6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ауырыу тиҙерәк асыҡланһа, дауалау ҙа һөҙөмтәлерәк буласаҡ
04.08.05


       Бөрөлә елем еҫкәп алйыған балалар урамда хәйер һораша. Ғәҙәтттә улар "Момент" парҙары баштарына киткәндән һуң ҡаланың уртаһында урынлашҡан сиркәү янында йыйыла.
       Наркологтар әйтеүенсә, йәштәр үҙҙәренең "хәл - торошон
       үҙгәртер" өсөн органик иреткес (растворитель) һәм көнкүреш химия средстволары парҙарын еҫкәй. Бөгөн республиканың наркология диспансерында "токсикомания" диагнозы ҡуйылған
       302 кеше иҫәптә тора.
       Был ауырыуға дусар булыусыларҙың күаселегенә 12 - 15 йәш. Үҫмерҙәрҙең ата - әсәләренә уйланыр өсөн урын бар... Һәм балаларҙың тиҙ арыуы, уҡыуҙа өлгәшенең түбәнәйеүе, йөҙҙәренең аҡһыл төҫкә инеүе, тиҙ ҡыҙып барыуы, һүлпәнлеге
       иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Был симптомдар хәүефкә һала . Үҫмерҙәрҙең үҙ - үҙен тотошо, иҫереүҙе хәтерләткән сәйер тәртиптәре лә сара күрергә ашығыуға сәбәп. Әгәр ҙә инде балағыҙҙың әйберҙәре араһында таптарҙы бөтөрөүсе шыйытҡыс, б ензин тултырылған флакон йәки иреткес еҫе аңҡыған йөн әйберҙәр күрһәгеҙ, тиҙ арала уны наркологҡа алып барыу мотла ҡ.
       Ауырыу ни тиклем тиҙерәк асыҡлана - уны дауалау ҙа шул тиклем үк һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Был аксиома. Беренсе тапҡыр "тәмләп" ҡарағандан һуң координация боҙолоуы, алпан - толпан атлау күҙәтелә. Артабан инде үҫмерҙең кәйефе үҙгәреүсәнгә әйләнә, аңы бутала, үҫмер үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай. Күҙен ә күренеү осраҡтары ла һирәк түгел. Бындай хәлдә кеше юғары
       көсөргәнешле ток аҫтында булған сымды ҡырҡып өҙөүе ихтимал,
       сөнки уға ул йылан булып күренә. Күҙенә күренгән ҡурҡыныс "януарҙарҙан" ҡасып тәҙрәнән һикереүе лә мөмкин...
       Күҙ ҡаралары киңәйә, йөҙө ҡыҙыл, пульсы һәм тын алыуы йыш . Һәм еҫ: кешенән ҡырҡыу химик еҫ килә һәм оҙаҡ сәғәттәр буйына һаҡлана. Ата - әсә, ауыҙ асып ҡалмағыҙ! Иреткес еҫкәп
       ағыуланыуҙың билдәләре бик ауыр - хәтер һәм интеллект юғалы уынан алып ҡан системаһы ауырыуҙарына тиклем барып етә.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал