6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Француз кинорежиссеры Башҡортостанда ... йылмайыусы һыйырҙы күргән
08.08.05


       Марк Звигильскийҙың аяғы башҡорт еренә баҫыу менән уның ижади тәбиғәте үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Башҡортостанға Марк Франциянан үҙенең элекке курсташы Булат Йосоповтың саҡырыуы буйынса килде. Үткән йыл "ВистаВижн" киностудияһы д иректоры итеп тәғәйенләнгән Булат уға республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын күрһәтергә теләй, әммә камераһыҙ бер аҙым атлай алай алмауы сәбәпле, коллегаһына "Париждан Парижға сәйәхәт" тигән исем аҫтында телепроект тәҡдим итә. Ошонан башланып китә лә инде.
       Аҙна дауамында (!) төшөрөүсе төркөм буласаҡ биш сериялы документаль фильм өсөн кәрәкле кадрҙарҙы эшләй, уны тамашасылар БСТ каналында 3 - 8 октябрҙә күрә аласаҡ. Гид,
       сценарий авторы, Башҡорт гуманитар академия ректоры Әхтәр Боҫҡонов һәм ҡуйыусы режиссер Искәндәр Әхмәтвәлиев менән бергә Марк Звигильский башҡорт француздары йәшәгән, хатта үҙенсәлекле Эйфель башняһы ла булған Парижды күрер өсөн йөҙәр саҡрым ер үтә. Тик Ҡыйғы районындағы Париж ҡасабаһында башня булмай сыға, шуға күрә Иван Сусанин, йәғни , Әхтәр Мөхәмәт улы маршрутты үҙгәртеп, Силәбе өлкәһенең Ноғайбәк районына, ошондай уҡ француз исемле ауылға юл тота.
       Өҫтәүенә ул - башҡорттарҙың борон - борондан йәшәгән урыны,
       тип билдәләне ғалим журналистар менән осрашыу ваҡытында. Ә
       исеме - Париж - уға 1840 йылдарҙа француздарҙы еңеү
       иҫтәлегенә бирелә. Замандаштарыбыҙ олатайҙарҙың ҡаҙанышын и ғтибарһыҙ ҡалдыра алмай, шуға күрә Магнитогорск компанияларының береһе ябай станция урынына Эйфель башняһы төҙөгән. Дөрөҫ, ул үҙ туғанынан күпкә бәләкәсерәк.
       Эйфель башняһынан тыш Марк Звигильскийға Парижда юл
       бирмәүсе "тәртипһеҙ" һыйырҙар, ҡаҙҙар, бишбармаҡ, ҡымыҙ һәм, әлбиттә, ҡунаҡсыл башҡорттар һәм икһеҙ - сикһеҙ ҡырҙарыбыҙ оҡшаған. Кинематографистар Парижға барып еткәнгә тиклем Өфө, Архангел, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында
       ла туҡталған. Был сәйәхәт барышында улар Ғәҙелша шарлауығында булған, ҡурайға һәйкәлде барып күргәндәр, әйткәндәй, ул донъяла берҙән - бер. Фильм төшөрөүселәр ҡалғаны тураһында асылып китеп һөйләмәне, сер һаҡлайбыҙ, йәнәһе. Әммә картинаның Рәсәйҙә генә күрһәтелмәйәсәген билдәләп үттеләр.
       - Беҙҙең бурыс, - тине Булат Йосопов, - юғары сифатлы про дукт етештереү, һәм уны барыһы өсөн дә, шул иҫәптән француз тамашасыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы итеү.
       Маркта был телепроект бәләкәй Парижда бәләкәй Эйфель
       башняһы булыуынан тыш, беҙҙең илде һәм үҙенең тамырҙарын ентекләберәк өйрәнеү теләге арҡаһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Уның әсәһе, Тамара, тыумышы менән Рәсәйҙән икән. Мәскәүҙә гид булып эшләгән ваҡытында ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше lemән таныша. Һуңынан, йәш ғаилә Польшаға күсенгәс, уларҙың улдары Марк һәм уның ҡустыһы донъяға килә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, Тамараға Марктың атаһы менән айырылышырға тура килә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул бер французға кейәүгә сы ға һәм улдары менән Францияға күсеп бара. Әлеге ваҡытта Марктың ата - әсәһе, инде пенсионерҙар, үҙ ваҡытын Иван
       Тургеневтың музейына бағышлай.
       Ә улдары иһә Франциянан алыҫта, журналистарға үҙ сәйәхәте тураһында көләмәстәр һөйләп, рус телен камиллаштыра.
       - Һин ниңә Башҡортостанға бараһың - тип һораған Марктан дуҫтары.
       - Йылмайыусы һыйырҙы күрергә.
       - 
       Баҡһаң, "Башҡортостан" һүҙендә бер генә хәрефте
       алмаштырһаң, француз теленә тәржемәлә ул "Йылмайыусы
       һыйыр" тигән сырҙың исеме булып яңғырай икән.
       Марктың һүҙҙәре буйына, ул үҙенең сәйәхәтенән бик ҡәнәғәт . Һәм "Париждан Парижға сәйәхәттән" тыш, беҙ тағы бер францу з - башҡорт телепроектын күрәсәкбеҙ, тип вәғәҙә итте улар.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал