6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
ТатьянаТарихтан бер көн

Өфө батыры Сергей Елисеев
04.08.05


       Ауыр атлетика өлкәһендә беренселәрҙән булып үҙе тураһынд а белдергән батырҙың исеме Сергей Елисеев, ул тыумышы менән Өф ө ҡалаһынан. Был хәл 1899 йылдың февраль айында Милан ҡалаһында була.
       Чемпионат асылыуға бер нисә көн ҡалғас, Миланға аҡһыл сәс ле мөһабәт атлет - Сергей Елисеев килә. Уның ҡиәфәтендә ғәҙә ттән тыш бер нимә лә булмай: буйы - 172 сантиметр, ауырлығы - 82
       килограмм. Тик үҙенсәлекле кейеме генә иғтибарҙы үҙенә тарт а. Матур, күк төҫтәге билле еләне (черкеска) үҙенә килешеп т ора, билендә көмөш билбау, хәнйәр, аяҡтырына йомшаҡ үксәһеҙ итек
       кейгән.
       Майҙанға сыҡҡас, Рәсәй атлеты Елисеев иҫ киткес еңеллек
       менән, нул уҡ ваҡытта нәфис итеп көс алымдарын башҡара - за л алҡышлауҙарҙан яңғырай. Батырҙың көсө һәм бик шәп техникаһ ы тамашасыларҙы әсир итә, сит ил йондоҙҙары уның янында юғалып ҡала.
       Сергей Елисеев Өфөлә 1876 йылдың өсөнсө авгусында донъяға
       килә, 1939 йылда (теүәл датаһы асыҡланмаған) вафат була. Елисеевтар ғаиләһенең ир - аттарына тәбиғәт көстө йәлләмәй. Атаһы, Иван Григорьевич мөһабәт һынлы ысын рус батыры булараҡ билдәле. Сергей ағаһы Александр менән бергә Өфө тимер юлы оҫтаханаларында эшләй. Ағалы - ҡустылы Елисеевтарҙың яратҡан шөғөлө булып тимер герҙәр уйнатыу тора , бик теләп һабантуйҙарҙа ҡатнашалар. Сергей еңел генә хәрәк әт менән тимер сымдарҙы бөгә, сылбырҙарҙы өҙә, даға һындыра. ..
       Был ваҡытта Петербургта доктор Владимир Краевский "Атлетика яратыусылар түңәрәге" ойоштора, спортсыларға Рәсәй
       һәм халыҡ - ара ярыштарға әҙерләнергә ярҙам итә. Атлеттар түңәрәге тураһында ишеткәндән һуң, Елисеевтар Петербургҡа юл
       тота һәм бер ҙә юҡҡа түгел. Краевскийҙың тырышлыҡтары менән
       Сергей илдең билдәле спортсыһына әүерелә. 1898 йылда, үҙ ғүмерендәге тәүге ярыштарҙа ҡатнашып, ул Рәсәйҙә икенсе урын
       яулай. Артабан - Милан, һәм тағы ла триумф. 1900 йылдан башлап Сергей цирктарҙа, шул иҫәптән Өфө циркында ла, сығыш яһай башлай һәм тамашасыларҙың һөйөүе менән файҙалана.
       Башҡортостан батырын Петербургҡа саҡыралар, әммә ул Өфөлә ҡалыуҙы хуп күрә. Бында уны 1905 йылғы революция ваҡиғалары солғап ала. Сергей тимер юл оҫтаханаларының хәрби
       дружинаһына инә, үҙендә тыйылған әҙәбиәт һаҡлай. Тимер юл эшселәре үҙҙәренең яратҡан батырын һаҡлап ҡалырға тырыша, тик булдыра алмайҙар. Ҡара гөруһсылар (черносотенцы) 1905 йылда Елисеевты урамда тыйылған листовкалар менән эләктерә һәм бик ныҡ итеп туҡмай. Тиҙҙән Сергей Елисеевтың бер
       шымсыны үлтереүҙә ҡатнашыуы тураһында ялған эш асыла.
       29 йәшлек Рәсәй һәм донъя чемпионы батша суды алдына баҫа . Уны фашлаусы дәлилдәр булмай, шаһиттар ҙа уның ғәйебен кире ҡаға. Әммә суд Елисеевты ғәйепле тип таба һәм Яҡутстан ға һөргөнгә ебәрә. Уны 1917 йылғы революция ғына ҡотҡара. Әм мә батыр тыуған ҡалаһына ҡабат әйләнеп ҡайтмай. Төмәндә, һуңынан Омск ҡалаһында йәшәй, шунда вафат була.
       Өфөлө Сергей Елисеевтың наградалары күп була, аҫыл таштар
       менән биҙәлгән алтын штанга формаһындағы бәләкәй генә ҡаптырманы (запонка) ул айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Был әйберҙе яҡташыбыҙға ярыштарҙа осрашҡан ваҡытта Рәсәйҙең еңелеү белмәҫ батыры Иван Поддубный бүләк итә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал