6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Кубок беҙҙеке!
08.08.05


       Кесе йома көнө Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогы ө сөн хәл иткес матчтар үтте. Өсөнсө урын өсөн осрашыу ваҡытында "Аҡ Барс" (Ҡазан) "Лада" (Тольятти) командаһын еңде, 2 : 0. Финалда "Металлург" (Магнитогорск) менән турнир хужаһы "Салауат Юлаевтың" көс һынашыуы 2 : 2 иҫәбе менән тамамланды. Әммә Канада белгесе Дэйв Кингтың командаһы буллиттар буйынса биреште - 2 : 3. Тарихта тәүге тапҡыр Өфө
       командаһы Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогында ең еү яуланы.
       Финал матчына "Салауат Юлаев" көсһөҙ составта сыҡты. Алынған йәрәхәттәре арҡаһында команда бер юлы дүрт уйынсыһын "юғалтты" - форвардтар Николай Заварухин, Денис Хлыстов, Владимир Жмаев һәм төп һаҡсыларҙың береһе Андрей Ку тейкин.
       Ә "Металлург", киреһенсә, алышҡа үҙенең иң көслө составынд а сыҡты - Тертышный, Кайгородов, Чистов, Малкин, Добрышкин , Пестунов, Макаровтарҙың өлкәне һөжүм итеүҙә, Варламов, Атюшов, Кухтинов, Маленьких, Бульин оборонала торҙо. Ҡапҡаны
       Тревис Скотт һаҡланы.
       Бындай көслө хоккейсыларға ҡаршы уйында өфөлөләр кемгә өмөт бағлай ала ине инде - ул да булһа Белоруссия йыйылма командаһы голкиперы Андрей Мезин, һәм дә уңыш, һәм дә бар көсөңдө биреп тырышыу. Беренсе звено үҙәгенә тренерҙар Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы уйынсыһы Дмитрий Зюзинды ҡуйҙы - нәҡ ул турнирға тиклем "Салауат Юлаев" беҙҙең суперлиганың иң көслө клубтарын да еңә ала тип белдергәйне. Һәм, асыҡланыуынса, "Миннесота" йондоҙо Андрей Зюзиндың ҡустыһы дөрөҫ күҙаллаған булып сыҡты!
       Осрашыу башында уҡ арбитр Антропов өфөлөләрҙең өсәүһен
       биш " металлургҡа" ҡаршы ҡалдыра. Хужалар ҡаршы тороуға өлгәшә. Артабан Магнитогорск хоккейсыларының өсәүһенә биш "ю лаевсыға" ҡаршы торорға тура килә - шулай уҡ уңышлы. Беренсе период аҙағына Өфө командаһының дүртенсе звено форварды Максим Орлов партнеры ырғытҡан шайбаға сәкәнен ҡуйып өлгөрә һәм хужалар алға сыға - 1 : 0.
       Матчтың 25 - се минутында "Металлург" иҫәпте тигеҙләй. Тертышный Мезиндың ҡапҡаһына шайбаны үткәреүгә өлгәшә - 1 : 1. Магнитогорск командаһы бер аҙ сәпсәләнә, хата ебәрә башлай. Матчтың утыҙ алтынсы минутына өфөлөләр тағы ла бишәүләп өс кешегә ҡаршы тора һәм, ниһайәт, Белоруссия йыйылма командаһының һөжүм итеүсеһе Алексей Кутиков шайбаны ҡапҡаға оҙата - 2 : 1.
       Периодтың һуңғы өлөшөндә тамашасылар көсөргәнешлектең һуңғы сигенә етә - "Металлург" баҫа һәм иҫәпте тигеҙләргә
       ныҡыша. Судья ҡунаҡтарҙы йәлләй, күрәһең - матч аҙағында ул өс "юлаевсыны" биш кешегә ҡаршы уйнарға ҡалдырҙы. Әммә был да ҡунаҡтарға ярҙам итмәне. Осрашыу тамамланыуына ике минут самаһы ҡалғас, рефери штрафсылар эскәмйәһенә бер ниндәй хата ебәрмәгән Дмитрий Зюзинды ултыртып ҡуя. Дейв Кинг алтынсы уйынсыһын сығара, әммә өфөлөләр ҡунаҡтарҙың һөжүменә ҡаршы тора алыу ғына түгел, "Металлург"
       уйынсыларын хата ебәрергә мәжбүр итә. Инде бишкә дүрт һәм М агнитогорск командаһының ҡапҡаһы буш. Өфөлөләр Волков һәм Субботин гол индерә ала, әммә үҙ мөмкинселектәрен файҙаланмай. Һәм, эҙемтә булараҡ, матч тамамланыуына 27 секунд ҡалғас, Малкин шайбаны Өфө командаһы ҡапҡаһына
       оҙата - 2 : 2. Буллиттар серияһы башлана.
       Беренсе булып "металлург" Чистов сыға - һәм шайбаны ҡапҡаға тап килтерә алмай. Ә бына Өфө командаһы легионеры Мелешконың хәрәкәттәре теүәл - 1 : 0. Кайгородов иҫәпте тигеҙләй, ә Сидякин булдыра алмай - 1 : 1. Малкин командаһын алға сығара, әммә Субботин да юғалып ҡалмай - 2 : 2. Кудерметов ырғытҡан шайба маҡсатына ирешмәй, һәм Князев хужалар командаһын алға сығара - 2 : 3. Артабан трибуналарҙы ң һыҙғырыуы аҫтында ҡапҡасыға элекке "юлаевсы", бөгөн Магнитогорск командаһы уйынсыһы Руслан Нуретдинов йүнәлә. Голкипер был осрашыуҙа еңеп сыға һәм Спорт һарайы тамашасыларҙың ҡыуаныс тауыштары, һыҙғырыуҙар менән тула.
       Турнир йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ҡапҡасы тип "Салауат
       Юлаев" командаһынан Андрей Мезин танылды. Һаҡсыларҙан "Металлург" командаһы һаҡсыһы Виталий Атюшов билдәләнде. Иң сағыу форвард исеменә "Лада" уйынсыһы Александр Семин, иң
       көслө бомбардир исеменә "Салауат Юлаев" командаһынан Максим Беляев лайыҡ булды.
       Наградлау тантанаһынан һуң финалда уйнаусы клуб тренерҙар ы ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Дэйв Кинг, "Металлург" командаһы тренеры, үҙ һүҙен рәхмәт әйтеүҙән башланы:
       - Турнир хужаларына яҡшы ойоштороу эше һәм йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт. "Салауат Юлаев" - бик яҡшы команда, хоккейсылары матчтан матчҡа үҫә бара. Беҙ ҙә һәр осрашыу һайын уйыныбыҙҙы яҡшыртабыҙ, әммә бөгөн ҡаршы яҡтың көслөрәк булыуы шик тыуҙырмай.
       Рафаил Ишмәтов, "Салауат Юлаев" командаһы тренеры:
       - Тырышып уйнау йәһәтенән шелтә юҡ, әммә егеттәрҙең психология яғынан проблемалары бар. Хәйер, мин
       тәрбиәләнеүселәремдең Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогын алыуына шат, әлбиттә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал