6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Шағир Луконин башҡорт яҙыусылары тураһында
05.08.05


       Совет шағиры Михаил Луконин (1918 йылдың икенсе октябрендә д онъяға килә, 1976 йылдың дүртенсе авгусында вафат була) Башҡортостанда 1958 йылдың апрель айында булып китә. Өфөлә у л саҡта РСФСР Яҙыусылар союзының ойоштороу комитеты пленумы үтә һәм унда башҡорт әҙәбиәте үҫеше һорауҙары тикшерелә.
       Михаил Луконин республикабыҙҙың яҙыусы һәм шағирҙарының и жады тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтә.
       - Ярослав Смеляков менән икәүләп ул ваҡытта беҙгә таныш булмаған ике башҡорт шағирының ике поэмаһын уҡығанда, беҙ аҙым айын туҡтап, бер - беребеҙгә ҡысҡырып уҡып ишеттерергә теләп ҡамасауланыҡ. Смеляков миңә Мәҡсүд Сөндөклөнөң "Иван Я кутов" поэмаһын уҡыны һәм минут һайын"Ҡара, ниндәй образ:" й әки "Бына - үткер күҙ, сағыу буяуҙар, аныҡ һүрәтләү!" - тип һоҡланды. Мин Смеляковҡа Муса Ғәлиҙең "Ағиҙел йырын" уҡыным. Был тәржемәләр рус телендә шиғыр булып өлгөрмәгән, ю ллап ҡына тәржемә ителгән ине. Әммә беҙ уларҙы уҡып ҡыуандыҡ. Ике поэма ла талантлы, революция рухы, Ватанға һөйөү, берҙәмлек пафосы менән һуғарылған.
       Луконин билдәләүенсә, башҡорт шағирҙары әҫәрҙәренең иң яҡшыһы беҙҙең барлыҡ поэзияла йәшәй һәм совет әҙәбиәтенең байлығы булып тора.
       "Иптәштәргә беҙҙең шиғырҙар оҡшауы тураһында ла белдек", - тип ҡәнәғәтлек белдерә шағир.
       Өфөлә, пленум трибунаһынан сығыш яһап, Луконин былай ти: "Башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре өҫтөндә тулҡынланып, үҙеңде б айыраҡ тояһың. Башҡортостанда йәшәүсе йәш, әлегә билдәһеҙ ба шҡорт һәм рус шағирҙарының көслө ҡулдарын тойоп ҡыуанаһың".
       Билдәле совет шағиры ул саҡта әле йәш булған башҡорт шағиры, һуңынан Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәмил Хәкимовтың остазына әүерелә. Уның 1963 йылда сыҡҡан "У стағы йөрәк" исемле йыйынтығына баш һүҙҙә Луконин әҫәрҙәрҙең ихлас һәм көслө булыуы, шағирҙың шиғриәткә ғашиҡлығын билдәләй.
       "Рәмил Хәкимовтың китабы һорауҙарҙың көнүҙәк, ҡараштарҙың
       заманса, лирик геройҙың йәшлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә",
       - тип яҙа ул.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал