6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Дуҫлыҡ һәм Геология еңә
05.08.05


       Ошо көндәрҙә "Ҡайынҡай" балалар һауыҡтырыу комплексында йә ш геологтар слеты асылды. Калининградтан килгән "Йәш
       геолог" мәктәбе сығарылыусыһы Леонид Кузьмин бындай сарала икенсе тапҡыр ҡатнаша. Һәм ошондай, фекерҙәштәр менән осрашырға мөмкинселек биргән саралар йышыраҡ үткәрелергә тейеш тип һанай ул.
       - Бындай саралар һөнәр һайлағанда ла ярҙам итә. Айырыуса үҙ тормоштарын геология кеүек романтик профессияға арнарға теләүселәр өсөн, - тип һөйләй Леонид. - Миңә был һөнәрҙең
       экзотикаһы, сәйәхәттәргә бәйле булыуы, геологтарҙың күңелле
       компаниялары оҡшай. Бынан тыш беҙ йәштәштәребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалмайбыҙ, практика ла үтәбеҙ.
       Слет программаһы ысынлап та бай. Аҙна дауамында бында радиометрия һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса ярыштар үтә, геологтар йәш коллегаларына белемен арттырырға ярҙам итә.
       Сараны Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль
       агентлыҡ, Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй геология
       йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторҙо.
       Республика Президенты исеменән йыйында ҡатнашыусыларҙы би шенсе Бөтә Рәсәй слеты асылыуы уңайы менән БР тәбиғи
       ресурстар министры Альфред Фәүхетдинов ҡотланы. Был сараның Башҡортостанда үтеүен республикала ҡырҡ йылдан
       ашыу эшләүсе балалар һәм үҫмерҙәр геология хәрәкәтенең ҡаҙанышы тип ҡабул итергә кәрәк, тине ул. Бөгөн уның составында һигеҙ тиҫтәнән артыҡ геологик берләшмә тора,
       уларҙың түңәрәк һәм секцияларында меңләгән балалар һәм үҫмерҙәр шөғөлләнә. Балалар - үҫмерҙәр геология берләшмәләре республиканың һәр районында тип әйтерлек бар.
       Быйылғы слет илебеҙҙә балалар - үҫмерҙәр геология хәрәкәтенең 45 йыллығына арнала һәм Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә үтә. Үҙенең тәбрикләү һүҙендә Ер
       байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе А натолий Ледовских та был турала әйтеп үтте.
       - Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтары бик күп төрлө: нефть, газ, аҫыл таштар, алтын һәм башҡа металдар. Әммә иң ҙур байлыҡ - һеҙ, рәсәйлеләрҙең үҫеп килгән яңы быуыны. Рәсәй геология мәктәбенең бөйөк асыштар эстафетаһын кем ҡулына тапшырыу
       беҙҙең өсөн бик мөһим. Һеҙҙең илһамлы йөҙҙәрегеҙ һәм балҡыған күҙҙәрегеҙгә ҡарап, мин эстафетаны ышаныслы ҡулдарға тапшырыуыбыҙҙы аңлайым, - тине Анатолий Ледовских.
       Беҙҙең гәзиткә биргән интервьюһында Анатолий Александрович бындай слеттар йәштәрҙең иғтибарын был ҡыҙыҡлы тармаҡҡа йәлеп итергә мөмкинселек биреүен билдәләне.
       Йәш геологтар слетының тарихы бай. Тәүге Бөтә Союз слеты 1966 йылда Златоустта Ильмен ҡурсаулығында, һуңғыһы, дүртенсе бөтә Рәсәй слеты - 2002 йылда Санкт - Петербургта, ҡаланың өс йөҙ йәшен билдәләү сиктәрендә уҙған. Был ваҡыт эсендә тәүге слетта ҡатнашыусы йәштәр тәжрибәле геологтарға әүерелгән. Миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел: был слеттың судьялар коллегияһы тулыһынса тип әйтерлек "өлкән" геологияғ а мәктәптәге геология түңәрәктәре, балалар геология хәрәкәте нән килгән.
       Бишенсе слетта иң яҡшы йәш геолог исемен яулау өсөн Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән 47 команда көс һынашты. Ә ммә, Анатолий Ледовских әйтмешләй, бында еңелеүселәр юҡ: "Ду ҫлыҡ һәм Геология еңә!"

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал