6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Беҙ үҙ йортобоҙҙа, улар - ҡунаҡта"
05.08.05


       Вьетнам һатыусылары Өфөнөң бер төркөм йәштәрен туҡмаған.
       Улар араһында бәрелеш Өфөнән алыҫ түгел, Михайловка ҡасабаһы аквапаркында була. Унда ҡатнашыусылар йоҙроҡтарҙан тыш шешә, таяҡтар, кирбес киҫәктәрен дә "эшкә егә". Һөҙөмтәлә өфөлөләрҙең береһе - 22 йәшлек егет дауаханаға
       барып эләгә.
       Үткән шәмбе көнө бер төркөм йәштәр - алты егет һәм өс ҡыҙ аквапаркта ял итә.
       - Тиҙҙән күңел асыу комплексының ҡапҡа төбөнә Өфө баҙарҙарының береһендә һатыу итеүсе иллеләп сит ил кешеһе тейәлгән ике "Газель" һәм бер автобус килеп туҡтай, - тип
       һөйләй БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәткәре
       Салауат Уйылданов. - Бер нисә сәғәттән ҡыҙмаса булып алған
       вьетнамлылар волейбол уйнарға тотона.
       Уйын барышында уларҙың тубы һәр ваҡыт Өфө компанияһы янына килеп төшә: йә һауыт - һабаға, йә кешегә тейә. Йәштәрҙ ең һүҙҙәре буйынса, уларҙың иҫкәртеүен вьетнамлылар ҡолаҡғын а элмәү генә түгел, тупаҫ итеп яуап ҡайтара. Аптырағас, йәш тәр
       сауҙәгәрҙәрҙән ситкәрәк күсеп ултыра, улары шунда уҡ бушаға н урынды биләп ала һәм уйындарын дауам итә. Туп ҡыҙҙарҙың береһенә килеп эләккәндән һуң, егеттәр уҫмаҡлаша башлай. Вьетнамлыларҙың һаны күп булғанлыҡтан, өфөлөләргә үҙҙәренең хаҡлы булыуын иҫбатлауы ҡыйынға тура килә.
       Тиҙҙән күмәк һуғыш урынына тәртип һаҡсылары килеп туҡтай.
       Вьетнамлылар тирә - яҡҡа таралып ҡаса башлай, әммә милиция уларҙың утыҙлабын ҡулға эләктерә. Оперативниктар әйтеүенсә,
       ҡулға алған ваҡытта иҫерек вьетнамлылар үҙҙәрен тәртипһеҙ тота. Ваҡиға урынында ҡан эҙҙәре булған буш шешәләр, кирбес,
       таяҡтар табыла. Хулиганлыҡ өсөн һуғыш суҡмарҙарына ҡарата енәйәт эше асыла.
       Зыян күргән өфөлөләрҙең береһе дауаханаға оҙатыла. БР Эск е эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, врачтар егеттең 24 йәрәхәтенә йөй һала. Тигеҙ булмаған бәрелештең ҡалған ҡорбандары тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарыла...
       Вьетнамлылар Өфөлә йәшәүсе иң күп һанлы диаспораларҙың
       береһе. Бында улар сауҙа эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә.
       Йәшәү урындары башлыса баш ҡаланың Дим районы, Октябрь проспекты, Красин һәм Ғафури урамдары киҫелеше һәм Черниковка биҫтәһенең Донской урамы. Был күршеләр
       тураһында өфөлөләрҙең фекерен белеү маҡсаты менән беҙ урамға сыҡтыҡ.
       Екатерина, 24 йәш, Димдә йәшәй:
       - Мин Димдә йәшәйем, шуға күрә был турала әйтә торған һүҙҙәрем бар. Вьетнам халҡы беҙҙең районда ныҡлы төпләнде, бында, билдәле булыуынса, уларҙың төп сауҙа нөктәһе урынлашҡан. Элегерәк улар артыҡ күҙгә ташланып бармаһа, һуңғы ике йылда артыуҙары һиҙелә. Хәҙер инде улар дөйөм ятаҡтарҙа йәшәмәй, яҡшы фатирҙар, ҡыйбатлы машиналар һатып а ла. Бының менән бергә "лускийҙарға", йәғни рус халҡына
       булған мөнәсәбәттәрендә тупаҫлыҡ һәм тәкәбберлек тә килде. Улар хатта маршруткаларға айырым заказ бирә!
       Олег, 26 йәш, шулай уҡ Дим районында йәшәй:
       - Дим "вьетнамлашты" - һүҙ ҙә юҡ. Һәм бының менән барыһы ла риза тип әйтеп булмай. Дөйөм алғанда, вьетнамдар - эшсән халыҡ, уларға беҙҙә үҫешергә, аҡса эшләргә мөмкинселек бирелгән, шуның менән файҙаланалар ҙа инде. Ихтирамлыҡ менән айырылып торалар тип әйтмәҫ инем. Баҙарҙа уларҙың
       һатыусыһы һине үҙебеҙҙең рус телендә һүгеп ебәрергә лә күп
       һорамай.
       Елена, 40 йәш:
       - Вьетнамлылар, ғөмүмән, тыныс халыҡ, эшһөйәрҙәр. Күршеле к миңә ҡамасауламай. Тик шулай ҙа шашырға ярамай, нисек кенә
       булмаһын, беҙ үҙ төйәгебеҙҙә, улар - ҡунаҡта.
       Закон әһелдәре был турала ниндәй фекерҙә.
       БР Эске эштәр министрлығының Паспорт - виза хеҙмәте идаралығының виза һәм рөхсәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә,
       тәртип һаҡсыларына уларҙың артыҡ мәшәҡәт тыуҙырғаны юҡ, етди енәйәт ҡылыу осрағы ла теркәлмәгән.
       - Вьетнамдан килеүселәр башлыса сауҙа эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Был диаспора вәкилдәре законға ҡул һелтәп ҡарамай , - тинеләр беҙгә БР Эске эштәр министрлығының миграция эштәре буйынса идаралығында. - Һәр хәлдә теркәү үтеүгә ҡағылышлы һорауҙарға улар бик яуаплы ҡарай.
       - Мин хоҡуҡ һаҡлау үҙәгендә ике йыл эшләү осоронда беҙгә вьетнамлылар ике тапҡыр ғына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте - уларҙы теркәү үтеү йәһәтенән нимәлер ҡыҙыҡһындыра ине, - тине "Мемориал" Хоҡуҡ һаҡлау үҙәге юрисы Румиә Насретдинова.
       - Мин мотлаҡ тип әйтмәйем, шулай ҙа улар бында насар йәшәмәйҙер тип уйлайым. Юҡһа вьетнамлылар хоҡуҡ һаҡсылары ме нән тығыҙыраҡ аралашыр ине.
       ... Ниндәй йомғаҡ яһарға ҡала - алда һүрәтләнгән хәл үҙал лы
       барлыҡҡа килгән һәм уның әйтелгәндән тыш сәбәптәре юҡ. Бынан тыш беҙ барыбыҙ ҙа йәнһүрәттәге Леопольдтың "Әйҙәгеҙ д уҫ йәшәйек!" тигән һүҙҙәрен хәтерләйҙер.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал