6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йәш шашкасылар һынатмай
04.08.05


       Башҡоротстандан килгән Айнур Шәйбәков рәттән өс еңеүгә өлгәште һәм Ключборк ҡалаһында (Польша) үҫмерҙәр араһында халыҡ - ара шашка буйынса үткән етенсе Европа беренселегендә
       алда килә. 12 йәшлек шашка оҫтаһының үҙенән тәжрибәлерәк 16
       йәшлек шашкасылар менән бер төркөмдә уйнауын билдәләп үтергә кәрәк.
       Әлегә Айнур сит ил шашкасылары менән генә осрашты. Быға тиклем ул Нидерланд вәкиле Юэн Вонг, украин Станислав Яхнис һәм латыш Каспар Шулктың кәйефен төшөрҙө. Шәйбәковтың
       киләһе уйыны бик мөһимдәрҙән. Айнур үҙенең ватандашы
       Николай Гуляев менән көс һынаша, һуңғыһы шулай уҡ быға тиклем өс еңеүгә өлгәште.
       Халыҡ - ара шашка ярышында беҙҙең ҡыҙҙар ҙа яҡшы ғына сығыш яһай. 1995 йылда тыуған ҡыҙҙар араһында Ишембайҙан килгән Айгөл Иҙрисова алда бара. Уның һөҙөмтәһе йөҙ процент - өс партияла өс еңеү һәм алты мәрәй. Шулай уҡ Башҡортостан шашкасыһы Гөлназ Әбүбәкерова бер тапҡыр ғына еңелде. Әйткәндәй, ул яҡташы Иҙрисоваға биреште. Гөлназдың Айгөлдән бер йәшкә кесе булыуын билдәләп үтәйек.
       1992 йылда тыуғандар төркөмөндә сығыш яһаусы тағын бер шашкасы ҡыҙ Әлиә Әминева дүрт мәрәй йыйыуға өлгәште, әммә уғ а ла борсолорға иртә - алда бер нисә осрашыу, тимәк еңеүгә өмөт бар.
       Төп программа туғыҙ турҙан тора. Европа беренселегенең
       еңеүселәре 6 августа билдәле буласаҡ. Ошо уҡ көндә Ключборкта Европа шашка конфедерацияһының дүртенсе конгресы үтәсәк. Иң көслөләрҙе билдәләү 7 авгусҡа билдәләнгә н.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал