеһе "Металлург" Өфөнән ҡайтырға әҙерләнгән ваҡытта тап килтереп, Женяның телен астырыуға өлгәште. Һөйләшеү ваҡытында Милли хоккей лигаһының буласаҡ йондоҙо һөйгән ҡыҙының ҡосағынан сыҡманы.
       - Евгений, ниңә һеҙ матбуғатты һанға һуҡмайһығыҙ Милли хоккей лигаһында барыбер журналистар менән аралашырға тура к иләсәк бит.
       - Америкала быға ҡаршы төшөү өсөн минең сәбәбем бар - инглиз телен белмәйем.
       - Шулай ҙа, әйтегеҙсе, был миҙгелдә Марио Лемьеның клубын а күсергә теләгегеҙ бармы
       - Бар, әлбиттә, тик "Металлург" клубы етәксеһе генә быны теләмәй. Шуға күрә миңә команда хужаларының үҙ ара килешеүен көтөргә ҡала.
       - Pittsburgh Penguins составында ниндәй эш хаҡына иҫәп тотаһығыҙ
       - Овечкин менән Кросбиҙыҡынан кәмерәк түгел.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал