6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дуҫлыҡ Монументын төҙөү тарихы
05.08.05


       1965 йылдың етенсе авгусында Өфөлә Дуҫлыҡ Монумент ы асылды. Уны төҙөү тураһында идея 1957 йылда, Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенә 400 йыл тулыуын билдәләгәндә барлыҡҡа килә. Проект авторҙары - Мәскәү скульпторҙары М. Ф. Бабурин, Г. П. Левицкая, архитекторҙар Е. И. Кутырев, Г. И. Гаврилов.
       Бөгөн мин был һәйкәлде төҙөү тарихының аҙ билдәле битен
       асмаҡсымын. Скульптор Михаил Бабурин өсөн дүрт быуат йыл элек үҙҙәренең тарихи яҙмышын берләштергән ике халыҡты сағылдырыусы башҡорт һәм рус ҡатындарының фигураһын төҙөү ҡа тмарлы бурыс булып сыға. Рус ҡатыны фигураһын Михаил Бабурин үҙенең ҡыҙына ҡарап эшләй, ә инде бронза аша башҡорт халҡының үҙенсәлеген күрһәтеүгә тотонор алдынан скульптор үҙенең ярҙамсылары менән башҡорт ауылдары буйлап с ығып китә. Бик оҙаҡ һайлана ул, үҙе өсөн күп асыштар яһай, т ик шулай ҙа һәйкәл ансамбленә ингән башҡорт ҡатын - ҡыҙы фигураһында сығышы Өфөнән булған, үҙе Мәскәүҙә йәшәүсе, Мәскәү вузы педагогы Зөһрә Моратованы һүрәтләргә була.
       Зөһрә Ғәзиз ҡыҙы түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Мин Мәскәүҙә йәшәй инем, Гнесиндар исемендәге институтт а инглиз телен уҡытам. Бер тапҡыр мине йәш скульптор Галина
       Левицкая менән таныштырҙылар, артабан Михаил Федорович Бабурин менән осрашыу булды. Мине һүрәтләүҙәренән бик оҙаҡ б аш тартырға маташтым, әммә скульптор мине өгөтләне һәм ризалығымды алды. Скульптура өҫтөндә дүрт ай эшләнек.
       Барыһы ла әҙер булғас, инде скульптураны металға күсерерг ә ҡалғанда, Бабурин тағы ла башҡорт ауылдарында булып ҡайта. Үҙен тикшерергә, ҡайһы бер мәлдәрҙе асыҡларға теләй, күрәһең . Экспедициянан үҙенең һайлауының дөрөҫ булыуына инанып ҡайта.
       Һуңғы ваҡытҡа тиклем минең туғандарым һәм ҡайһы бер таныштарым ғына минең Монументҡа ҡыҫылышым булыуы тураһында белде...
       Зөһрә Моратова үҙе Дуҫлыҡ Монументын асыуҙа ҡатнаша алмай, был ваҡытта улар тормош иптәше менән сит илдә
       командировкала булып ҡала. Әммә Өфөлә булған сағында ул мотлаҡ Монументҡа, үҙенең "игеҙәге" эргәһенә килә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал