6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беҙҙең уҡыусылар иң көслө туғыҙ команда араһында
04.08.05


       Силәбе өлкәһендә Рәсәй уҡыусыларының икенсе йәй ге Спартакида уйындары тамамланды. Был ҙур ярыштарға йомғаҡ яһағандан һуң, Рәсәй Федерацияһы субъекттары командалары араһында Башҡортостан йыйылма командаһы почетлы туғыҙынсы ур ында килеүе асыҡланды.
       Тәүге Спартакиадала беҙҙең уҡыусылар ун һигеҙенсе урын алғайны. Был юлы улар туғыҙ баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелде. Башҡортостан бер аҙ ғына Хабаровск өлкәһенә (8 - се урын) биреште. Уның ҡарауы спорт йәһәтенән көслө һаналған төбәктәр
       - Ленинград ( 13 - сө урын), Воронеж (14), Омск ( 16), Перм ь (18) һәм Нижегородка (19), шулай уҡ Татарстанды (15) артта
       ҡалдырҙыҡ.
       Спартакиаданың еңеүселәре - хужалар, Силәбе өлкәһе. Федераль округтар ярыштарында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашҡан Волга буйы федераль округы Мәскәүгә генә бирешеп и кенсе урын яуланы.
       Беҙҙең йыйылма команданың иҫәбендә - ете алтын, 26 көмөш
       һәм шул тиклем уҡ бронза миҙалдар. Юғары наградаға лайыҡ булыусылар - боксер Алексей Глухов ( 57 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында), еңел атлет Владислав Либченко, шахматсы Роман Нечипуренко, уҡтан атыусылар Дмитрий Самойлов һәм Валентин Кошарин, баскетболсылар Руслан Мандаев һәм Артурс Микулитис. Шулай уҡ беҙҙең республика спортсылары велоспорт, фехтование, бадминтон һ. б. спорт төрҙәрендә призер исемен яуланы.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал