6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Яҙыусы халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй
24.10.03


       Туҡһан биш йыл элек Өфөлә Аксаков халыҡ йортон бул дырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
       Революцияға тиклемге Өфөнөң Видинеев баҡсаһында Рә сәйҙә иң яҡшыларҙан иҫәпләнгән йәйге театр бинаһы булған . 1908 йылдың 20 октябрендә Сергей Тимофеевич Аксаковтың вафат
       булыуының 50 йыллығына Өфө губернаторы Александр Ключарев ҡала дворяндары һәм земствоһының йыйылышын ҡороп, Аксаков ха лыҡ йорто төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был комитеттың са ҡырыуна күптәр ҡушыла һәм халыҡта "аксаков тиндәре" тигән тө шөнсә лә барлыҡҡа килә. Башҡаланың "Нива" журналы хатта была й тип яҙып сыға :" Өфө өлгөһө, ысынлап та, күп нәмәгә өйрәте рлек. Беҙҙең яҙыусыларыбыҙ тыуған яғының бындай иғтибарына һирәк лайыҡ була".
       Замандашыбыҙ, Өфө тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Юрий Еро феев ниндәйҙер мөғжизә менән һаҡланып ҡалған ҡала архивтар ынд Аксаков йортоноң нигеҙен тантаналы һалыуҙа ҡатнашҡан ке шенең хәтирәләрен таба. Был сарала Өфө һәм Минзәлә епископы
       Нафанаил һәм мәсет ахуны Абызгильдин ҡатнаша. Һуңғыһы үҙене ң сығышында йыйылған халыҡҡа ошондай һүҙҙәр әйтә:
       - Буласаҡ күркәм бина бөтә ғүмерен халыҡҡы бағышлағ ан, уның көйөнөс -хәсрәттәре менән йәшәгән яҙыусыны ҙурлау й өҙөнән һалынасаҡ. Яҙыусы хеҙмәте - йәмғиәткә булған иң яуап лы һәм ауыр хеҙмәт ул.
       1914 йылға Аксаков йортоноң стеналары тулыһынса күт әрелә һәм эшселәр уны биҙәүгә әҙерләнә башлай. Әммә яңы тоҡ анған Беренсе донья һуғышы пландарҙы селпәрәмә килтерә - йор тоң төҙөлгән өлөшөндә хәрби госпиталь урынлаштырыла. Бина ту лыһынса революциянан һуң ғына төҙөлөп бөтә. Әммә ул Аксаков
       халыҡ йорто түгел, ә Хеҙмәт һәм Сәнғәт Йорто булараҡ файҙал аныуға тапшырыла. Ә инде 1938 йылда бында Башҡорт опера теа тры урынлаша. 1976 йылда Аксаков халыҡ йорто архитектура һ әйкәле тип иғлан ителә.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал